Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Хорау-яуап
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Айсберг Әҙәбиәт » Хикәйә
    «Рәхмәт һиңә, Гөлмилә, барыһы өсөн дә. Тик ирендәреңдең ҡайнарлығын татыу миңә яҙмағандыр инде», – тигән уйҙар менән урынымдан ҡуҙғалдым.
    Ҡыҙҙар һуңғы курста уҡығанда ла үҙемдә яндарына барып йөрөмәҫкә көс таптым. Курс февралдә тамамланды. Әйберҙәре ауыр булғанлыҡтан оҙатып ҡуйыуҙы джентльменлыҡ бурысы итеп иҫәпләнем. Самолетҡа ултырҙылар. Самолет, ҡырпаҡ ҡарҙан буран туҙҙырып, күтәрелеп китте. «Хуш, Гөлмилә», – тип тороп ҡалдым йәш ҡар туҙаны эсендә.
    «Райондың иң алыҫтағы бер ауылына эшкә ебәрелгән», – тигән хәбәр килде. Дүртенсе курста уҡығанда медицина институтына уҡырға ингән Көнһылыу исемле ҡыҙ ауыл күстәнәстәре менән бергә минең өсөн ҡаранан да ҡара ҡайғыға тиң хәбәр ҙә килтергән. «Айсберг кейәүгә сыҡҡан...» Үҙемә яҙған зат булмаһа ла, аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте был хәбәр миңә. Ҡыҙыҡайҙың артабанғы һүҙҙәре зиһенемә һыйманы. Ашамаҫ-эсмәҫтән, дәрестәргә лә йөрөмәй, карауатымда өс көн хәсрәт утында ҡайнап яттым. «Бәлки, шулай яҡшыраҡтыр ҙа. Ҡасан да булһа барыбер бер килер хәл. Хоҙай ҡулындағы буй етмәҫ өмөттән өҙөлөп-төңөлөп ҡуйған яҡшы», – тип тынысландырғандай иттем үҙемде. «Хуш, күңел ҡошом, фәрештәм, Гөлмиләм, Айсбергым минең...»
    Ул медик булып уҡып ҡайтып киткәс, уны баштан-аяҡ аҡтан кейенеп, ауырыуҙарҙың бөтә ғазабын да еңеләйтеүсе аҡ ҡанатлы фәрештә йәнле изгелекле бер шәфҡәт һылыуы итеп күҙ алдына килтерә инем. Үҙем дә бик ҡаты сиргә тарып, уның ҡулынан дарыуҙар, градусниктар алғым килде. Яңаҡтарымда устарының ғүмерлеккә һаҡланыр ялҡынын ҡалдырған ҡулдары менән укол, бөтә тәнемә массаж яһатҡым килә ине.
    Хеҙмәт семестрынан ҡайтҡанымда Айсбергтың ауылда сабыйы менөн декретта ултырғанын ишеттем дә, уны сабыйын ҡосаҡлап ултырған әсәй сүрәтендә күргем килеп китеп, ҡапҡалары тапҡырынан үтеп барышлай бар ҡыйыулығымды туплап, өйҙәренә барып индем. Алғы өйҙә сабый сәңгелдәктә, атай менән әсәй икәүләшеп кенә сәй эсеп ултыра ине. Һаулыҡ һорашҡандан һуң, Гөлмиләнең әхирәттәренә сығып китеүен, тиҙ генә әйләнеп килмәҫен әйттеләр. Ашъяулыҡтағы өсөнсө сынаяҡ ялғанлағандарын күрһәтеп тора ине. Ҙур бүлмәгә үтеп китергә әҙәп тигән нәмә тотҡарланы. Ҡорғанын асып, сабыйҙы булһа ла күреп китергә теләп, сәңгелдәккә яҡынлаштым. Әсәһе арҡыры төштө: «Ҡаты күҙҙәрҙән һаҡлайҙар».
    Гөлмилә бәхетемә яҙмағас, яҙмышыма ғүмерлек яңғыҙлыҡ юрағайным. Тәбиғәт тә үҙ ҡанундары менән көслө икән. Өйләнергә тура килде. Тормошомдо үҙем өсөн йән атҡан ҡыҙ менән бәйләнем. Бала-сағалы булып кителгәс тә Гөлмилә тыныс ҡалдырманы. Матур-матур сүрәттәрҙә төштәремә инеп, татлы йоҡоларымдан ярһытып уятты. Ир уртаһына еткәс, үткәндәрҙе барлап, балаларыңдың әсәһе ҡуйынында уфтанып ятыуҙары ла үҙе бер мең ғазаплы хәсрәт. Ишетеүемсә, Айсберг-Гөлмилә эскесе бер үткенсегә юлығып, тормошонан уңмаған икән. Ауыр яҙмышлы булыуын минең ғазаптарымдың ҡарғыш булып төшөүенән күрә, имеш. Ул хәбәр килеп еткәс, «ҡара ҡарғыш түгел, ғүмерем буйына тик изгелектәр генә юраным мин һиңә, Гөлмиләм», – тип ҡысҡырып әйткем килеп киткән саҡтар ҙа булды.
    Айсбергты күрмәүемә ҡырҡ йыл тирәһе үтеп киткәс, район үҙәгенә юлыҡҡанымда, юҡ һылтауҙы бар итеп, кабинетына инеп, күреп сығырға булдым да, оҙон ғына сиратҡа баҫтым. Сиратым еткәс, «следующий» тигән һүҙ ишетелгәс, кабинет тупһаһында торған көйө ҡатып ҡалдым – ана нисек ултыра минең баштан-аяҡ аҡтан-аҡҡа төрөнгән аҡ ҡанатлы фәрештәм-Гөлмиләм! Әллә ни төҫ ташламаған. Тик бер аҙ олпатланып та, ҡалынайып та киткән кеүек. Ул да аптырашта ҡалды шикелле. Пациентҡа ҡарап, байтаҡ ҡына ултырғандан һуң:
    – Һаумы, үт әйҙә. Ниндәй елдәр ташланы беҙҙең яҡтарға? – тине, аҡ ҡалпағы аҫтынан һаман да элеккесә сығып торған бөҙрә сәс шәлкемдәрен йәтешләп.
    – Врачҡа килдем. Күҙлегем ватылды. Рецепт һаҡланмаған, – тигән булдым, ҡаршыһына килеп ултырып.
    – Тормошоң нисек? Олоғайып киткәнһең икән, – тине.
    – Шулайҙыр инде. Байтаҡ ғүмер ителде. Йәш тә бара бит инде. Күпме стресс кисерелде. Һин дә ҡылғанлы тау башындағы ал блузкалы ун алты йәшлек Гөлмилә түгелһең, – тинем, үҙемде иркенерәк тоя башлап.
    Рецепт яҙып бирелгәс тә байтаҡ ултырылды. Сираттағылар тауышлана башланы. Хушлашып, ишеккә йүнәлдем. Ишекте ябыр алдынан тағы ла оҙаҡ ҡына итеп ҡарап алдым. Уның да йөҙө уйсан ине.
    * * *
    Яңғыҙлыҡта ҡалып, ике-өс йылдай үткәс, был яҡты донъяла иҫән-аман ғына йәшәп ятыуымды, уның менән бер күреп һөйләшеп алырға теләүемде белдереп, хәбәр ебәрҙем. Һүҙемде кире ҡаҡмауын белдергән.
    Осраштыҡ. Сәй эскәндән һуң беҙҙе аулаҡта ҡалдырып торҙолар.
    – Миңә үпкәләмә. Тормошҡа сараһыҙҙан сығырға тура килде, – тине, ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды. – Төн уртаһында фатир янына машина килеп туҡтаны ла өйгә ике егет килеп инеп, күрше ауылда бер йәш ҡатындың балаға ауырып китеүен әйттеләр. Машина бәләкәй генә бер өй янына килеп туҡтаны ла егеттәрҙең береһе менән өйгә ингәс, икенсеһе ишекте бығау йоҙаҡ менән бикләгән. Һүҙ бөтә районға сенсация булып таралды. Бер исем сыҡҡас, яҙмышҡа буйһонорға тура килде инде. Сараһыҙҙан ҡоролған ырлы-мырлы тормоштоң йүне лә булманы. Бер бала менән ғүмер ителде. Һин хыял иткән ун йә егерме балаға ирешеп булманы инде, – тип йомшартҡандай итте ауырлыҡ менән үткән ғүмере хәтирәләрен. – Ир йораты ҡайҙалыр берәҙәклектә йөрөй.
    Әхирәтендәге сәйҙән һуң, торған еренә алып ҡайтты. Бер бүлмәле йыйнаҡ ҡына фатирын, тәҙрә тапҡырындағы бер-ике тояҡтай ғына йәшелсә баҡсаһын күрһәтте.
    – Шәлдәрҙе беҙ бесәндә эшләгән саҡта уҡ ҡойоп бәйләй торғайның. Әле лә шөғөлләнәһең икән, – тинем, матур итеп аяланған дебет өйөмөнә ымлап.
    – Һинең ярҙамыңда ҡойоп бәйләй торғайным шул. Әле лә яратҡан шөғөлөм, – тине лә туҡтап ҡалды (ниҙер әйтергә теләй ине шикелле). – Бер ауыҙ һүҙ өндәшмәһәң дә һинең хәлдәреңде лә яҡшы беләм. Өйлән. Өлкәнәйгән көнөңдә яңғыҙ күңелһеҙ булыр. Минең тирәлә таралған хәбәрҙәрҙе лә ишеткәнһеңдер. Кеше теле берҙе биш итергә тора. Дөрөҫө лә, ғәйбәте лә бергә инде. Йәшлектәге хис-хыялдарыңа тоғро ҡалғаның өсөн рәхмәт, – тине хушлашҡанда.
    Айыҡ баш менән икәүләшеп кенә аулаҡлап сәй эсеп китергә иртәнсәк тағы килдем фатирына.
    – Һөйләшер һүҙ бөттө бит инде, – тип ишеген асыр-асмаҫтан шартлатып япты ла тәҙрә ҡорғандарын да тартып ҡуйҙы. «Һаман да Айсберг икән», – тигән уй менән автостанцияға юлландым.
    Ҡайтҡас та аулаҡлап һөйләшеп бөтмәгән һүҙҙәрҙең барыһын да теҙеп һуңғы хатымды яҙҙым. «Беҙ һинең менән был яҡты донъяла һинең айсберг хәлеңдә генә осраштырғылашып йөрөнөк. Әхирәт тормошо ла көн һайын яҡынлашалыр инде. Йәннәт баҡсаһында Ҡаршы тау башында һиңә тәү тапҡыр бер тауышыңдан уҡ ғашиҡ булған сағымдағы ун алты йәшлек зәңгәр ҡыяҡ яулыҡлы, ал блузкалы Гөлмилә менән етәкләшеп йөрөргә яҙһын ине, Хоҙайымдан булып», – тип тамамланым хатымды.
    Һуңғы хатты яҙғандан һуң байтаҡ йылдар үткәс, Гөлмиләнең, бик ҡаты сиргә тарып, Урал армыттары итәгендәге бер ҡалала йәшәгән ҡыҙы ҡарамағында ятыуын ишеттем дә хәлен белергә барып сығырға ла уйлағайным. Уны ауыр хәлендә күреү хәсрәтен күтәрә алмамдыр кеүек тойолдо. Сирле хәлендә лә Айсберглығы ҡалҡып сығыуынан да икеләндем. Шулай ҙа үҙенә төбәп бармағанда ла юл ыңғайы тура килгәндә янына инеп сығырға иҫәп юҡ түгел ине.
    Фанилыҡта ыңғай хәлдәргә ҡарағанда үкенеслеләре күберәк шул. Айсбергҡа бәйле һуңғы ниәтем бойомға ашмай ҡалды. Вафатын байтаҡ айҙар үткәс кенә ишеттем. Ул хәбәр «кейәүгә сыҡҡан» тигәнгә ҡарағанда ла ауырыраҡ тәьҫир итте. Үҙ ҡабығыма бикләнеп, нисә көн буйына шаңҡып йөрөүемде лә әйтә алмайым.
    Уның һуңғы хатын ҡағыҙҙар араһынан алдым да тағы уҡып сыҡтым. Картуфлыҡ осонда сараһыҙҙан ярһып-ярһып сикәләгән сағында яңаҡтарымда ҡалған ус-бармаҡ эҙҙәренең ялҡынын яңынан татығандай булдым.
    Яҡындары онота башлаған ҡәберен ҡайтҡан һайын, әҙәм аяғы һил саҡта барып, тәрбиәләп торам. Баш осона – ҡайын, аяҡ осона сирень ҡыуағы ултырттым. Тупрағына йәй буйына сәскә атырлыҡ күп йыллыҡ сәскә орлоҡтары һиптем. Сал ҡылғанлы Ҡаршы тау түбәһендә ун алты йәшлек сағында бер һүҙе менән йөрәгемә ут һалып, шәл сите бәйләп ултырған урынға, тәрән итеп соҡоп, гранит киҫәгенә оҡшаш ҡырлы таш ултырттым. Унда – йәшлек хистәремә ғүмер ахырына тиклем тоғро ҡалыуымдың матур бер иҫтәлеге.
    Аҡһаҡ аяҡтары менән беренсе мөхәббәте – сәхнә йондоҙо артынан Ла-Манштан Африканың көньяғына тиклем эйәреп йөрөүсе әрһеҙ ҙә, эскерһеҙ ҙә француз ғәрибе Франсуаның матур, изге тойғоларына теләктәштек белдереүсе «аҙашы» –
    Франсуа.
    авторы: admin | 17 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Миҙал ике яҡлы
  • Йәйғор төҫө тураһында
  • Айсберг
  • Кайтыу
  • Мөхәббәт һәм алтын урталыҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru