Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Дини белем кәрәк
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ай күрҙе, ҡояш алды Шиғырҙар, Юбилейҙар
    Бала саҡтан ергә түгел, йәшем
    Йөрәгемә тамды.
    Һәм әрнетеп, ут шикелле, шунда
    Мәңге дөрләп ҡалды.

    (Р. НАЗАРОВ. «Илһамым»).


    Ай күрҙе, ҡояш алдыШиғриәткә йондоҙҙай атылып килеп ингән, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы тип баһаланған, ижад эше менән 5 – 6 йыл самаһы ғына шөғөлләнеп, яҙмыш тарафынан 23 йәшендә генә ижад итеүҙән туҡталып ҡалған райондашыбыҙ – Төрөмбәт ауылы егете Рәшит Назаровтың балалыҡ һәм йәшлек йылдары хаҡындағы белгән-күргәндәремде, хәтирәләремде гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен. Тыуып үҫкән Мораҙым ауылында ете йыллыҡ ҡына мәктәп булғанлыҡтан, 1956 – 57 уҡыу йылында миңә күрше Төрөмбәт ауылы мәктәбендә уҡыуымды артабан дауам итергә тура килде.
    Яҙлы-көҙлө йөрөп уҡыйбыҙ. Көндәр һалҡынайтып, ҡыш еткәс, фатирҙарға урынлашабыҙ. Миңә фатир эҙләп йөрөргә түгел: әсәйем менән бер туған Фатима апайым һәм Сәйетбаттал еҙнә бар. Уларҙа урынлашам.
    Соланлы, дүрт мөйөшлө бәләкәй өй. Ғаиләлә бөтәһе ете кеше: апай, еҙнә, балалары – Рәшиҙә (хәҙер Мораҙымда йәшәй), Рәмилә (Түрһәгәҙелә) апайҙар, улдары – Рәшит, Хәниф һәм Закир туғандар. Өлкән ҡыҙҙары, Нәфисә һәм Әнисә апайҙар, тормошҡа сығып, үҙ ауылдарында донъя көтә. Улдары Миҙхәт ағай армияла хеҙмәт итә.
    Йорт хужаһы Сәйетбаттал еҙнә ул ваҡытта сирләй башлағайны инде, шулай ҙа һарыҡ фермаһында ҡарауылсы булып эшләй. Кистәрен, билгә тиклем сисенеп ташлап, тире иләгәне бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ул бик тыныс холоҡло, артыҡ күп һөйләшеп бармай торған кеше. Тыныс ҡына һөйләшә, ризаһыҙлыҡ белдереп, ғаилә ағзаларына тауышын күтәргәнен бер ҙә хәтерләмәйем. Сире аҙып, 2 – 3 йылдан һуң вафат булып ҡалды.
    Хәҙер инде мәрхүмә Фатима апай (Дәүләкән районының Хөсәйен ауылынан) шулай уҡ тыныс, әммә һөйләшеүгә әүәҫ, оҫта итеп һөйләгән белгән, күңел һандығында күптән булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы һаҡлаған үтә лә хәтерле кеше ине. Уның бик яҡшы боронғо теген машинаһы була торғайны. Ул үҙе оҫта тегенсе, ғаилә ағзаларына ғына түгел, ауылдаштарына ла хаҡ та алмай кейем-һалым тегә, хатта фуфайкаһына тиклем һырый торғайны. Минең үҙемде лә баштан-аяҡ кейендереп, шатландырғайны: фуфайка, салбар, пинжәк, ике яҡ түшенә лә кеҫә һалынған күлдәк – һатыуҙыҡынан бер ере менән дә кәм түгел ине.
    Дәрестәрен әҙерләгәндән һуң Рәшиттең бөтә эше әҙәби китап уҡыу ине, тиһәм, һис тә хаталанмам. Көндөҙ ҙә уҡый, кис тә уҡый, төндә лә уҡый. Ярты төндә уянып китәһең, ут һүнмәгән: Рәшит уҡып ултыра. Ҡыҙыҡ урындарында көлөп ебәрә, йөҙө һытылһа, ҡыҙғаныс хәл-ваҡиғаларға еткәнен аңлайһың, әлбиттә.
    «Уҡый ине» тигән һүҙ Рәшит өсөн аҙ тойола миңә, ул уҡымай, китап донъяһында йөҙә, шунда йәшәй, шатлана, ҡайғыра, ярата, нәфрәтләнә ине. 6-сы синыфта уҡыған Рәшиттең С. Бабаевскийҙың «Алтын йондоҙ кавалеры» тигән романын ике ҡат уҡып, өсөнсө тапҡырға тотонғанын хәтерләйем.
    Фатима апай Рәшитте уҡыуҙан тыйманы. Асыҡтан-асыҡ әйтмәһә лә, тойомлауым буйынса, уның күп уҡыуын хуплай ҙа кеүек ине. Апаларынан, туғаны Хәнифтән уға һүҙ тейҙермәҫкә тырышыуы һиҙелә торғайны.
    Табаҡ-һауыт шалтырамай булмай, тигәндәй, ишле ғаиләлә уныһы ла ишетелеп ҡалғыланы. Шундайыраҡ саҡта Рәшит, бер нисә секундҡа китап донъяһынан айырылып, тауышын күтәрмәй генә, апаларына ҡушаматтары менән өндәшеп, һаҡланыу сараһын да күрҙе.
    Шуныһын әйтергә кәрәк, ул йылдарҙа Рәшиттең шиғыр яҙыуын һиҙмәнем дә, белмәнем дә, ул уй башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Ул турала бер кемдән бер һүҙ ҙә ишетелмәне. Төндә уҡып ҡына ултырмағандыр, яҙыу менән дә шөғөлләнгәндер, тип уйлайым хәҙер.
    1959 йылда булһа кәрәк, Рәшиттең бер нисә шиғыры район гәзите «Ленин юлы»нда баҫылып сыҡты. Барыһы ла аңлашылды: ул шиғыр яҙа башлаған. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булып тойолманы, киреһенсә, китапты күп уҡый торғайны, яҙһа ла яҙыр шул, тип һығымта яһап ҡуйыуым һис тә онотолмаған. Сатирик йөкмәткеле булғанғалыр, хатта бер шиғыры иҫтә лә ҡалған:
    Күршегә килде ҡунаҡтар,
    Ҡултыҡлашып – икәүләп.
    Мәжлес бөткәс, ҡайтып китте,
    Сусҡа кеүек... мүкәйләп.
    1962 йылда «Ағиҙел» журналында бер шәлкем шиғыры баҫылып сыҡҡас, Рәшиттең шағир буласағына шигем ҡалмағайны инде.
    1965 йыл. Декабрь урталары. Тәүге йыл мәктәптә эшләйем. Талбазыға барырға тура килде. Китап магазинына инһәм, кәштәлә Рәшиттең китабы ята. Исеме – «Таңды ҡаршылау». Берәүҙе һатып алдым (икене алмағаныма һуңынан үкенергә тура килде). Ҡайтырға сыҡтым, ләкин ауылға бер ылау ҙа юҡ. Төрөмбәттән бер таныш егет тап булды, армиянан ҡайтып килә. Беҙҙең мәктәптең завхозы ат менән килгән, хәҙер ҡуҙғала, әйҙә, ауылым аша ҡайт, тип димләй мине.
    Бына Төрөмбәтебеҙгә – Фатима апайҙарға килеп индем. Һалдат ҡайтҡан йортҡа ла алып киттеләр. Һалдат егет – Даян Назаров. Рәшит менән бергә уйнап үҫкән. Уның китабы тураһында һүҙ сыҡты бер мәл. Минең китап барлығын белеп алды ла сат йәбеште бит һалдат. Бир инде миңә, мә аҡса, алырһың әле икенсене, тип быуыныма төштө был. Ярар, улай булғас, аҡсаң кәрәкмәй, бүләк итеп бирәйем үҙеңә, тим. Исем-шәрифтәребеҙҙе яҙып, датаһын ҡуйып, китапты уға тапшырам.
    Үкенескә күрә, ул китапты ҡабат бер генә магазинда ла осратырға тура килмәне.
    Шул уҡ 1965 йыл. Декабрь аҙаҡтары. Кис. Ауыл клубына йыйылғанбыҙ. Яңы йылға әҙерләнәбеҙ – репетиция үткәрәбеҙ. Бер мәл ишек асылып китте лә, башына бүрек, өҫтөнә шинель кейгән ҡыҫҡа буйлы бер һалдат пәйҙә булды. Абайлабыраҡ ҡараһам – Рәшит. Шағир Рәшит Назаров. Ҡосаҡлашып күрештек.
    – Әйҙә, туған, беҙгә барайыҡ, күреп ҡайт, – тинем.
    – Юҡ, рәхмәт, Ғәлимйән ағай, ҡайтып барышлай юл ыңғайында ғына индем бында, тышта атыбыҙ бар, – тине ул.
    – Китабың сыҡҡан икән, ҡотлайым үҙеңде, – тинем, әйтеп ҡалырға ашығып.
    – Рәхмәт, ағай, шулай ҙа бөтә шиғырҙарымды ла баҫмағандар әле, – ти, үпкәләгәндәй итеп.
    – Ярай, һау булып тороғоҙ, ҡай­тырға кәрәк, – тип, сығып та китте. Артынан сыҡһам, еҙнәһе Мөхәммәт ағай (беҙҙең ауылдыҡы, Рәшиҙә апайҙың иптәше) Рәшитте Төрөмбәткә тиклем оҙатып ҡуйырға сыҡҡан икән.
    Ай күрҙе – ҡояш алды, тигәндәй, нисек тиҙ генә килеп инһә, шулай уҡ юҡ та булды Рәшит. Был осрашыу бер 5 – 6 минут эсендә булды шикелле. Был күрешеү уның армиянан отпускыға ҡайтҡан ваҡытында булды.
    1966 йылдың яҙында Рәшиттең армиянан сирләп ҡайтҡаны ишетелде.
    1967 йылдың мартында Төрөмбәт мәктәбенә барырға тура килде, Фатима апайҙарға ла һуғылдым. Рәшит йөҙтүбән һикегә һуҙылып ятҡан. Тауыш бирҙем, тороп иҫәнләште, ләкин башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне, һөйләшмәне. Мин дә ирекһеҙләмәнем, электән дә аҙ һүҙле кешене маҙаһыҙларға баҙнат итмәнем...

    Ғәлимйән БӘХТЕГӘРӘЕВ,
    Мораҙым тулы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
    Ауырғазы районы.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ай күрҙе, ҡояш алды
  • Ул донъяны тик үҙенсә күрҙе
  • Юл мажаралары
  • Үкенес
  • Йәшәтеүсе өмөт булмаһа...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru