Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тоҙаҡ Әҙәбиәт » Хикәйә
    Рәзинә йоҡоһонан арып, йонсоп килеп уянды. Инде нисәнсе йыл ошо бер үк төш уның быуынын алып, ҡара тиргә төшөрөп, йөрәген дарһылдатып типтереп, кешелектән сығарып ҡуя. Ҡасан ҡотолор икән ул ошо төштәренән, ҡасан һиллектә генә баҫылып йәшәй башлар икән? Күптән оноторға ваҡыт бит инде, ни тиһәң дә, ун йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән ул күңел тыныслығын юйҙырып, ҡобараһын осор­ған, йоҡоһоҙ ҡалдырған хәлгә. Юҡ, һәүетемсә генә йәшәргә ирек бирмәй, өнөндә лә, төшөндә лә артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп тик йөрөгән һымаҡ йөҙҙәре сирыл­ған, әрләшкән-һуҡранған апайҙар...

    Һуҡранырлыҡ та булды шул. Сөнки Рәзинә, бирәсәген бирә алмай, уларҙы ғына түгел, үҙен дә күпме интектереп, янған уттарға һалды. Инде муйынын элмәккә тығам тигәндә, ярай, ағаһы менән еңгәһе ярҙам ҡулын һуҙҙы. Төшөнән генә түгел, өнөнән дә бөтөнләйгә юйып ташларға тырыша хәҙер ҡатын үҙ башынан үткәргән ул сетерекле хәлде. «Етер, уйланма, онот ул турала – имен-аман ҡотолдоң бит, инде алға ғына ҡарап йәшә», – тип күпме генә үҙенә бойорһа ла, юҡ, ныҡ уйылып ҡалған Рәзинәнең мейеһенә шул шыҡыл­һыҙ көндәр. Ғәрлеге килә ҡатындың бер ҡатлылығы арҡаһында барып эләгеүенә ул тоҙаҡҡа.

    Ҡуй инде, иҫәүән аҡылы төштән һуң, тигәндәре дөрөҫтөр. Бөгөнгө аҡылы булһа, Рәзинә, әлбиттә, бер аҙым да аяҡ баҫмаҫ ине шул «пирамида» тигән нәмәләренә. Туғандары уны яңылыш аҙымдан ҡурсырға тырышһа ла, етешһеҙ донъяларын етештерәйем, бөтәйтәйем, тип кенә килеп инде шул был һаҙлыҡҡа. Кем белгән инде уның нимә менән барып бөтөрөн? Әле уйҙары менән шул көндәргә кире ҡайтһа, берсә ҡош тәне ҡалҡып, берсә уттай янып, ултырған урынынан сыҙамай тороп китә Рәзинә. Бөтә ауыл менән бер төптән ҡупҡалйып, кем малын һуйып һатып, кем туған-тыумасаһынан көтәсәккә, кем процентҡа аҡса алып, пыр туҙҙы сөләймәндәр. Йәнәһе, был төшөмлө проектҡа һалған сығымдары бер айҙа уҡ кире әйләнеп ҡайтасаҡ! Ҡайтты ҡайтмай ҙа ни, киреһенсә, батҡаҡ һаҙ һымаҡ, төпкәрәк, тәрәнгәрәк упҡандан-уба барҙы...

    Ә эш шулай башланғайны. Бер көндө әхирәте Әнисә, шылтыратып, тиҙ генә үҙҙәренә килеп етергә ҡушты. Йәнәһе, төшөмлө эш сығып тора. «Баш ҡаланан кешеләр килгән, бик ҡыҙыҡ нәмә тәҡдим итәләр. Әйҙә, кил, тыңлайыҡ, һөйләшәйек. Аңла­уымса, һинең менән минең кеүек, ҡайҙан бер тин алайым, тип йөрөгәндәр өсөн бик ҡулай шөғөл. Бөтә кеше рәхәтләнеп аҡса эшләп ята, тиҙәр. Беҙҙең ауылдан Миңзәлә лә ошо эштә эшләп, машина һатып алған икән. Хатта ҡоҙалайҙар инде. Әйҙә, көтәм», – теле телгә йоҡмаған әхирәте Рәзинәнең дә күңеленә осҡон һалыуға өлгәште. «Ғәзиз эштән ҡайтҡансы бара һалып киләйем, кем белә, бәлки...» – тип уйланы ла, Рәзинә, киске аш әҙерләй һалып, урам аша йәшәгән әхирәтенең өйөнә табан юл алды. Һай-һай, ҡапҡалары төбөндә ниндәй «текә» машина ултыра! Шул өфөләрҙекелер инде.

    Өйгә килеп ингәс тә, Рәзинәне, хужабикәнән бигерәк, ят ҡунаҡтар ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ихлас йылмайып, ҡул биреп күрешеп, арҡаһынан һөйөп, түргә алып үттеләр. Төпкө өйҙә уларҙың урамында йәшәгән тағы ла бер нисә ирле-ҡатынлы бар ине. Мөғжизә көткәндәй, барыһы ла сит кешеләр­ҙең нимә тип һүҙ башларын, нимә тәҡдим итеүен эске түҙемһеҙлек менән көттө.

    Саҡырылған кешеләрҙең бөтәһе лә килеп, дивандан үҙ урындарын алғас, фырт кейенгән, үтә лә килешле итеп биҙәнгән урта йәштәрҙәге мөләйем ҡатын бик итәғәтле итеп һүҙ башланы. Хәҙер Рәзинә уның нимә һөйләгәндәрен һүҙмә-һүҙ хәтерләмәй, әммә шуныһы иҫендә ныҡ ҡалған: тормош-көнкүреш, дәүләт эше, хеҙмәт хаҡы тураһында оҙаҡ итеп уратып-уратып һөйләп, әгәр улар ойошторған аҡса уйынына килеп ҡушылһалар, киләсәктәре бына шулай һәм тегеләй буласаҡ, тип шундай матур итеп йәйғор төҫөндә һүрәтләп бирҙе. Башҡаларҙың нимәләр кисергәнен Рәзинә аныҡ ҡына әйтеп бирә алмаҫ, ә бына үҙенең күңеле шул тиклем үҫеп китеүен, беләктәренә дәрт өҫтәлеүен, иртәгәнән үк тау емерергә лә әҙер булыуын, бер нисә айҙан уҡ байып китәсәгенә өмөт-ышаныс уяныуын бөгөнгөләй хәтерләй.

    Ҡанатланып ҡайтып инде ул ғаиләһенә. Ҡатынының күңел көрлөгө сәбәбен аңлай алмаған Ғәзизе, аптырап, һинең менән нимә булған ул, тип тә һорап ҡуйҙы. Тик Рәзинә етди һәм шатлыҡлы һөйләшеүҙе аҙаҡҡараҡ, балаһын йоҡларға һалып, ире менән икәүҙән-икәү ҡаласаҡ мәлгә, кисектерҙе.

    Бар эш-ғәмәлде лә төплө уйлап, мыҫҡаллап үлсәп эшләп күнеккән ире еңел генә байып булмаҫын, әйтер­һең дә, алдан белгәнме ни – ҡатынының хыялдарға бирелеп, тәмләп-тәмләп һөйләгәнен сабыр ғына тыңлағандан һуң ҡырт ҡаршы килде: «Урыҫтар нимә ти әле: бушлай сыр сысҡан ҡапҡанында ғына була ул», – тине лә, шуның менән һүҙ ҙә бөттө, тигәнде аңлатып, арты менән әйләнеп ятты. Иренә үпкәһен белдермәһә лә, Рәзинә төн буйы уйланып, уй-ниәттәр ҡороп, йоҡлай алмай сыҡты. Иртәгеһен ире эшкә киткәс, күршеһе Әнисәгә йүгереп инде.

    – Күрҙең бит кисә тегеләрҙең машинаһын, ике ай эшләп кенә ҡулдарына төшөргәндәр иномарканы. Их, Рәзинә, Алла бирһә, беҙҙән дә байыраҡ кеше булмаясаҡ. 25 мең һум, бер уйлап ҡараһаң, аҡсамы ни хәҙерге заманда?! Көтәсәккә лә алып була уны берәйһенән. Мин ҡайнағаларҙан 10 мең һум алып торҙом, үҙҙәрен дә уйында ҡатнашырға өгөтләнем. Улар ни, дәртләнде лә китте. Кейәүе менән ҡыҙҙарын да яҙҙыртырға булдылар, – тип тәтелдәне Әнисә. – Мин кисә һеҙ таралышҡас аҡсамды бирҙем дә инде. Бөгөн документтарымды тултырып килтерәсәктәр. Әйҙә, оҙаҡ уйлап, һуҙмаңлап йөрөмә, тиҙерәк аҡса тап та, яҙыла һал. Башҡаларҙан тәүҙәрәк өлгөрөргә кәрәк. Аҫтыңа ике кешене яҙҙыртһаң, ярты аҡсаң шунда уҡ кире ҡайтасаҡ бит...

    Әнисәнең ире, Фазылы, менән бер һүҙҙән булыу­ҙарына көнләште Рәзинә – ана бит, аҡсаһын да, кешеһен дә тапҡандар. Уның Ғәзизе генә ни етерлек аҡса тапмай, ни уға ҡаршы төшә. Киләсәген уйламай, бөгөнгө көн менән генә йәшәп тик ята. Берәйһенән 25 мең һум алып торһалар ни, ике кеше табып яҙҙырһалар, ошо айҙа уҡ кире ҡайтарып бирерҙәр ине...

    Ике көн аңҡы-тиңке килде ул. Иренә ҡайтанан һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайны, тегенеһенең ишеткеһе лә килмәне. Ҡуй, бының менән булмаҫ, лутсы үҙем тәүәккәлләп ҡарайым, тип, Рәзинә ауыл магазинына барып, һатыу­сынан кемдең процентҡа аҡса биреп тороуын белеште. Аҡса ни, шул байҙарҙа инде: баҙарҙа һатыу итеүсе Хәҙисә айына 15 процент менән 50 мең һумға тиклем бирә икән. Алды Рәзинә унан 25 мең һумды. Унан һуң Әнисәгә инеп, баш ҡала кешеләренә шылтыраттыр­ҙы. Рәзинә өсөн ҡыуаныуын күрһәң тегеләрҙең!
    – Дөрөҫ эшләйһең, апай! Йоҡлағандар ятһын йоҡлап, ә беҙ аҡса эшләйек, – тип шатланды баш ҡаланан килгән йәш ир.
    – Тик тағы ла ике кеше тапһаң, аҡсаңдың яртыһы бөгөн үк кире ҡайтыр ине. Туғандарығыҙҙан бер кем дә теләмәйме ни һеҙҙең менән эшләргә? – тип һүҙгә ҡушылды кисәге мөләйем ҡатын. – Беҙҙе улар менән осраштырһағыҙ, үҙебеҙ аңлатып бирер инек.

    Бер ҡатлы Рәзинә ни, үҙе кеүек үк асыҡ-яран һеңлеһе Рәмилә менән Сәғит кейәүен табып бирҙе тегеләргә. Хатта процентҡа аҡса биреп тороусының адресын да бирҙе....
    Нәфсе тигәнең саманы белмәй икән. Бер көндө Ғәзизенең алдына шытырлап торған йәшел купюралар алып килеп һалыуын күҙ алдына килтереп кинәнес алған ҡатын көн тип, төн тип торманы, кешеләрҙе өгөтләп, үрле-түбәнле сапты. Күрше ауылдар, район үҙәге ҡалманы – бөтә таныш-белешен «байыу» әмәленә ылыҡтырҙы. Аҡса таба алмай аптырағандарға үҙ исеменән аҡса табышты. Әлбиттә, процентҡа!

    Был эштең нимә менән барып бөтәсәген белмәгән Рәзинә бына шулай яйлап үҙе бирәсәк һаҙлығына батты һәм үҙе артынса башҡаларҙы ла һөйрәне.
    Кире ҡайтараһы ине лә бит ул көндәрҙе... Тик...

    Рәзинә ауыр уйҙарынан арынып, күңелен берәй эш менән арбамаҡсы булып, кухняһына сыҡты. Әммә һағыҙаҡ һымаҡ бәйләнсек хәтирәләренән барыбер ҡотола алманы. Гел шулай: яңғыҙы ҡалһа, уйҙары менән ауылына, һалынып бөтмәҫ борон һатып ебәрергә мәжбүр булған өйҙәренә кире ҡайта.
    Эштәре тәүҙә ылдым ғына барған кеүек ине. Рәзинә иренә белдермәйенсә генә эшләгәйне лә, тик беҙ тоҡта ятамы ни! Үҙенең тәүге бирәсәген биреп өлгөрҙө лә ул, тик бына аҡса «пирамида»һында үҙ кәштәһе аҫтына йәлеп иткән кешеләрҙең бирәсәктәренең проценттары, күтәрә алмаҫтай йөк булып, уның елкәһенә ятты. Уның проценттарға батыуы Ғәзизенә генә түгел, ә һәммә туғанына, хатта бөтә ауылға фаш булды. Көн һайын ғына түгел, сәғәт һайын аҡсаларын ҡайтарып биреүен һорап килгән ауылдаштары, таныштары өйөнөң ишек яңағын ятҡырманы, ғауға күтәрҙе, милиция, суд менән янаны. «Пирамида»нан бер өлөш тә ала алмағас, бөтә мал-мөлкәтен һатып, Рәзинәгә ләғнәттәрен яуҙыра-яуҙыра, проценттарын түләне. Ғәзизе, ҡатынының бындай хыянатын күтәрә алмайынса, ауыр һүҙҙәр менән рәнйетте. Рәзинә урамға күҙ күрһәтеү түгел, йәшәй алмаҫ хәлгә етте.
    Ят ярлыҡамаҫ – үҙеңдеке үлтермәҫ, тигән боронғолар. Һеңлеһенең күҙгә күренеп шиңә барыуын, донъяһының аҫты өҫкә килеүен күргән өлкән ағаһы бер көндө уларға ҡатынын эйәртеп килеп инде. Туғандар кәңәше йыйған икән ул: күмәкләп аҡса йыйып, Рәзинәнең бирәсәгенең бер өлөшөн ҡаплар­ға ҡарар иткәндәр.
    Үтә лә ғәрсел Ғәзиз уларҙың тәҡдименән ҡырҡа баш тартты. Ҡатынының башбаштаҡлығын, еңел аҡыллылығын күтәрә алмаған ир, бер кис ғорурлығын еңеп, улының йоҡо бүлмәһендә төн уҙғарып йөрөгән ҡатыны янына сыҡты.

    – Мин һиңә ярҙам итергә булдым – өйҙө һатып, бурыстарыңды түләйем. Тик һинең менән бергә ҡала алмайым, – тине лә, әйбер­ҙәрен йыйып, шул төндә үк сығып китте.
    Янында улы, Сәлиме булмаһа, Рәзинә, валлаһи, башын элмәккә тыҡҡан булыр ине. Икенсенән, ағаһына рәхмәт: баш ҡалала йәшәгән синыфташтары аша һеңлеһенә йәшәргә ятаҡхананан бүлмә юллап, эш табып, Рәзинә менән Сәлимде Өфөгә оҙатыу яғын ҡараны.
    Оҙаҡ һушына килә алмай йөрөнө Рәзинә был хәлдән һуң. Үҙ бәхетенән үҙ теләге, еңел аҡыллылығы менән яҙғанын яҡшы белә. Ҡулынан килһә, Ғәзизе менән бергә йәшәгән көндәрен кире ҡайтарыр ине лә. Һуң шул, һуң...

    Р. ЙӘНСУРИНА.
    авторы: admin | 27 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Балдан татлы балам
  • Үкенес
  • Ғаиләле булып йәшәгем килә
  • Үкенес
  • Яралы күңел
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru