Ҡар өҫтөндә ҡарға тиҙәге лә табылмай (эшеңде ваҡытында эшлә).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • [b]Шәкәр[/b]
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Беренсе мөхәббәт
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 10 һыйыр хаҡы Әҙәбиәт » Хикәйә
    Ике моряк үҙ яртыларын табыр өсөн ил гиҙергә сығып китә. Бына улар бер утрауға килеп етә. Унда ҡәбилә башлығының ике ҡыҙы була. Олоһо сибәр, ә кесеһе ул тиклем түгел.
    Моряктарҙың береһе:
    – Етте. Мин ошонда ҡалам һәм ҡыҙҙарҙың береһенә өйләнәм, – ти.
    – Эйе, һин дөрөҫ эшләйһең, – ти икенсеһе. – Башлыҡтың оло ҡыҙы матур һәм аҡыллы, һин уға өйләнеп уңасаҡһың.
    – Юҡ, дуҫҡай, һин яңылыш аңланың, мин кесе ҡыҙына өйләнәм, – ти теге.
    – Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Ул бит матур түгел, – ти дуҫы.
    – Был теләгем һәм мин быны эшләйәсәкмен, – ти беренсе моряк.
    Дуҫы карапта яҙмышын эҙләп ары йөҙөп китә. Ә моряк ҡыҙҙы һорарға уның атаһына килә.
    Был ҡәбиләлә егет өйләнергә уйлаһа, ҡыҙ өсөн һыйыр килтерергә тейеш була. Ә матур ҡыҙ өсөн 10 һыйыр килтерергә кәрәк. Егет 10 һыйыр алып килә. Һәм ҡыҙҙың ҡулын һорай.
    – Мин һинең ҡыҙыңа өйләнергә теләйем һәм бына 10 һыйыр алып килдем, – ти.
    – Һин минең оло ҡыҙымды һайлап, бик яҡшы иткәнһең. Ул матур ҙа, аҡыллы ла. Һәм ул 10 һыйырға торошло, – ти башлыҡ.
    – Юҡ, һин аңламаның. Мин кесе ҡыҙыңа өйләнергә теләйем, – ти егет.
    – Әллә шаяртаһыңмы? Ул бит... ул бит матур түгел, – ти атаһы.
    – Минең тик уға ғына өйләнгем килә, – ти егет.
    – Яҡшы, – ти ҡәбилә

    башлығы. – Мин, ғәҙел кеше булараҡ, уның өсөн 10 һыйыр ала алмайым. Ул был тиклем тормай, өс һыйырҙы ғына алам, артығы кәрәкмәй, – ти.
    – Юҡ, юҡ, – ти моряк, – мин уның өсөн мотлаҡ 10 һыйыр бирергә теләйем.
    Һәм улар өйләнешә.
    Бер нисә йыл ваҡыт үтә, үҙ яҙмышын эҙләп киткән дуҫы, утрауҙа ҡалғанының хәлен белешергә килә.
    Бына ул яр буйлап килә, ә ҡаршыһына шаҡ ҡатырлыҡ һылыу бер ҡатын осрай. Моряк унан дуҫының ҡайҙа йәшәүен һорай. Ҡатын уға аңлата. Ул дуҫы йәшәгән өйгә килә һәм уның эргәһендә балалар йүгерешеүен күрә.
    – Шунан, нисек йәшәйһең? – тип һорай.
    – Мин бәхетле, – ти дуҫы.
    Тап шул ваҡыт теге сибәр ҡатын килеп инә.
    – Бына, таныш бул, минең ҡатыным, – ти ир.
    – Нисек? Һин нимә, икенсегә өйләндеңме ни?
    – Юҡсы, минең ҡатыным берәү генә, шул уҡ, – ти ир.
    – Һуң уны шул тиклем үҙгәртерлек нимә булды? – тип аптырай теге.
    – Ә һин уның үҙенән һора? – ти ир.
    Дуҫы ҡатын эргәһенә килә лә:
    – Һорауым өсөн ғәфү ит, мин бит һине бөтөнләй икенсе итеп хәтерләйем. Һине шул тиклем сибәрләтерлек нимә булды? – ти.
    – Мин, – ти ҡатын, – ябай ғына бер нәмәне аңланым.
    – Нимәне?
    – 10 һыйырға торошло булыуымды, – ти ҡатын, мөләйем йылмайып, балаларын һөйә-һөйә, иренең йылы ҡуйынына һыйынып.
    Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хәҙер ул үҙенә нимә кәрәкле ...
  • «Бөркәнсек»тә тыуғандар
  • Ауылым мәҙәктәре
  • Алтын һарайымы, әллә йөрәкме?
  • Боҙоҡлоҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru