Аҙ һөйлә, күп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Теләк – бер ҡосаҡ, эшләгән эш – бер ус Әҙәбиәт » Шиғырҙар
    Шиғриәт донъяһы – асылып бөтмәгән сер. Быға күп кенә шиғыр аша инанырға мөмкин. Әйләнә-тирәне бар матурлығы менән тойор, бер үк мәлдә әллә күпме кисереш эсендә йәшәр өсөн ошондай шиғри юлдар авторы булыу ҙа етә төҫлө:

    Саҡырғанда мине зәңгәр күккә
    Хыялдарҙың иң-иң бейеге,
    Бар донъяны таң ҡалдырып шул
    саҡ
    Онотолоп килә бейеге.
    Ҡул сапһындар, әйҙә, шат
    йондоҙҙар,
    Айлы шаршау тартһын төнө лә.
    Белһен ине барлыҡ киң Йыһанда,
    Ҙур тамаша бына көтөлә.
    Тамашасым ихлас ҡабул итһен
    Бар күңелем һалған бейеүҙе.
    Юлдарыма гөлдәр һипмәгеҙ һеҙ,
    Тик ҙурлағыҙ ысын һөйөүҙе.

    Теләк – бер ҡосаҡ,  эшләгән эш – бер усБДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 3-сө курсын тамамлаусы Зарина Бағышаева яҙған быны. Уның булмышы, һулышы ижади эш һәм журналистикаға бәйле.
    Йылайыр райо­нының Һабыр ауылы ҡыҙы бәләкәйҙән шиғриәткә ғашиҡ булып үҫә, яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа һынау тота, «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгенә лә йөрөй. Ошонда таныша ул гәзит сығарыу донъяһы менән. Артабан «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе була, ошо баҫма мөхәрририәте уға Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияны тапшыра. Шулай уҡ Хәйҙәр Тапаҡов, Хәй Мөхәмәтйәров премиялары лауреаты ла ул. Һуңғыһына «Илһам шишмәләре – 2007» фестивалендә әүҙем яҙышыусы ижадсы булараҡ лайыҡлы тип табыла. Иң ҡыуаныслы ваҡиғаларының береһе – ике йыл рәттән (2007 – 2008 йылдар) башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында беренсе урын яулауы. Тап ошо еңеүе БДУ-ға инергә этәргес була. Зарина тәүге курстан уҡ «Шоңҡар» әҙәби берекмәһе сараларында ҡайнай, ижади мөхитте үҙ итә.
    Шулай итеп, дуҫтар, Зарина Бағышаеванан уңышҡа булышлыҡ итеүсе биш аҙым.

    Үҙ-үҙеңде табыу
    Иң беренсе кәрәктер ул
    Үҙ булмышыңды табыу.
    Күңел донъяң менән шул саҡ
    Йәшәрһең бик тә татыу.

    Ихласлыҡ
    Заманаһы шулай, тиеп
    Ихласлыҡтан баш тартма.
    Изге ниәттәрҙе ташлап,
    Яҡшылыҡҡа таш атма.

    Күңел күгенең аяҙлығы
    Ҡыйынлыҡтар була һәр саҡ,
    Бирешергә ярамай.
    Күңел күгең аяҙ булһын
    Бер нәмәгә ҡарамай.

    Бар донъяны яратыу
    Кешене рухи байыта
    Бар донъяны яратыу.
    Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ
    Нур-йылыңды таратыу.

    Мөғжизәгә ышаныу
    Мөғжизәне булмай, тиҙәр,
    Ышанмағыҙ, ул була.
    Хыял, теләк ихлас икән
    Тормош шатлыҡҡа тула.

    Эльмира ИШЕМОВА яҙып алды.
    Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бишек йыры - тыуған ерҙәрҙә
  • «Яңы мәктәптәр – ғорурлығыбыҙ»
  • Оптимист ҡыҙ
  • «Йәшлек» гәзитенең 2008 йылғы лауреаттары
  • Камиллыҡҡа, матурлыҡҡа, сафлыҡҡа ынтылы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru