Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Йондоҙнамә
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк әҙибә хаҡында иҫтәлектәр китабы сыҡты Әҙәбиәт

    Ошо көндәрҙә З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан «Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева» исемле китап донъя күрҙе. Әҙиптәр Ирек Кинйәбулатов, Fәлим Хисамов төҙөгән баҫмала «Замандаштар һүҙе», «Онотолмаҫ иҫтәлектәр», «Бағышлауҙар» рубрикаларында яҙыусыларҙың, әҙибәнең яҡташтарының, йәш быуындың мәҡәләләре, хәтирәләре, шиғырҙары бирелгән.
    Китапта шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары, әҙибәнең биографияһына бәйле документтар урын алған. Фоторәсемдәр менән байытылған йыйынтыҡ – яҙыусының ижады, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ҙур бүләк. Л. СИТДИҠОВА.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    «Мы строим коммунизм,
    Что в мире краше,
    Чем этот труд!
    Где доблести предел?
    Предела нет!
    А кто сказал, что наша
    Любовь должна быть мельче наших дел?
    Я, может, сам такой любви не стою,
    Но, принимая бури и ветра,
    Живет, сияет чистой красотою
    Любовь – высоким помыслам сестра».

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих сатҡыһы Әҙәбиәт

    Әҙипме ул, тарихсымы, әҫәрен яҙған саҡта күп ваҡыт, үҙе лә һиҙмәҫтән, халҡы, уның яҙмышы хаҡында тәрән фекерҙәр белдереп ҡуя. Барыһы ла көтмәгәндә килеп сыға һымаҡ. Төплө белеме, кешеләрҙең үткән тормошон өйрәнеү булышлыҡ итә уға. Күренекле мәғрифәтсе, Башҡортостан автономияһын төҙөүселәрҙең береһе Сәғит Мираҫ, мәҫәлән, «Башҡорттарҙың тәбиғәтендәге батырлыҡ, һуғышсанлыҡ фәҡәт үҙен-үҙе һаҡлау ғына булған. Улар һәр ваҡытта үҙҙәрен үә химая (һаҡлау һәм яҡлау) өсөн генә һуғышҡан», – ти.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер ир балыҡсылар магазинында ҡармаҡ һатып алмаҡсы була. Береһен ала, икенсеһен һала, бик оҙаҡ һайлана. Бөтәһен дә оҙаҡ итеп тотоп ҡарай, әммә һайлап ала алмай. Тамам аптыраған һатыусы:
    – Ә, бәлки, һеҙ балыҡлата ғына алырһығыҙ? – ти.
    ********
    – Ауырыу, әйҙәгеҙ!
    – Аңламайым, был 02-ме, әллә 03-мө?

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күкәй, тип әйт Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    1994 йылдың йәй аҙаҡтарында «Йылайыр» совхоз-техникумының элекке шоферы Хачин ағай менән келәт мөдире Хәлил ағай Сибай ит комбинатынан колбаса тейәп ҡайтыр юлға сыҡһа, быларҙы юл буйында ошо уҡ совхоз бүлексәһендә йәшәүсе бер кеше туҡтата. Хачин ағай быны танығанға күрә туҡтай ҙа, кабинала урын булмағанлыҡтан уға: «Арбаға менеп ултыр ҙа, колбаса өҫтөнә ябылған палатка аҫтына инеп, ябынып ят, тик ҡара уны, әгәр ГАИ туҡтатһа, бер тауыш-тының да сыға күрмәһен», – ти икән. Шулай итеп, ҡуҙғалып әҙерәк барғас, Хачин ағай: «Туҡта әле, бер ҡыҙыҡ булһын», – тип, быны һынап ҡарамаҡ булып туҡтай ҙа, икенсе тауыш менән: «ГАИ-ҙың өлкән инспекторы Фәлән Фәләнов, нимә алып китеп бараһығыҙ?» – ти икән. Шунан, тора биргәс, өҫтәп ҡуйған: «Ярай улай булғас, ҡана, монтировкаңды бир әле, тикшереп ҡарайыҡ», – тип, тәгәрмәскә баҫып, кузовҡа ҡараһа, баяғы пассажирҙың тын да алмай, ҡыбырларға ла ҡурҡып ятҡанын күреп, бер аҙ ҡыйыулана төшөп, монтировка менән тегенең бер яҡ янбашы һыртын еңелсә генә һыйпап ала. Бер тауыш-тын да сыҡмағас: «Ярай, ысынлап та, ит икән», – тигән булып, кабинаһына ултыра.
    Хәлил ағай менән көлөшә-көлөшә китеп барһалар, баяғы кешенең кабинаның башын төйгөсләүенә туҡтаһа, теге пассажир: «Ҡара әле, брат, әгәр тағы ла берәйһе туҡтатып, нимә тейәнең, тип һораһа, күкәй, тип әйт, йәме», – тип үҙенең янбашын һыйпап тора, ти. Шул хәлдән һуң был һүҙҙәр совхоз шоферҙары араһында лаҡап булып йөрөй. Улар, берәйһен ултыртыр булһа, иң беренсе: «Ит булаһыңмы, әллә күкәй булаһыңмы?» – тип һорай.
    Рәйес ХӘМЗИН. Баймаҡ районы.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ысын артисмы, әллә юҡмы? Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер йәйҙе беҙҙең Миәкә районының Күл-Ҡунҡаҫ ауылына Салауат ҡалаһындағы башҡорт драма театрынан Гөлсәсәк менән Яҡуп Шәриповтар, Риза Мәһәҙиев һәм башҡа артистар килеп, матур концерт ҡуйҙы. Сценарий буйынса тамаша диуана, аяғында саҡ баҫып торған ағайҙың телмәре менән башланып китте. Был ролде талантлы актер Яҡуп Шәрипов башҡарҙы. Барыһын да рәхәтләнеп көлдөрҙө. Ә шул мәл залда ултырған олатайым, Яҡуп Шәриповты танымай, хәйерсе тип уйлаған. «Ауыл мәшәҡәттәренән арынып, концерт ҡарайым, тип килһәм, был әҙәм тамашаны боҙмаҡсы. Хәҙер үк милиция саҡыртырға кәрәк», – тип тороп ҡына әйтәйем тигәндә, тамашасылар артист Яҡуп Шәриповҡа, көслө итеп ҡул сабып, гөлләмәләр бирә башланы.
    Аҙаҡ олатайым был хәлде балалары, туғандары йыйылғанда һөйләп көлдөрөр булды.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Минигали, сделай мне тоже «оп-па»! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Инәйем (әсәйем) яғынан яҡын ғына Миңлеғәле тигән бик һәйбәт ағайым бар ине. Кешелекле, баҫалҡы. Етем үҫкән, ғаиләһе юҡ, етмәһә, ғәрип. Мәрхүм инде хәҙер, урыны ожмахта булһын. Ҡартаймаһа ла, олоғайып донъя ҡуйҙы.
    Эшкә йөрөмәгәс, ваҡыт үткәреү өсөн йыш ҡына кантур һәм магазин тирәһендә, ир-ат күберәк урында, булғылағандыр инде. Магазин тирәһендә һәр ерҙәгесә йыйылышып бер-ике «аҡ баш»ты түңкәреү «тантанаһы»на бара икән, унда эләгеү ҙә оҙаҡ түгел. Ағайым «үҙ кеше» булғас, араҡыны өләшеүсе итеп күберәк уға ышаныс күрһәтәләр икән. Аҙаҡҡа табан оҫтарып һәм шымарып киткәс, үҙенә һалғанда, рюмкаһына «яңылыш»тан тултырып һала ла ҡуя, имеш. Сираттағы шундай «сарала» ул командировкала ятҡан урыҫ шоферҙары менән ултыра. Шул уҡ хәл ҡабатлана. Һаман да үҙенә кәмерәк һалып бирелгәнен күреп, шоферҙарҙың береһе, түҙмәй: «Минигали, сделай мне тоже «оп-па»!» – ти икән. Хәҙер шуға оҡшашыраҡ хәл килеп сыҡһа, беҙҙә: «Миңә лә «оп-па» яһа әле», – тип әйтергә әҙер генә торалар.
    Салауат ТҮЗБӘКОВ. Fафури районы, Имәндәш ауылы.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алдан хәстәрләне Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бөгөн Тәлғәттең тыуған көнө. Иренең:
    – Мин бер аҙ йөрөштөрөп киләм, – тип сығып китеүе булды, Зәлифә йүгереп йөрөп табын әҙерләргә тотондо.
    Йыл да көтөп ала улар был көндө. Ҡыҙҙары менән ғаиләләге берҙән-бер ир затына бүләк әҙерләйҙәр. Бындай хөрмәткә лайыҡ уның күгәрсене. Тап уның арҡаһында бер ниндәй нужа күрмәй йәшәйҙәр бит. Дөрөҫ, Зәлифә үҙе лә тик ятмай. Уҡытыусы ул. Иртәнән кискә тиклем өйгә йоҡмаһа ла, алған эш хаҡы, Хоҙайым, тауыҡ көлөрлөк кенә.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru