Иң элек уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Атың булһа, ил таный
  • Шәжәрәңде бел!
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    Һорау:
    – Әгәр эсмәhәң, тартмаhаң, ҡатын-ҡыҙ артынан сапмаhаң, оҙон-оҙаҡ ҡартлыҡ көндәре кисерәhең, тигәндәре дөрөҫмө? Һеҙ нисек уйлайhығыҙ?
    – Дөрөҫ. Әгәр кеше иҫәр hәм был оҙаҡҡа булhа.

    * * *
    – «Яңы hунарсы» бал ҡорттары уйлап тапҡандар, имеш. Үҙҙәре айыу кеүек ҙур, эт hымаҡ уҫал, ти.
    – Ә бал йыялармы икән hуң?
    – Әлбиттә, баҙарҙағы ҡарсыҡтарҙан талап ташыйҙар, ти.

    * * *
    Мәскәү менән Питер кешеhе:
    – Минең «ҡара көндәр»гә әҙерлегем бар.
    – Ә минең «аҡ төндәр»гә...

    * * *
    – Кисә ваҡытынан алда командировканан ҡайтып инеп, шифоньерҙы асhам, ҡатынымдың hөйәре тора.
    – Ә hин нимә тинең?
    – Мин уға: «Иҫәүән, беҙ бит күптән айырылыштыҡ hәм ул минән күсеп китте», – тинем.

    * * *
    – Беҙҙең эштә бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә «детектор»ҙа тикшерҙеләр.
    – Шунан, hөҙөмтәләре ниндәй булды hуң?
    – «Детектор» оятынан ҡыҙарып, янып сыҡты.

    * * *
    – Табип әфәнде, мин йәшәйәсәкменме?
    – Был минең үҙем өсөн дә бик ҡыҙыҡлы.

    * * *
    – Һылыуҡай, hеҙ кейәүҙәме?
    – Юҡ. Мин биҙәнеп өлгөрмәнем.

    * * *
    Ике таныш осраша, береhе:
    – Ишетеүемсә, hинең ҡәйнәң hаман иҫән икән әле?
    – Ул – Минскиҙа.
    – Ә-ә-ә, бик яҡшы hыуытҡыс.

    * * *
    Берәү танышына:
    – Кисә миңә бандиттар hөжүм итте. Аҡсамды, алтын сәғәтемде тартып алдылар.
    – Бәй, бәй, hинең бокс буйынса чемпион тигән миҙалың бар бит?
    – Аллаға шөкөр, миҙалымды тапманылар.
    * * *
    «Яңы урыҫ» Амазонка ярында hыу инергә тип сисенә башлай.
    – Һеҙ бында hыу инмәгеҙ, – ти ярҙамсыhы, – бында крокодилдар бик күп.
    – Ә улар ҡайҙа юҡ hуң?
    – Крокодилдар океанға яҡын ерҙә булмай.
    – Ысынлапмы?
    – Ысын-ысын, улар бит акулаларҙан ҡурҡа.

    * * *
    – Кейәүкәйем, байрам менән үҙеңде.
    – Ниндәй байрам ул, ҡәйнәм?
    – Бына миңә бик ашығыс рәүештә ҡайтып китергә кәрәк.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көләмәстәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөлиум
  • Көлкөлиум
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru