Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еләк һатығыҙ
  • Тормош күренештәре
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Заман менән бергә Әҙәбиәт

    Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары һағынып көтөп алған, яратып уҡыған «Башҡортостан ҡыҙы»на 40 йәш тулды. Бай йөкмәткеле, сағыу биҙәлешле журнал ижад иткән илһамлы коллективты ошо уңайҙан ихлас тәбрикләйбеҙ.
    1968 йылдың ғинуарында тәүге һаны донъя күргән баҫманы иң тәүҙә шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, унан һуң оҙаҡ йылдар буйына шағирә Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева етәкләгән. Хәҙер инде туғыҙ йылға яҡын был яуаплы вазифа – шағирә Йомабикә Ильясова иңендә.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Иртә менән мәктәпкә килгәс, химия дәресендә:
    – Һин киткәс тә әле сәғәт 3-кә тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ, – тине Асия.
    – Нимә тураһында һуң?
    – Барыһы тураһында ла.
    – Бына шулай әҙерәк хәрәкәт итергә кәрәк тә инде. Бына «молекулаларҙың бер туҡтауһыҙ хәрәкәте» яҙылған бит, – тип Вәхит һөйләшеүҙе дәрескә бороп ебәрҙе.

    авторы: админ | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәк йырым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Күҙ йәштәрһеҙ иларға ла тормош
    Мине инде күптән өйрәтте.
    Бәхет йырын йырлар сағымда ла
    Ҡайғы моңон минән көйләтте.

    авторы: админ | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ир командировканан ҡайтып төшә. Ҡатыны китап уҡып ята.
    – Һин һаман роман менәнме? – ти ир.
    – Роман, сыҡ, – ти ҡатын, карауат аҫтына эйелеп, – ул бөтәһен дә белә...
    * * *
    – Fәли, табипҡа күренергә кәрәк, һиңә кальций етешмәй.
    – Ә ниңә улай тип уйлайһың?
    – Мин инде өс йыл һинең ҡатының менән йоҡлап йөрөйөм, ә һиңә һаман да мөгөҙҙәр үҫмәй.

    авторы: админ | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәләмемде һынап ҡарайым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    МӘҢГЕЛЕКТЕҢ ҠОСАFЫНДА
    Үле тынлыҡ зыяратта –
    мәрхүмдәр йоҡлай,
    тереләрҙә булған хәтер
    уларҙы һаҡлай.
    Бында булмай көнләшеүҙәр –
    юҡ быға нигеҙ.
    Юҡ ярлылар, юҡ хәллеләр –
    бөтәһе тигеҙ.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Бына һин, Вәхит, хоҡуҡһыҙ кеше. Ултыраһың. Ултырмайса хәлең дә юҡ.
    7-се детдом. Роберт, Фәтҡулла һәм Вәхит комсомольский вечерға килде. «Райком секретары» фильмы ҡаралды. Оҡшаны.
    Танцалар башланғас уҡ, Вәхит «шылырға кәрәк» тип уйланы. Ләкин уны коридорҙа уҡ тотоп алдылар.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ханым һөйәре менән түшәктә ята.
    – Ҡәҙерлем, һин шундай көслө беләкле, мыҡты кәүҙәле, киң күкрәкле, бына хәҙер минең ирем ҡайтып инһә, һин уны нишләтер инең? – ти ҡатын.
    – Минме, мин уның муйынын бороп, мөгөҙөн һындырыр, аяғын, ҡулын ҡайырыр, үҙ ҡанын үҙенә эсерер инем, – ти ир.
    Ишек төбөнән ҡыйыуһыҙ ғына тауыш ишетелә:
    – Юҡ инде, ҡәҙерлеләрем, мин әле яңынан ике көн командировкала.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ яҙыусыһын ололап... Әҙәбиәт

    24 – 25 ғинуарҙа Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһы базаһында, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.
    Унда ҡатнашыусылар алты төркөмгә бүленеп, райондың башҡорт гимназияһында, Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә, 1-се мәктәптә, шулай уҡ Йомағужа, Мәҡсүт, Теләүембәт мәктәптәрендә шөғөлләнәсәк. Конференция сиктәрендә уҡытыусылар асыҡ дәрестәрҙе, синыфтан тыш сараларҙы ҡараясаҡ, мәктәптәр буйынса экскурсиялар ҡыласаҡ.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru