Арбаны ат тартыр, күләгәне эт тартыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ергә килгән шомло тынлыҡ бары бер генә минутлыҡ Әҙәбиәт » Шиғырҙар
    Ҡара ҡарғаның ҡарғышы –
    Ҡара йөрәктәр яҙмышы.
    Һинең кеҫәңдәге байлыҡ –
    Ул мәңгелек һәм бер айлыҡ.

    Ҡайындарға таҫма таҡма,
    Һүҙҙәремде минең йыҡма:
    Таҫмалар бит ҡыҙҙар өсөн,
    Ә һүҙҙәрем – уйҙар өсөн.

    Сәғәт туҡтар, Ер әйләнер,
    Һәр аҙым өсөн түләнер.
    Берәй ҡасан. Булыр таҙа
    Башыңа төшкән яза...

    ***
    Бер мәл тынлыҡ килер Ергә,
    Ҡояш менән үлер бергә
    Сәскәләрҙең саф һағышы –
    Шул булыр һинең яҙмышың.

    Изге хистәр һүнер шул саҡ,
    Ә ҡындан һурылған бысаҡ
    Ҡуҙ һыҙ йөрәгеңде телер,
    Һуңғы ҡәлғәң емерелер...

    Иҫкә төшһә үткән юлдар,
    Күңел күҙе алға ҡарар.
    Ергә килгән шомло тынлыҡ
    Бары бер генә минутлыҡ...

    ***
    Я. Э. О.

    Яҡшы Эштәр Оҫтаһының
    Өйөндә бөгөн дә һалҡын.
    Ҡатыны башҡаға киткән,
    Ҡабыҙмай усаҡта ялҡын.

    Яҡшы Эштәр Оҫтаһына
    Һис кәрәкмәй яҡшы эштәр.
    Уға кәрәк йылы йорто,
    Уға керә шаҡшы төштәр...

    ***
    Ирендәремдән тамды
    Ҡайнар һүҙҙәр иҙәнгә,
    Йылан булып шыуышты
    Өйөмдөң мөйөшөнә.

    Мең ҡат ҡулсаға әйләнеп,
    Бөгәрләнеп ятып үлде.
    Улар урынына телгә
    Өр-яңынан һүҙҙәр килде.

    Улар осто ирендәрҙән
    Ҡара ярғанат булып,
    Ярып тәҙрә быяла һын,
    Яңғыҙымды ҡалдырып...

    Сүл бүреләре уратты
    Уйҙарым урта һында.
    Наҙлы ел йырын йырланы
    Мөхәббәт тура һында...

    ***
    Фәрештәнең күҙ йәштәре –
    Йөрәгемә үтмәҫ бысаҡ.
    Бөтә бурыстарҙы түләр
    Һәм таштарҙы ырғытыр саҡ.

    Итегемә ятыр өсөн
    Көтә мине юл туҙаны.
    Ялған тәңре күкрәгенә
    Мин үҙем хәнйәр ҡаҙаным...

    ...Думбыра көйөнә һалып,
    Мин яҙырмын яңы йыр.
    Уға һинең шат көлөүең
    Һәм минең һағыш һыйыр...

    ***
    Дуҫым тәҙрәмде шаҡыны,
    Шат йылмайҙы ул миңә:
    «Fәфү ит, төнләтеп килдем,
    Һин индерсе өйөңә!»

    Асманым мин тәҙ(е)рәмде,
    Ишегемде бикләнем.
    Ҡорҙом бар ҡорғандарымды,
    Ҡылысты әҙерләнем.

    Аптыраманым дуҫымдың
    Ҡып-ҡыҙыл күҙҙәренә.
    Ят тауыш менән әйтелгән
    Бик сәйер һүҙҙәренә.

    Уның бик һуң килеүенә
    Аптыраманым хатта.
    Шомға һалды тик – йәшәйем
    Мин туғыҙынсы ҡатта...

    ***
    Ҡай һы саҡ була шулай:
    Тик яңы йәшәй башлай
    Танау аҫтында маңҡа һы
    Кибеп бөтмәгән малай.

    Әле хатта аңламай
    Ни «ярай», ни «ярамай»,
    Уны ишек төбөндә
    Яуыз үлем һағалай.

    Талдарҙа ҡунып һайрай
    Былбыл. Шатланып һайрай.
    Маңҡа ғына малайҙы
    Яуыз Үлем һағалай...

    Морат СОЛТАНОВ.
    Октябрьский ҡалаһы.
    авторы: админ | 1 января 1970 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Шиғырҙар
  • Аҡҡош һәм сусҡа
  • Саҡырыу
  • Тауҙар мине көтә
  • Әхмәҙин ӘФТӘХ. Ҡәҙерҙ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: расим (14 мая 2010 15:04)  
    am amФуу башкорт йыры
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru