Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Кусэр
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сыңрай-сыңрай осто торналар Әҙәбиәт » Хикәйә

    Байрам табынындағылай, шау-гөр килеп тамаҡ туйҙырып алғандан һуң, яңынан эшкә тотондоҡ. Арғынбай ағайҙар, ҡулайлы урын самалап, икенсе кәбәндең төбөн һала башланылар. Был саҡта инде ауыл тарафындағы тауҙар өҫтөндә һирәк-һаяҡ аҡһыл болоттар йөҙгәне күренде. Уларҙы шәйләгән кәбәнселәр бер-бер артлы:
    – Болот ҡараймаҫ борон тағы бер кәбән ослап өлгөрәбеҙме?
    – Ҡурҡмағыҙ, болот яумай, бойороҡ яуа.
    – Яуғанға оҡшамай шикелле, – тип үҙ фекер­ҙәрен белдерҙе.
    Йор һүҙле Арғынбай ағай ҡыҫҡа ғына бер көләмәс тә һөйләп өлгөрҙө:

    авторы: admin | 2 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт йәштәре Әҙәбиәт » Хикәйә

    Өләсәһе, ейәнсәренең һығылып-һығылып илауын ишетеп, нимә булғанын белгеһе килеп, һораша башлай, әммә ҡыҙ тиҙ генә асылырға уйламай. Ә өләсәйҙәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырып бу­ламы ни? Ейән­сәрен өгөтләй торғас, ул барыбер эштең нимәлә икәнен аңлай. Ҡыҙ йө­рөгән егете ме­нән асыуланыш­ҡан. Ейәнсәре өләсәһе хәҙер уны тынысландырыр, нервыларын һаҡларға ҡушыр, тапҡан­һың кем өсөн иларға, төкөр уға, ул һинең күҙ йәштәреңә тормай, онот, бөтәһе лә һинең алда әле, тиер тип көттө. Әммә өләсәһе, йылмайып:
    – Һин былай бик мауығып китмә әле, ҡыҙым, ә иларға мөмкин, күңелең күпме теләй. Был күҙ йәштәре һинең мөхәббәтеңде нығытасаҡ ҡына, – тине.
    Ҡыҙ йәшле күҙҙәре менән өләсәһенә һораулы ҡараш ташланы.
    – Нисегерәк итеп аңлатайым икән? – тип, өләсәһе уйға ҡалды. Үҙ тормошонан алынған һығымталар менән аңлатырға тырышты.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Cелләгә аяҡ баҫҡанда Әҙәбиәт, Хикәйә

    Бөтә тереклекте ҡурыштырып алып барған аяуһыҙ июнь ҡояшынан әлһерәгән ҡарт төлкө, машиналар тегеләй ҙә былай сапҡан юл аша сыҡҡан саҡта, саманан тыш һимереүҙән көскә атлап барған йомранды осратты. Донъяны ҡыҙған мейес кеүек өткән эҫелек тә, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡоролоҡ та йоғонто яһамаған шикелле был кимереүсе затҡа, тип аптыраны ерәнбикә, уны күргәс. Ана бит, өҫтөндәге туны ла, ҡояш нурҙарына ҡушылып, йылҡылдап тора, күп ашауҙан май ҡаплаған күҙҙәре лә бәхетле йызлай, майға бөрөшкән йоҡа ирендәре аҫтыртын йылмая.
    Уның менән генә әллә нимә булды, һауа температураһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, ҡот осҡос итеп ҡалтырата. Һуңғы бер нисә көн туҡтауһыҙ ҡолағы шаулай, күҙ алдары ҡараңғылана, түҙеп торғоһоҙ итеп башы әйләнә, эсәк-бауырҙарын ҡоя яҙып уҡшыта. Ҡыш буйы һунарсыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырған ҡиммәтле тиреһенең дә йөндәре ҡойолоп, кеше күргеһеҙ булды. Торғаны бер йолҡош инде, ҡарап тороуы ерәнес. Әллә берәй хәшәрәт сир ҡағылды, Хоҙайым шомлоғо.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асыш Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик бай ғаиләлә малай үҫә. Бер көндө атаһы уны ауылға алып барып, халыҡтың ниндәй ярлы йәшәүен күрһәтергә уйлай. Уның уйынса, улы ундағы тормошто күреп, үҙҙәренең бындағы тормошондағы нәмәләрҙе ҡәҙерләй башлар, тип уйлай. Һәм улының үҙҙәренең байлығы менән ғорурланыуын теләй.
    Ауылға килгәс, бик ярлы бер ғаиләлә бер көн, бер төн уҙғаралар.
    Кире өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡас, атаһы улынан, сәйәхәт оҡшанымы, тип һорай.
    – Һоҡландырғыс, – тип яуаплай улы.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаза килтергән мәжлес Әҙәбиәт » Хикәйә

    Хәрби комиссариат алдында кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара. Кем гармунда уйнай, кем гитарала, кемдер бейей, кемдер йырлай. Шул саҡ ҡала һәм ауылдан килгән йәштәр эләгешеп китә. Кискеһен танышы менән һуғышып, үсе ҡанмаған егет эргәһендә торған берәүҙе төрткөсләй башлай. Уныһы ҡаты ғына итеп бер-ике һүҙ әйтә. Көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер төркөм егеттәргә шул ғына кәрәк була. Әрмегә китеүселәрҙең автобусы ҡуҙғалыу менән боланы башлаған егет ауылдан килгәнде күҙгә-күҙ һөйләшеүгә саҡыра.
    Әрмегә оҙатыу. Буласаҡ һалдаттарҙың тыуған ере, ата-әсәһе, туғандары менән хушлашып, бер йылға Ватан һағына баҫыуы һәр кем өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Кемдер ғәзиз улын: “Юлыңа аҡ йәймә”, – тип һөт-ҡымыҙ эсереп оҙата. Күп әсәй-өләсәйҙәрҙең һандығында йәш һалдат тешләп киткән икмәк һынығы һаҡлана. Был – борондан килгән изге йола. Ейер ризығы тыуған еренә имен-һау көйөнсә тартып алһын өсөн эшләнә был. Ә ҡайһы бер йорттарҙа иҫерткес эсемлектәр йылға булып аҡҡан мәжлес ойошторола. Бына шунан һуң уйламаған фажиғәләр, йөрәк өшөткөс ваҡиғалар була ла инде...

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 22  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru