Донъяның эше бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Асыш Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик бай ғаиләлә малай үҫә. Бер көндө атаһы уны ауылға алып барып, халыҡтың ниндәй ярлы йәшәүен күрһәтергә уйлай. Уның уйынса, улы ундағы тормошто күреп, үҙҙәренең бындағы тормошондағы нәмәләрҙе ҡәҙерләй башлар, тип уйлай. Һәм улының үҙҙәренең байлығы менән ғорурланыуын теләй.
    Ауылға килгәс, бик ярлы бер ғаиләлә бер көн, бер төн уҙғаралар.
    Кире өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡас, атаһы улынан, сәйәхәт оҡшанымы, тип һорай.
    – Һоҡландырғыс, – тип яуаплай улы.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаза килтергән мәжлес Әҙәбиәт » Хикәйә

    Хәрби комиссариат алдында кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара. Кем гармунда уйнай, кем гитарала, кемдер бейей, кемдер йырлай. Шул саҡ ҡала һәм ауылдан килгән йәштәр эләгешеп китә. Кискеһен танышы менән һуғышып, үсе ҡанмаған егет эргәһендә торған берәүҙе төрткөсләй башлай. Уныһы ҡаты ғына итеп бер-ике һүҙ әйтә. Көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер төркөм егеттәргә шул ғына кәрәк була. Әрмегә китеүселәрҙең автобусы ҡуҙғалыу менән боланы башлаған егет ауылдан килгәнде күҙгә-күҙ һөйләшеүгә саҡыра.
    Әрмегә оҙатыу. Буласаҡ һалдаттарҙың тыуған ере, ата-әсәһе, туғандары менән хушлашып, бер йылға Ватан һағына баҫыуы һәр кем өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Кемдер ғәзиз улын: “Юлыңа аҡ йәймә”, – тип һөт-ҡымыҙ эсереп оҙата. Күп әсәй-өләсәйҙәрҙең һандығында йәш һалдат тешләп киткән икмәк һынығы һаҡлана. Был – борондан килгән изге йола. Ейер ризығы тыуған еренә имен-һау көйөнсә тартып алһын өсөн эшләнә был. Ә ҡайһы бер йорттарҙа иҫерткес эсемлектәр йылға булып аҡҡан мәжлес ойошторола. Бына шунан һуң уйламаған фажиғәләр, йөрәк өшөткөс ваҡиғалар була ла инде...

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырлы йортта Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Йырлы йорттаТәүҙә үк шуны билдәләп үткем килә: «Йырлы йортом» тип китаптың исеме бик уңышлы һай­ланған. Һәм ул есеменә лә тура килеп тора. Йырлы йорт – ул шағирәнең күңел солғанышы, ижад донъяһы, уның илаһиәтте таныу нөктәһе. Моң һәм шиғриәт – нескә күңелле, ҡайнар хисле ҡәләм эйәһе өсөн айы­рылғыһыҙ пар ҡанат, ижад ҡанаттары. Бала саҡтан бишегенә һарылған моң буласаҡ шағирәнең иңдәренә ҙур ижад бурысы һала. «Бишек төшө» шиғыры тап ошо турала. Автор бында символик мәғәнә йөкмәгән образдар менән эш итә һәм ниндәйҙер кимәлдә үҙенең маҡсатына ирешә. Ҡәләм эйәһенә бары тик сюжет-композиция өлкәһендә тағы ла йыйнаҡлыҡҡа, теүәллеккә, образдарҙың асыҡлығына һәм фекер тығыҙлығына ирешеүен теләйһе ҡала.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йөрәктәрҙе имләр аҡ йырым» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Күҙем тышта тороп ҡалды инде –
    Ҡарҙың өҫтө ялтлап ағарған.
    Март ҡояшы ҡараштарын тойоп,
    Ҡар өҫтөндә тойғо тумалған.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр кемгә – үҙ орлоғо Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер ҡатын бик матур төш күрә. Ул матурлығы менән һушты алырлыҡ магазинға тап була. Имеш, унда кеше йәне ни теләй, шуны һатып ала икән. Сөнки һатыусы урынында Аллаһ үҙе тора, ти.
    Ҡатын бик шатланған һәм, магазинға инеп, үҙ күҙҙәренә ышанмай:
    – Хоҙайым, был, ысынлап та, Һинме? – тип һораған.
    – Эйе, был мин! Һәм нимә теләйһең, барыһын да бирә алам! – тигән Аллаһ.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике әхирәт һөйләшә:
    – Беләһеңме, һуңғы ваҡыт миндә ирҙәргә ҡарата бөтөнләй икенсе талаптар барлыҡҡа килде. Иң мөһиме, ул йомшаҡ күңелле, наҙлы, йомарт, ул тиклем аңра түгел... Һин нисек уйлайһың, ошондайыраҡ банкирҙар ҡалдымы икән әле?

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Тән температураһы Цельсий буйынса 35 градусҡа тиклем төшһә, кеше үлә, тип раҫлай табиптар. Әммә ҡайһы саҡта был ҡағиҙәгә һыймаған осраҡтар ҙа була икән. Канадала ике йәшлек ҡыҙҙы осраҡлы рәүештә урамда ҡалдыралар. Бала һалҡында алты сәғәт буйы ята. Табиптар уның тән йылылығын 14,2 градус тип билдәләй. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, бәхетле ҡыҙсыҡ иҫән ҡала һәм тиҙҙән һауыға.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштары Әҙәбиәт

    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштарыБөйөк Еңеү байрамы алдынан бер төркөм яҙыусы – күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре докторы, профессор, «Ағиҙел» журналының бүлек мөдире Фәнил Күзбәков, билдәле яҙыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Факил Мырҙаҡаев һәм «Йәшлек» гәзитенән шағир Мөнир Ҡунафин – Миәкә районының Илсеғол ауылында булып, урындағы башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашты, ауыл китапханаһын ҡарап, өлкән йәштәге кешеләр менән әңгәмә ҡороп, был төбәккә ҡағылышлы тарихи материалдар менән дә танышты. Нарыҫ тауында булып, Иҙеүкәй батырға зыярат ҡылырға ла, Әүлиә шишмәһенең теште ҡамаштырырлыҡ һыуынан ауыҙ итергә лә өлгөрҙө әҙиптәр.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru