Иренгән эш һөймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Ислам әҙәбе
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡойроҡ хикмәте Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    Эй, ошо томаналыҡ бәләhе, эй-й-й-й. Берәйhенән сала-сарпы имеш-мимеш ишетеп ҡалабыҙ ҙа, йөҙөбөҙгә аҡыллы ҡиәфәт сығарып, тотонабыҙ ҡайҙа етте шунда hөйләп йөрөргә.
    Бөгөн ҡайhы бер хәстрүштәрҙең, әҙәм балаhы маймылдан килеп сыҡҡан, тигән ҡарашҡа ҡаршы килеп маташыуына аптырайым. Эй, дуҫҡайҙарым, ни эшләп буш хәбәр hөйләйhегеҙ, ә, тиhәң, күҙҙәрен дә йоммай, ул саҡта ниңә бөгөнгө маймылдар кешегә әүерелмәй hуң, тип мейене серетәләр. Йә, Хоҙай, шуны ла аңламағас, ул ҡаҙан ҙурлыҡ башты нимә тип йөрөтәләрҙер. Кит инде, кит. Маймылдарҙың кешегә әүерелеү күренеше әле лә дауам итеүен әллә белмәйҙәр, әллә белеп тә баштарын иҫәргә hалалар. Тышҡы торошо менән маймыллыҡтан азат булып, шулай уҡ кеше ҡиәфәтенә инеп бөтмәгән ҡойроҡло әҙәмдәр менән донъя тулған. Ана, ана, hеҙҙең арала ла бар шикелле ундайҙар. Йә, шуны күрмәү өсөн тома hуҡыр булыу кәрәк тә инде.
    Ярай, бәғзеләре томана, аңды-тоңдо белмәй тип ташлама яhаған булайыҡ, ти. Әммә, анау минең синыфташым Fәбделбөкө Ялағаевтың шулай тип әйтеүе аҡылға hыйырлыҡ эш түгел. Йә, үҙе университеттың биология факультетында уҡыған кеше бит әле. Башҡалар кеүек биш-алты йыл менән генә ваҡланhа, бер хәл. Әллә ун биш, әллә ун алты йыл буйы ғилем hемерҙе. Әллә шулай бик сабыр булғанғамы икән, бер заман үҙенә лә шул нәмәкәй үҫеп сыҡты бит. Йә, Хоҙай, кем-кем, шул йән көйөгө, кеше маймылдан барлыҡҡа килмәгән, тип ауыҙ асып маташа. Ә үҙе шул ҡойроғо арҡаhында ғына хәҙер ана әллә кем булып, май эсендәге бөйөр кеүек кенә йәшәп ята.
    Хоҙай был ағзаны иң яратҡан бәндәләренә генә бирәлер ул. Ҡара аҡылым буйынса шуны әйтә алам: ҡойроҡлолар әҙәм балаларының иң шәп категорияhына ҡарай. Шулай булмаhа, бәғзе берәүҙәр, айырыуса түрә-ҡараға эшләп, шулар тип үлеп барыр инеме ни? Биллаhи, йәндәрен бирергә әҙерҙәр бит. Анау әлеге лә баяғы Fәбделбөкө hуң!
    Инде харап булды тигәндә генә, шул ҡойроғо менән ут-ялҡындан ап-анhат ҡына килә лә сыға. Ҡайҙа, ҡайҙа эшләй, тиhегеҙме? Атаҡ-атаҡ, әле hаман ишетмәнегеҙме ни? Эй, ошо томаналыҡ бәләhе-е-е-е. Эй. Гәзит-маҙар ҡараштырмайhығыҙ шул. Fәбделбөкөбөҙ икмәк бешереү комбинатын ҡойроғо менән ҡырып-hепереп бөткәс, үҙен буяу заводына директор итеп ҡуйҙылар бит. Ваҡыт-ваҡыт ҡойроғон төрлө төҫкә буяп тороуы еңелерәк булhын, тигәндәрҙер.
    Шул нәмәhе менән бик оҫта итеп тамашалар ҡуя торғас, сереп байып бөттө бит инде. Ул алмаған орден-миҙалдары ҡалманы. Хәҙер түшенә hыймағандарын сумкаhына hалып йөрөй башлармы икән, тип торам әле. Ул әллә ниндәй исемдәр – атҡаҙанғанмы, иң маhирымы, иң шәбеме шунда... Гәзит-журналдар уның тураhында маҡтап яҙа. Балаларының балаларына, уларҙың тыумаған балаларына фатир күптән әҙер. Ә бына, мин, мин бына, ундай ағзам булмағас, әле hаман бер бүлмәле фатирҙа улым, киленем, ейән-ейәнсәрҙәрем менән мискәләге балыҡ кеүек мәж киләбеҙ.
    Күҙәтеп, күҙәтеп йөрөйөм дә, ҡайhы саҡ ҡойроҡло әҙәмдәрҙән көнләшеп үлә яҙам. Күҙ ҡыҙмаҫлыҡ та түгел. Әкиәттәге тылсым таяғы кеүек ғәжәп серле көскә эйә икән ул шул ҡойроҡ тигәндәре. Хатта шул нәмәкәй, әйтеүе лә әллә оят, әҙәм балаhына нәҫелен арттырырға ла булышлыҡ итә, имеш. Малай кәрәкме, ҡасан тыуырға тейеш – барыhын да кәрәкле генә ваҡытҡа үҙе билдәләй.
    Фактмы?! Яңыраҡ беҙҙең ойошмаға институтты бөткән бер егет килде. Уның да ҡойроғо булған бит. Шул нәмәhе ярҙамында директорыбыҙҙың тыуған көнөндә – алтын юбилейын билдәләгәндә генә – ҡатыны туп кеүек малай тапты. Ышанаhығыҙмы-юҡмы, улына Рафинад тип директорыбыҙҙың исемен ҡушты. Бындай ҙа хөрмәт өсөн директорыбыҙ, эй, ҡыуанды, шатлығынан хатта әллә нисә көн буйы илап йөрөнө. Рафинадты ул үҙ балаhы кеүек күреп, фатир ҙа бүләк итте. Бына ниндәй рәхәт икән ул ҡойроҡло булыу.
    Бына шулай, дуҫтарым! Кеше маймылдан барлыҡҡа килмәгән, тигән hүҙ сей ялған ул. Ҡойроғон да тота алмаҫhың, ҡойроғона баҫтыра торған түгел, ҡойроғон тотоу, ҡойроҡ текә тора, ҡойроҡто йәшереү, ҡойроҡто ла күрhәтмәү, ҡойроҡто hыртҡа hалыу, ҡойроҡто төрөү, ҡойроғон бороу кеүек hүҙҙәр юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Вәт!
    Венер ИСХАҠОВ.
    авторы: Нур | 31 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • «Бөркәнсек»тә тыуғандар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Лилиә СӘFИҘУЛЛИНА Минең йәндә – серенад ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru