Күҙ - ҡурҡаҡ, ҡул - батыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • һорау-яуап
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА Әҙәбиәт » Шиғырҙар
    «Нурҙарыма ҡойонор ҙа, Fәжәпкә ҡалыр халҡым...»
    * * *
    Һуҡhаң, ҡыйғас ҡаш ярыла.
    Солоҡ уйҙан баш ярыла.
    Селләгә түгел, ҡоллоҡҡа
    Түҙмәйенсә таш ярыла.
    Сасҡауҙарҙа ер ярыла.
    Телсәндәрҙән сер ярыла.
    Сараhыҙҙан, мәлhеҙлектән
    Иң-иң көслө ир ярыла.
    Ҡаш та, баш та, таш та булып,
    Ер ҙә, сер ҙә, ир ҙә булып,
    Табып бөртөк hуңғы сара
    Йәшәп ҡара...
    Йәшнәп ҡара...

    * * *
    Буран көрт hалған,
    Һин еңдең, ялған.
    Хаҡлыҡ, ғәжәпкә,
    Йоҡоға талған.
    Мәкер – ул ҡаяу,
    Эҙләhә таяу,
    Һиҫкәнә намыҫ,
    Булам, тип, аяу.
    Яҙҙар еткәс тә,
    Тупраҡ бешкәс тә,
    Уяныр хаҡлыҡ,
    Булып мең йәштә.
    Балҡыр ул хаҡлыҡ
    Үҙе көсөндә,
    Fорур hәм сая
    Ҡылыс төҫөндә.

    * * *
    – Алла-hыу хаҡ! – тип көрhөнә
    Төнөн атай ҡарт.
    Ҡайҙалыр тартай ҡысҡыра:
    – Тарт! Тәмәке тарт!
    Атай менән өҙгөләнә
    Зәңгәрhыу төтөн.
    Донъяларым тора-бара
    Булмаҫтыр бөтөн.
    Төтөн быуланып илайҙыр,
    Моңhоу йыр булып.
    Атаҡайым көн дә бара
    Сәскәләй hулып.
    Уның менән бергә китер
    Хәтере яуҙың.
    Йыуатмай hалдатты hүҙе
    Селтербай тауҙың.
    – Алла-hыу хаҡ! – тип көрhөнә
    Гүйә елдәр ҙә.
    Еңеү байрамын көтөргә
    Ҡалыр кемдәргә?!

    * * *
    Шул тиклем дә өҙөлөүҙәр,
    Бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә.
    Бер ҡараhаң, бындай бәхет
    Күпкә эләкмәйҙер ҙә.
    Һәр кемгә тик үҙенеке,
    Юҡ насиптан ҡасыуы.
    Ағыуҙан да дарыу табып,
    Ярам ғүмер баҫыуын.
    Етегән йондоҙо булып,
    Китhәмме янып, балҡып.
    Нурҙарыма ҡойонор ҙа,
    Fәжәпкә ҡалыр халҡым.

    Һөйләшеү

    – Белә белгәнем бирле ул
    Һалыштыра.
    – Шуға ҡыуанып, үҙен ендәр
    Алыштыра.
    – Әйтәм, кеше hымаҡ hис тә
    Йәшәмәй ул.
    – Ахырызаман етеүҙәре
    Әлләме шул?
    Ахырызаман кешеләрҙе
    Һынап ҡарар.
    Һәм бер көндө бәндәләргә
    Сығыр ҡарар.
    Юҡҡа сыҡhа иман нуры,
    Саф кеселек,
    Ер йөҙөнән юҡ ителер
    Бар кешелек.
    Изгелек Айҙай балҡыhа
    Арағыҙҙан,
    Сат йәбешеп текләр Йәшәү
    Ярағыҙҙан.

    Сыйырсығым

    Иҫерек күршем! Хатта икәү
    Эшләhәң дә ояны,
    Сыйырсыҡтар холҡоң күреп,
    Һинең өсөн оялып,
    Минең өйҙә туҡталдылар.
    Минең өйҙә моң аға,
    Бар кешене хайран итеп,
    Шатлыҡ бөркөп донъяға.
    Ҡоштоң ҡошон аңлай алмай
    Әҙәми зат бер ҡатлы.
    Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләме,
    Һарайҙар затлы-затлы.
    «Байға – бай, ярлыға – ярлы», –
    Тигән лаҡап иҫәндер.
    Сыйырсығым! Моңоң менән,
    Әйҙә, барын кинәндер.
    Йырың менән дан йырлайhың
    Ихласлыҡҡа кешенең.
    Тел остарыңда баhаhы
    Ҡылған ҡылыҡ, эшенең.
    Һинең моң ғына hатылмай
    Һатылғанда намыҫы.
    Сыйырсыҡтар баш осонда
    Ҡаурыйҙан яҙ тамыҙып.

    * * *
    Сылтыратып көлә бала
    Автобустың эсендә.
    Көлөүе йәбешеп тора
    Ынйы кеүек тешендә.
    Аптыратып бар кешене,
    Хайран ҡалдырып барын,
    Оноттороп сасҡау ҡышты,
    Иретеп боҙон, ҡарын,
    Сылтыратып көлә бала,
    Шатлыҡ сәсеп күптәргә.
    Их, туҡталыш етеп килә!
    Әллә үтеп китергә...
    Ҡайнар ҡояш нурын hибеп,
    Гүйә, йәй ята уста.
    Елдереп кенә ҡайттыҡ беҙ
    Бәхетле автобуста.

    * * *
    Балконыма ҡунып ҡояш,
    Күреште ҡыҙым менән.
    Ҡунаҡ килгәс, өлтөрәнеп,
    Ап-аҡ икмәгем теләм.
    Яҡтырып китте өй эсе
    Өҫтәлдәге телемдән.
    Афарин, тип ҡояш hығып
    Ҡосоп алды билемдән.
    * * *
    Һинең өйөңдә ҡунаҡ мин,
    Була алманым килен.
    Алъяпҡыстар бәйләмәне
    Нәҙекәй генә билем.
    Туғайҙағы ҡош теленә
    Күскәнме яныуҙарым,
    Моң-сазына исемеңде
    Һалырға барыуҙарым.
    Хаҡ Тәғәләм алдарында
    Ярам бар уңалмаҫлыҡ.
    Беҙ түгел инекме әллә
    Һылыу ҡыҙ, ул алмаҫлыҡ?!
    Меңъяпраҡтар түшәлгәндәр
    Аяғым аҫтарына.
    Баҫыр инем тик берәүhен
    Йөрәгем аhтарына.

    * * *
    Раббым мине ғәфү итер
    Һөйөүем хаҡтарына.
    Итмәhә, донъяны бүләм
    Тик ҡара, аhтарына.
    Боҙ hәм уттың эстәрендә
    Йәшәйҙер өҙөлөп hөйөү.
    Әгәр насип булhа беҙгә
    Аҡҡоштар булып бейеү,
    Тамуғын да, йәннәтен дә
    Татырға риза бергә.
    Ҡосаҡлашып ашhаҡ күккә,
    Һеңә алалhаҡ ергә.

    * * *
    Ҡәҙерләп hәм hөйөп үҫтергәйнем
    Әсәкәйең гөлөн.
    Мөғжизәhен асып hалыр тиеп,
    Көттөм серле көнөн.
    Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында ғына
    (Ышанмаҫhың хатта!)
    Тик hин булып миңә йылмайҙы ла,
    Күкрәп сәскә атты.

    * * *
    Әгәр ҙә мин бейей алам икән
    Осҡон булып
    Ҡылыс сыңлауында.
    Таба алhаң наҙлы саздарымды
    Таң битендә
    Шишмә йырлауында.
    Тамылйып та бешеп hинең өсөн
    Еләк булып
    Ҡойолормон ергә.
    Күк ҡабағы асылғанда бәхет
    Күҙен hирпеп,
    Күренер тик беҙгә.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Донъя яңылыҡтары
  • Көләмәстәр
  • «Дауылдар булып туҙындым, Туламаны Ер шары»
  • «Мин берәүһе, тиеп, шул йәмдәрҙең
  • Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru