Күңел етһә, ҡеүәт етә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сыңғыр
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әскән атайҙарҙың ҡуйын дәфтәренә Әҙәбиәт » Шиғырҙар
    Төшөммө был? Әллә таныш яҙмыш
    Ҡабатлана микән тағы ла?
    ... Төн ҡараһын йыртып бала илай,
    Юҡ, ҡысҡырып түгел, шым ғына...

    Ҡасандыр бит ошо шомло төнгә
    Мин һыйындым, йылы тапмағас.
    (Эскән атай йәмһеҙ һүҙҙәр менән
    Тыуған йорттан ҡыуып сығарғас)...

    Ниңә һуң был гонаһ тулы ерҙең
    Балаларға төшә ҡарғышы?
    ... Күрше ҡыҙы илай урамында,
    Иңрәп сыға йөрәк тауышы...

    Эскерһеҙ йән, ул да ғәйепләйҙер
    Бары төндөң ҡара булыуын,
    Ҡараңғы һәм һалҡын була торған
    Йәшәйештең ҡаты ҡанунын.

    Ҡарлы ямғыр йәлләй беләме һуң,
    Үпкәләүҙән уға ни файҙа?
    Мәрхәмәтһеҙ атай йөрәгенән
    Бәғерлерәктер ул шулай ҙа...

    Етемлектәр һорап илаған бар,
    Теҙләнгән бар Тәңре алдында,
    Ҡар өҫтөндә ялан аяҡ бейеп,
    Өшөгәндә ҡышҡы урамда.

    Нисә тапҡыр, айлы күккә ҡарап,
    Үкһене йән әрнеп, өн-тынһыҙ...
    Үтеп кенә китте бала сағым
    Атайлы ла көйө атайһыҙ...

    «Ҡыҙым» тиеп тик бер тапҡыр ғына
    Яратманы икән шул мәлдә?
    Бала саҡтың матур хәтирәһе
    Балҡыр ине мәңге күңелдә...

    Ҡалтыранып һаман илай бала,
    Йыуанырмы сығып саҡырһам?
    Өйөм йылы, тик мин күрше генә,
    Башҡа йылы уға бирә алмам.

    Өшөтөрһөң, тием, аяғыңды,
    Ин, әйҙә, үт, беҙҙә йоҡларһың,
    Сәләмәтлек кәрәк киләсәккә –
    Ел-ямғырҙа сирләп ҡуйырһың.

    Һаулыҡ кәрәк һиңә – ҡыҙ балаға –
    Көлөп үҫер бала табырға...
    ... Беләм бит мин: аяғынан бигерәк
    Йәнгенәйе тора сатнарға.

    Һинең кеүек мин дә ҡалғаным бар
    Япа-яңғыҙ төнгө урамда.
    Атай йортон атай тарһынғанда
    Аҙашҡан бар ҡарлы буранда...

    Тормош бурандары шул мәлдәрҙән
    Башлана ла инде, туғаным.
    Тән өшөһә – йылынырға була,
    Өшөгән йән туңып ҡуймаһын.

    Ҡуй, илама, йәшләй әрнеүҙәрҙең
    Һыҙлауҙары ҡала йөрәктә.
    Һайлап алып булмай атайҙарҙы –
    Үткәндә лә әрнеү үҙәккә.

    «Атай!» тиеп әйтәһе лә килмәҫ
    Саҡтарыммы минең булманы?
    Ошо матур изге һүҙҙәремә
    Ул ғына бит – үҙе лайыҡлы.

    Кисермәмдер мәңге тигән инем,
    Fәфү итә икән был йөрәк.
    Таяныс уҡ була алмаһа ла,
    Атайғынам миңә бик кәрәк.

    Хәҙер үҙем һүҙ ҙә тейҙертмәйем,
    Иреткәнгә йәнде һүҙҙәре:
    Башҡа атай мине рәнйетмәне,
    Йылы баҡты бер мәл күҙҙәре.

    Бәхетемде эҙләп китеп барам,
    Осратҡандай булһам, туҡталам.
    Үҙ балаһын үгәйһетеп йәшәр
    «Атай» табылыуҙан ныҡ ҡурҡам.

    Ышаныстар әллә кәмей микән,
    Үҙ-үҙеңде яҡлап өйрәнгәс?
    Кисереүе ауыр кешеләрҙе –
    Кәмһетелеү тәмен бер белгәс...

    Юғалмаһаң үҙең, һайлар юлың
    Бик күп булыр әле, туғаным.
    Кемдер берәү хатта аңлап бөтмәҫ –
    Шатлығы күп фани донъяның.

    Тымды бала... Һулҡ-һулҡ йоҡлап китте...
    (...Иҙрәп йоҡлар иркә мәлендә...)
    Ипләп кенә мамыҡ шәлем ябам –
    Йылы үтһен тиеп йәненә.

    ... Һәм тағы ла сығам шыҡһыҙ төнгә,
    Ҡарлы ямғыр үтә үҙәккә.
    Күшегеп тә бөткән бала илай –
    Юҡ, урамда түгел, йөрәктә.

    Теҙләнәмен йәнә шул күктәргә:
    Кешелекте айныт, эй, Тәңрем,
    Ҡанлы хәнйәр булып ҡанһыҙ хәмер
    Телмәҫ элек бала бәғерен.

    Исемһеҙ.
    авторы: админ | 16 декабря 2007 | | Фекерҙәр (4)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙҙең күргәндәрҙе яҙып та, ...
  • Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп
  • Уның йылыhынан йылы алам
  • Тимерйән Әхтәм улы Шәрхиев
  • Кемдер – әсәй, кемдер – «матуха»...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Баныу Ҡаһарманова (16 декабря 2007 17:08)  
    Йэнде эрнетэ был шигыр...
    Теркәлгән: 30.11.2007 | ICQ: 367-222-615   
    #2 яҙҙы: Бэк (17 декабря 2007 17:41)  
    Афарин, Илсур. Авторы кем ул?
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #3 яҙҙы: sur (17 декабря 2007 18:35)  
    Кем был шиғырҙы яҙғанын мин белмәйем. Ҡыҙғаныс шиғыр.
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #4 яҙҙы: Бэк (18 декабря 2007 20:00)  
    Йәшлектә сыҡҡан булған икән ул
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru