Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Ни өсөн был ҡуянды аттығыҙ? Һеҙ бит һунарсылар ойошмаһы ағзаһы түгел.
    – Ә ни өсөн ҡуян минең кәбеҫтәне ашаған, ул бит минең ғаилә ағзаһы түгел? – тигән ир.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Фатирҙа ҡыңғырау шылтырай. Хужабикәнең ишекте асыуы була, унан бер егет килеп инә лә, үҙен реклама агенты тип та­ныштырып, иҙәндәге келәм өҫтөнә буяу түгә. Хужабикә, иҫе китеп, башын тота. Ә егет:
    – Бына хәҙер беҙҙең фирма яңы нәмә эҙләп тапҡас, һеҙгә келәмегеҙ хаҡында борсолорға ла түгел, – ти.
    – Был тапты бөтөрә торған нәмәгеҙме? – ти ҡатын.
    – Юҡ, – ти егет, – был – һеҙҙе тынысландыра торған дарыу.

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уртаҡлыҡта Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Рәмил Йәнбәк
    Заманса бүләк
    Заманалар үҙгәрә шул,
    Заманалар хәҙер бүтән.
    Әүәл ғашиҡтар, мәҫәлән,
    Еҫле һабын бүләк иткән.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Атай, ә өләсәйем бер литр һутты эсеп бөтөрә аламы?
    – Ала.
    – Ә ике литрҙы?
    – Әлбиттә.
    – Ә йөҙ литрҙы?
    – Ике йөҙҙө лә эсә ала! Шуны иҫеңдә тот, улым, әгәр ҡәйнә кеше кейәүе елкәһендә йәшәһә, тимәк, ул вагоны менән ашаясаҡ һәм эсәсәк.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, да­рыу һымаҡ, фай­ҙаһы ла тейә, әммә ҡайһы ваҡыт зыян килтереүе лә ихтимал. Ә тыштан ҡарағанда улар бер-береһенән бер нәмә менән дә айырылмай.

    * * *
    – Ҡәҙерлем, – ти ире, – туйға түккән аҡсамды һинең бирнәң менән сағыштырып, мин ысынлап та, мөхәббәт буйынса өйләнгәнмен икән, тигән һығымтаға килдем.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Календарҙы ҡараным: ахыры заман вәғәҙә иткән 2012 йылдың 21 декабре йома көнгә тура килә икән. Йәғни беҙ аҙна буйы интегеп эшләйбеҙ ҙә – бах! Ә ял көндәре?..»

    * * *
    – Бесәйҙе ашаттыңмы?
    – Ул һыу ашаны инде.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
    – Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, 60 тин генә тора ул, – ти ир.
    – Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 1-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Суд залында. Судья залға мөрәжәғәт итеп:
    – Шым ултырығыҙ! Киҫәтеп ҡуям, әгәр тағы ла берәйһегеҙ «судьяны «долой», тип ҡысҡырһа, шунда уҡ урамға сығарып ебәрәсәкмен, – ти.
    Бер аҙҙан: «Судьяны «долой»! – тигән тауыш ишетелә.
    – Хөкөм ителеүсе, был һеҙгә ҡағылмай, – ти судья.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru