Булған кешенең көрәге лә утын киҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Күсәр
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тик яҡшылыҡты ғына Әҙәбиәт » Хикәйә
    Бик күпте белгән аҡыл эйәһе танышына:
    – Беҙ ултырған ошо бүлмәне яҡшылап ҡара һәм күк төҫтәге әйбер­ҙәрҙе иҫеңдә ҡалдырырға тырыш, – ти. Ә бүлмәлә күк төҫтәге әйбер­ҙәр бик күп була. Шулай ҙа ир уларҙы тиҙ иҫендә ҡалдыра. Ә аҡыл эйәһе уға:
    – Хәҙер күҙҙәреңде йом да зәңгәр төҫтәге бөтә әйберҙе һана! – ти.
    Теге аптырап ҡала һәм, асыуланып: «Мин бит һинең ҡушыуың буйынса тик күк төҫтәге әйберҙәргә генә иғтибар иттем, ә башҡа төҫтәргә ҡараманым», – ти.
    Быға аҡыл эйәһе: «Күҙҙәреңде ас та, тирә-яғыңа ҡара. Бүлмәлә бит зәңгәр төҫлө бик күп нәмә бар». Һәм, ысынлап та, шулай ине. Аҡыл эйәһе, һүҙен дауам итеп: «Бына ошо миҫал менән мин һиңә тормоштоң икенсе яғы ла булыуын иҫкәрткем килде. Әгәр һин бүлмәлә тик күк төҫтө генә эҙләһәң, тимәк, тормошта тик насарлыҡты ғына күрәһең, сөнки шуны ғына күрергә теләйһең. Шуны иҫеңдә тот: эҙләгәнеңде мотлаҡ табасаҡһың һәм башҡа бер яҡшы нәмәгә лә иғтибар итмәйәсәкһең. Тормоштан тик насарлыҡ көтөп, шуға әҙерләнһәң, улар бер-бер артлы киләсәк. Ә инде яҡшылыҡҡа өмөт итеп, алдыңа тик яҡшы уйҙар, изге ниәттәр, өмөттәр, маҡсаттар ҡуйһаң, бөтәһе лә һин уйлағанса буласаҡ. Насарлыҡ көткән кеше тормоштағы бөтә яҡшылыҡты күҙ уңынан ысҡындырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Үҙеңдә күңел күтәренкелеге тапһаң, бөтә нәмә лә үтә, стрестарҙан, үтеп сыҡҡыһыҙ хәлдәрҙән дә еңел генә сығып була», – тигән.
    Шуның өсөн, әйҙәгеҙ әле, үҙ тормошобоҙҙан тик яҡшылыҡты, яҡтылыҡты һәм шатлыҡлы ваҡиғаларҙы ғына эҙләйек, көтәйек. Һәм беҙ тормоштан мотлаҡ тик үҙебеҙҙең күңелебеҙгә ятышлы нәмәләрҙе генә аласаҡбыҙ.

    Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәр
    авторы: admin | 27 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хыял китмәһен тормоштан
  • Һәр кем донъяны үҙенсә күрә
  • «Мин үҙемдән көтәм яҡшылыҡты»
  • Эльвира ҒАТАУЛЛИНА: «Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡ ...
  • Мин ергә изгелектәр эшләр өсөн килдем
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru