|
 |
|
Йәш ҡыҙ машинаһын тыйылған урында туҡтата. Эргәһенә инспектор килә лә: – Һеҙ нимә, бер нәмә лә күрмәйһегеҙме әллә? – ти. – Юҡ... Әй, ғәфү итегеҙ, шунда уҡ төшөнмәгәнмен. Һеҙҙең өҫтөгөҙҙә яңы форма икән дә. |
|
|
|
«Был ниндәй ауыл?» Йонос ауылында ныҡ ҡына төшөрөп алған ир трактор менән күршеһенең картуф баҡсаһына барып инә. Уянғас, ул үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай тора. Шунан үтеп барыусы кешеләрҙән: «Был ниндәй ауыл әле?»− тип һорай. |
|
|
|
* * * Магазинда ике әхирәт һөйләшә. – Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе. – Нимә хөрмәтенә һуң? – Әй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит. * * * – Әйтегеҙ әле, костюмығыҙҙы ҡайҙа тектерҙегеҙ? – Парижда. – Ул Одессанан алыҫмы? – 10 мең саҡрым. – Ҡара һин уны, ниндәй төпкөлдә, ә нисек тегәләр! * * * Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай. – Алло, был радиомы? – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым. – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым. – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ. – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатирға яңғырай. * * * Ике пенсионер осраша: – Шунан, хәлдәр нисек? – Ресторандан сыҡҡан юҡ! – Әллә берәй мираҫ алдыңмы? – Швейцар булып эшләйем. |
|
|
|
Парк эскәмйәһендә студент ултыра. Уның эргәһенән кисә уға «икеле» ҡуйған профессор үтеп бара. Студент, һикереп тороп: – Һаумыһығыҙ, Иҙрис Ғәзизович, – ти. – Мин аңралар менән һаулыҡ һорашмайым, – ти профессор эре генә. – Ә мин һорашам, – тигән егет. |
|
|
|
Ике таныш осраша. – Шунан, хәлдәр нисек? – Эй, тараҡандар йонсота, бер нисек тә ҡотола алмайым үҙҙәренән. – Ә һин һыуытҡыстан бөтә аҙыҡ-түлекте алып йәшер ҙә, аҙаҡ ишеген асып: «Бына ашарға бер нәмә лә юҡ. Шуның өсөн минең өйҙән тайығыҙ», – тип әйт. Теге өйөнә ҡайтып, дуҫы ҡушҡанса эшләй ҙә, йоҡларға ята. Бер заман ҡабырғаһына төрткәнгә уянып китә. Күҙҙәрен асһа, тараҡандарҙың башлығы: – Эй, хужа, тор, беҙ һиңә ашарға алып килдек, – ти... |
|
|
|
 Үлән юҡ быйыл, саң еҫкәп һарыҡ бәрәсе үҫте, бер тапҡыр йөнөн ҡырҡтыҡ. Дәлше үҫһен. Эшләпәле көнбағыштар күҙ ҡыҫа хәҙер. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ. Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Зөбәйлә ФӘТИЕВА (Ишембай районы) яҡташы, күренекле шағир, билдәле юморист Риф МИФТАХОВтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы симешкәне һәйбәт сиртеүсегә, йәғни тапҡыр яуап биреүсегә талантлы шағир Салауат Әбүзәр үҙенең шәп китабын әҙерләне. |
|
|
|
Әле кескенә булһам да, Үҫеп етермен тиҙҙән. Быйма, кейеҙ, ойоҡ-башлыҡ Йөн дә бирермен һеҙгә. |
|
|
|
|
|