Ҡул һелтәй, балта саба.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мин шаңдауы йөҙәр быуаттың... Әҙәбиәт » Шиғырҙар
    Тишеп сыҡтым ерһеп ҡатҡан ерҙе,
    Бирешмәнем ҡоро ҡыуанға.
    Баш күтәрҙем әсе йәшем түгеп,
    Ҡоламаным, шуға ҡыуанам.

    Баш осонда – утлы-ҡуҙлы ҡояш,
    Мин үҙем дә уның төҫөндә.
    Аяу һорап, торам ел һағалап,
    Тын да алмай баҫыу өҫтөндә.

    Меңәр йылдар элек башҡа инем,
    Ҡыҫыр йылдар мине ваҡланы.
    Тик крәҫтиән ағас һуҡа һалып,
    Үҙ еремдә мине һаҡланы.

    Тамырыма һарҡый ҡара тир
    юшҡыны,
    Ризыҡланам шулай еремдән.
    Өмөт менән мине һуғарыусы,
    Көслө ҡуллы булды крәҫтиән.

    Ауыр нужа ҡырҡҡа бөкләһә лә,
    Ул ташламай ине һуҡаһын.
    Ярылып ҡатҡан эшсе ҡулдарында
    Ныҡлап тотто арыш башағын.

    Мин арышмын, бары тик арышмын,
    Бик борондан башым ҡалҡыттым.
    Мин ер ҡыҙы, бары түлле башаҡ –
    Мин шаңдауы йөҙәр быуаттың.
    Саптар ат

    Тарих буйлап сапты, эй, саптар ат,
    Ер убылды тояҡ аҫтында.
    Ярһып сапты, күпте күреп сапты,
    Ҡурай балҡый эйәр ҡашында.

    Ул ураған ерҙән күпме яуҙар уҙҙы,
    Башын һалды башҡорт балаһы.
    Сапты саптар, ҡан сәсрәтә баҫып,
    Йән бирмәне ата-бабаһы.

    Кәртәләрҙе емерҙе лә, тағы
    Алға сапты, алға саптар ат.
    Беҙҙең заман бейеклеге өсөн
    Фатихаһын бирҙе Салауат.

    Туҡтар ине ярһып сапҡан саптар,
    Иле ҡалмаҫ тимә хурлыҡҡа.
    Һөрөнһә лә, саба сәсәй-сәсәй
    саптар,
    Өмөт итә таяу халыҡтан.

    Ялдарынан һелкә ғүмер аты
    Быуат-быуат йыйған хаҡлыҡты.
    Кешнәй саптар, илгә оран һала,
    Уятырға бөлгән халыҡты.

    Эй, сапҡын ат, уят һин илемде,
    Күтәрелһен берҙәм бейеккә.
    Тик хаҡлыҡҡа ынтыл, бөйөк изге
    халҡым,
    Асылыбыҙ ҡайтһын төйәккә.

    Таңсулпан БАЙМЫРҘИНА.
    Бөрйән районы,
    Яңы Собханғол ауылы.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Әсәйем хәтирәләре
  • Башҡорт урманында кемдер үкһей...
  • Моңландырҙың,
  • Ярыш ҡына түгел, тамаша
  • Күңелендә йыр уның
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru