Егет булһаң, йоҡлап ятма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Мин тормошто һайлайым
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Олатайыма Әҙәбиәт » Шиғырҙар
    Ялтлап торған ҡапҡа эстәрен
    Күптән баҫҡан сүп-сар үләне.
    Олатайым ҡулы теймәгәнгә,
    Ауып бара һөтлөк түбәһе.

    Ауыр тынлыҡ һулышымды быуа,
    Бил буйымы үҫкән кесерткән.
    Олатайым ҡоластарын йәйеп,
    Ҡаршы алмай хәҙер ишектән.

    Әйтелмәгән һүҙҙәр үкһеп илап,
    Йөрәгемдә ҡалды төйөлөп.
    Күнә алмам һинең юҡлығыңа,
    Туйманым мин әле һөйөлөп.

    * * *
    Ҡотһоҙланып ергә сүгеп төшкән
    Гөрләп торған оло йортоғоҙ.
    Балҡып янған йондоҙ атылды ла,
    Мәңгелектә ҡалды йотолоп.

    Олатайым, өләсәйем йорто
    Етемһерәй, беҙҙе һағынып.
    Киләм әле күңел бушатырға,
    Өләсәйҙең шәлен ябынып.

    Аямаған тормош ҡанундары
    Япа-яңғыҙ ҡалған ҙур йортто.
    Ғүмер буйы һеҙҙең нағышлаған
    Биҙәктәрҙең ҡотон ҡоротто.

    Һәр әйбергә һеҙҙең ҡулдар тейгән,
    Хәтирәләр ҡанай, ҡағылһаң.
    Күҙ йәштәрен тыйып тота алмам,
    Буп-буш йортта һеҙҙе һағынам.

    * * *
    Наҙҙан ғына һуғарылған күңел,
    Бала һулыштары иҫертә.
    Иретә лә күңел төйөндәрен,
    Кескәй балҡыш йәнгә нур һирпә.

    Мөлдөрәмә шатлыҡ сайпыла ла
    Йәшкәҙәтә тулған күңелде.
    Моңһоҙ ишкән ғүмер арҡанына
    Бала ауаздары үрелде.

    Бала еҫтәренән наҙға сумам,
    Ҡулға алып йәнле йомғаҡты.
    Йәнем яралғыһы – кескәй балҡыш
    Өр-яңынан ергә яралтты.

    Яңырыу

    Бүҫкә торған шатлыҡ шараптары
    Йырҙарымдың моңо булмаған.
    Бала ауаздары ҡушылмағас,
    Ояларға моңдар ҡунмаған.

    Йыртыҡ булған күңел кеҫәләре –
    Һағыш-ҡыуаныстар һыймаған.
    Йөрәк төпкөлөндә тәрән бушлыҡ,
    Яҙҙарҙа ла наҙға туймаған.

    Мәшәҡәттәр көйһөҙ көйөк булған
    Төҫһөҙ көндәр үтә ғәҙәти.
    Донъяларҙың аҫты-өҫкә килде –
    Әсә булыуҙары үҙгәртте.

    Күренмәгән күңел китектәре,
    Ҡотһоҙ булған бөтәү донъялар.
    Әсә булыуҙан да бөйөгөрәк
    Ҡатын-ҡыҙға ерҙә нимә бар?

    * * *
    Ҙур ғаләмдә ғүмер – янған усаҡ,
    Баҙлап һүнеп ҡалыр күмергә.
    Ҡара тупраҡ йотор ҡалған көлөн,
    Туҙан булып осор ғүмерҙәр.

    Бер ғүмергә һыя тотош ғаләм,
    Тарихтары етмәҫ китапҡа.
    Тотош йыһан һыйған сикһеҙ ғүмер
    Ахырында ҡалыр бер тапҡа.

    Барыбыҙ ҙа китә мәңгелеккә,
    Эҙ ҡалдыра меңдән бер кеше.
    Һынау ғына ғүмер – Тәғәләнең
    Яҙмыш итеп бүлгән өлөшө.

    Земфира ӘБҮШАҺМАНОВА.
    Төмән өлкәһе.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Улар БЕҘҘЕҢ бәхет өсөн көрә ...
  • Рухлы тәрбиәң өсөн рәхмәт!
  • Көмөш тәнкәләре генә ҡалды
  • «Йәнем яралғыһы – кескәй балҡыш Өр-я&# ...
  • «Мин үҙемдән көтәм яҡшылыҡты»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru