Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Белорет районында башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте Әҙәбиәт

    Белорет районында яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, ошо төбәктән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов, шағир Зөфәр Вәлитов, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова, күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл Яныбай ҡыҙы, “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов ҡатнашты. Әҙиптәр Белореттағы ҡала башҡорт гимназияһында, педагогия колледжында, интернат-гимназияла, райондың Шығай, Сермән, Татлы, Инйәр ауылдарында халыҡ менән осрашты.
    Гөлли Мөбәрәкова, Исмәғилевҡа тиклем үк әле, Башҡортостан республика булараҡ үҫешә генә башлаған осорҙа, райондың Сермән ауылынан өс халыҡ наркомы – ер эштәре наркомы, аҙаҡ Совнарком рәйесе Шаһиәхмәт Дауытов, мәғариф наркомы Ибраһим Абыҙбаев һәм һаулыҡ һаҡлау наркомы Кинйәбай Ишмөхәмәтов сыҡҡан. Уларҙың ғүмере 1937 йылғы репрессия ваҡытында өҙөлөп ҡала. Ғөмүмән, Ҡатай һәм Тамъян ырыуҙары башҡорттарының аҫаба ерҙәре булған Иҙел башы төбәге башҡорт халҡының, ашҡортостандың яҙмышында ғәйәт ҙур роль уйнаған төбәк ул.

    авторы: admin | 12 ноября 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Парк эскәмйәһендә студент ултыра. Уның эргәһенән кисә уға «икеле» ҡуйған профессор үтеп бара. Студент, һикереп тороп:
    – Һаумыһығыҙ, Иҙрис Ғәзизович, – ти.
    – Мин аңралар менән һаулыҡ һорашмайым, – ти профессор эре генә.
    – Ә мин һорашам, – тигән егет.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике таныш осраша.
    – Шунан, хәлдәр нисек?
    – Эй, тараҡандар йонсота, бер нисек тә ҡотола алмайым үҙҙәренән.
    – Ә һин һыуытҡыстан бөтә аҙыҡ-түлекте алып йәшер ҙә, аҙаҡ ишеген асып: «Бына ашарға бер нәмә лә юҡ. Шуның өсөн минең өйҙән тайығыҙ», – тип әйт.
    Теге өйөнә ҡайтып, дуҫы ҡушҡанса эшләй ҙә, йоҡларға ята. Бер заман ҡабырғаһына төрткәнгә уянып китә. Күҙҙәрен асһа, тараҡандарҙың башлығы:
    – Эй, хужа, тор, беҙ һиңә ашарға алып килдек, – ти...

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ямғырҙа һайрамай ҡоштар Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Нервы
    Нервы кире терелмәй, ти –
    Нервы кире терелә:
    Япраҡ яра һау бөрөнөң
    Хатта берҙән-бере лә!

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Һүрәте – һүрәт,  яуап кәрәк!
    Үлән юҡ быйыл, саң еҫкәп һарыҡ бәрәсе үҫте, бер тапҡыр йөнөн ҡырҡтыҡ. Дәлше үҫһен. Эшләпәле көнбағыштар күҙ ҡыҫа хәҙер. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ.
    Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Зөбәйлә ФӘТИЕВА (Ишембай районы) яҡташы, күренекле шағир, билдәле юморист Риф МИФТАХОВтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы симешкәне һәйбәт сиртеүсегә, йәғни тапҡыр яуап биреүсегә талантлы шағир Салауат Әбүзәр үҙенең шәп китабын әҙерләне.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ошо фотоһүрәтемде «Йәшлек»тә баҫһағыҙсы, Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Әле кескенә булһам да,
    Үҫеп етермен тиҙҙән.
    Быйма, кейеҙ, ойоҡ-башлыҡ
    Йөн дә бирермен һеҙгә.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыйлаған Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ауылда көмөшкә ҡы­уыусыларҙы тикшереп йө­рөйҙәр икән,тигән хәбәр ишетелгәс, Зариф ағай шөр ебәрә. Шулай ҙа юғалып ҡалмай – сәмәйен йәһәт кенә ояла баҫып ултырған ҡаҙ янына йәшерергә өлгөрә.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәтле Әхәт Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Башы бинт менән бәйләнгән, күҙҙәрендә йәш ине уның. Әхәт ағай һөйләүен дауам итте:
    – Монтер кешенең шул инде, бағана ла бағана. Кисә тағы менергә тура килде. Бил ҡайышын эләктерергә онот­­ҡанмын. Түбәнгә осҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Үҙем уйлап төшөп барам, әгәр иҫән ҡотолһам, башҡаса эскән килеш бағана башына менмәйәсәкмен, тип. Уң яҡ менән төшһәм, уң ҡул һыныр инде. Һул ҡул менән төшһәм, тоже йәлке. Арҡа менән төшһәм, арҡа үҙәге йәлке. И, Хоҙайым, ниңә был донъяла хәмерҙе уйлап сығарҙың? Бынан һуң бер грамм йотһаммы!
    – Ниңә, шулай оҙаҡ остоңмо ни? Шул тиклем күп уйлап өлгөргәнһең.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru