Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ағыулы бәшмәк Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Үҙе үтә затлы, үтә ныҡлы бәһлеүән булмаһа ла, исем-заты шәп уның – Алтынбаев Биктимер. Күңеле изге, матур булһа ла, ну, ҡаштарын бик һикертергә ярата. Бигерәк тә берәй мут эшкә тотонор алдынан, был ҡаштарҙы, сапсын атмы ни, тотоп алырлыҡ түгел, үҙе генә булһа бер хәл, ә бөтә маңлайҙы һелкетеп алып бара.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Егет һүҙен әйтерҙәр Әҙәбиәт

    Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы 2007 йылғы ултырышын «Ағиҙел» журналы редакцияһында үткәрҙе. Шағирҙар Хәсән Назар, Тамара Fәниева, Әнисә Таһирова, Рәмил Йәнбәк, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәрова, Гүзәл Fәлиева, Дамир Шәрәфетдинов, Әхмәҙин Әфтәх, Мөхәммәт Закиров, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова ҡатнашҡан ултырышта Фәнил Бүләков һәм Ринат Сөләймәновтың ҡулъяҙмалары тикшерелде. Шиғриәт секцияһы ағзаларынан тыш, сығыш яһаусыларҙың һәр береһе егеттәрҙең шиғырҙарына үҙ баһаһын биреп кенә ҡалманы, ә кәңәштәрен дә еткерҙе.
    Егерме йәшкә тиклем – бөтәһе лә, егерменән һуң шағирҙар ғына шағир, тигән берәү. Егермене уҙған был егеттәрҙең шиғриәт уты менән яныуы, ҡулъяҙмаларын тикшереүгә ҡуйыуы үҙҙәре хаҡында киң аудиторияға белдерергә теләүе тураһында ла һөйләй. Үҙе өсөн шиғыр яҙыусылар күп, әммә кемдер үҙ кисерештәрен башҡаларҙыҡы менән ауаздаш итеп, образлы фекер әйтә ала икән, тимәк, был яҙылғандар үҙ уҡыусыһын эҙләй.
    Фәнил Бүләков менән Ринат Сөләймәнов та – үҙ уҡыусыһын эҙләгән мәлдә етди тикшереү үтмәгән, тәнҡит һүҙен ишетмәгән авторҙар. Өлкән әҙиптәр, әлбиттә, тикшереү барышында «тоҙло-боросло» фекерҙәрен дә еткерҙе. Улар яңылыҡ көҫәүгә, үҙенсәлекле ҡараш эҙләүгә ҡайтып ҡалды. Әммә иң мөһиме – был ике егеттә лә шиғырҙы ғына тойоу түгел, ә донъяны шағир йөрәге аша тойоу бар. Ә был бик мөһим! Улар эҙләнә, бәлки, ошо һөйләшеүҙән һуң яңынан-яңы табыштары менән ҡыуандырырҙар.
    Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы ике авторҙың да ҡулъяҙмаларын «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһында айырым китап итеп сығарырға тәҡдим итте. Һуңғы йылдарҙа шиғыр яҙыусы ҡыҙҙар күбәйһә, ҡулъяҙма тикшереүҙә Фәнил Бүләков менән Ринат Сөләймәнов тигән егет исемдәренең яңғырауы – үҙе ҡыуаныслы хәл. Киләсәктә улар егет һүҙен әйтер. Өмөт итәйек!
    Л. АБДУЛЛИНА.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшлек үтмәһен ине Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Беҙгә килгән ауыр йылдар
    Йөрәкте өтөп үтте.
    Утлы өйөрмәләр кеүек
    Йәш ғүмер уҙып китте.

    Йәшлегемдең үткәндәрен
    Белеп тә ҡалалманым.
    Күреп алһыу йөҙкәйеңде,
    Күҙемде алалманым.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әрһеҙ әҙәмдәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер яҡшыға – бер яман, тигән ҡанунға ярашлы, Хоҙай Тәғәлә кешелекте тигеҙ яратҡан. Бер аҡыллыға – бер алйот, бер уҡымышлыға – бер наҙан, бер тырышҡа – бер ялҡау. Әр һеҙлек – насар нәмә, тип өйрәткәйнеләр беҙҙең быуын әктәбрәттәрен. Ләкин бөгөн уларҙың дан-мәртәбә һе бермә-бер артты. Әр һеҙ кеше шәп кеше ул хәҙер. Сөнки замана һы шулай.
    Тиҫкәре, еңмеш кешене таныуы еңел. Һин уға, мәҫәлән:
    – Ҡара әле, туған, ниндәй матур көн бөгөн, – тип хәбәр башланың, ти. Ул көндөң матур икәнен һин әйтмә һәң дә күреп тора. Ләкин ризалашыуҙы үҙ дәрәжә һенең төшөүенә тиңләй.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер ҡыҙ Интернет аша бик бай кеше менән таныша һәм тәүге осрашыуға китә. Оҙаҡ та үтмәй, бик ныҡ асыуланып, йәне көйөп ҡайтып инә.
    – Нимә булды? – ти әхирәте.
    – Иҫ китерлек, һин күҙ алдыңа ла килтерә алмай һың, ул минең яныма 1928 йылғы «Мерседес» машина һында килгән.
    – Кил һә һуң, был бит бик яҡшы һәм ҡиммәтле машина, коллекция, – тигән әхирәте.
    – Шулайын шулай ҙа ул, тик ул бит машинаның тәүге хужаһы.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайҙа ҡараһам да, ап-аҡ донъя, ҡайтыр юлым тапмай ҡаңғырҙым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Рәйсә Бәҙретдинова Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында тыуған. Мәсетле районының йәмле Ҡәшкиәк йылғаһы буйындағы Туҡбай ауылында башланғыс мәктәпте тамамлап, Дыуан-Мәсетле ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә, Рәми Fарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһында белем алған. Өфө китапхана техникумын, БДУ-ны тамамлаған. Бөгөн Мәсәғүт педагогия колледжында 20 йылдан ашыу башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Рәсәй Федерацияһының урта махсус белем биреү алдынғыһы.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Шулай уҡ был ышаныуҙар юҡҡа сыға алырмы икән? Белмәйhең hәм белмәйhең. Донъяла белмәүҙән дә ауыр нәмә юҡтыр, ахыры.
    Айhылыу! Шулай уҡ hинең яғымлы күҙҙәрең мине, ысынлап та, алданылармы икән? Юҡ, бер нисек тә мин уларҙың алдарына ышана алмайым.
    Бәлки, ул күҙҙәр Икенсе Берәүҙе, ысынлап та, алдамайҙарҙыр? Ул саҡта, Вәхит, кешеләрҙең саф тойғоларын емерергә hинең ни хаҡың бар? Һиңә сәхнәнән китеү ни тиклем үлтергес булhа ла, hиндә әгәр ҙә кеше йөрәге типhә, hин үҙеңдең мәңгелек мөхәббәтеңдән, мәңгелек яныуҙарыңдан баш тартырға мәжбүр булырға тейешhең. Һәм hиндә, бәлки, инде бындай ут яңынан тоҡана алмаҫ.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    * * *
    – Ҡәһәр һуҡҡыр ҡыш. Был һыуыҡтар бик ялҡытты. Машиналарҙың йоҙаҡтары туңа, аса алмайым, – тип зарлана берәү.
    – Ә һин ҡайнаған һыу ҡуллан, – ти икенсеһе.
    – Һин нимә, иҫәрһеңме әллә? Бына күҙ алдыңа килтер әле – мин Өфө буйлап сәйнүк күтәреп, машина урларға китеп барам, ти, – тигән теге, онотолоп китеп.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru