Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Дәрестә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Тормош күренештәре
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    «Яңы урыҫ»тың өйөндә – яңы бала ҡараусы. Кисен театрға әҙерләнгәндә ҡатыны тегеңә:
    – Этебеҙгә ашағандан һуң һыу ҡойорһоғоҙ. Әгәр ул буфет ишеген тырнай башлаһа, сохарый ашағыһы, ә һыуытҡыс эргәһенә барып ултырһа, тимәк, һалҡын һөт эскеһе килә. Ә инде келәменә барып ятһа, уның өҫтөнә әкрен генә одеял ябығыҙ, – ти.
    – Ә балаларҙы нисек?.. Нисәлә йоҡларға һалырға? – тип һорап өлгөрмәй. Хужабикә:
    – Балаларҙы? – тип аптырай. – Ә ниңә уларҙы йоҡларға һалырға? Улар һәр көн һайын телевидение программаһы тамамланыу менән үҙҙәре йоҡлап китә.

    * * *
    Судта адвокат прокурорға:
    – Һеҙ уның иҫәр икәнен күрмәйһегеҙме? – ти.
    – Ә был уны аҡларға тигәнде аңлатмай, иҫәрҙәр ҙә беҙҙең кеүек үк кешеләр, – тигән прокурор.

    * * *
    Бер егет өйләнергә уйлай. Һәм үҙенең ғаиләле дуҫынан нисек йәшәүе хаҡында һораша.
    – Беҙ танышҡанда мин уның ҡолағына шыбырлай инем, ә ул тыңлай ине. Никахтан һуң ул шыбырлай башланы, ә мин тыңланым. Ә хәҙер беҙ икәүләшеп шул тиклем шыбырлайбыҙ, хатта күршеләр йүгерешеп тыңларға килә...

    * * *
    Егет ҡыҙы менән ташлаша һәм быны бик ауыр кисерә. Аҙаҡ иң яҡын дуҫының ҡатынына шылтырата ла, берәй ҡыҙ менән таныштырыуын һорай. Теге:
    – Ә һин уны яратасаҡһыңмы? – тип һорай.
    – Әлбиттә, – ти егет.
    – Ҡулыңда йөрөтәсәкһеңме?
    – Йөрөтәсәкмен...
    – Бүләктәр бирәсәкһеңме?
    – Бирәсәкмен...
    – Бәлки, миңә өйләнерһең, ә?..
    * * *
    Ҡайһы ваҡыт рәхәтләнеп диванда һуҙылып төшөп телевизор ҡарап ятҡанда телефон шылтырай һәм: «Баланы ясленан алдыңмы? Аҙыҡ-түлеккә магазинға сыҡтыңмы? Иртәгә әсәйем килә, онотманыңмы? Ниңә өндәшмәйһең, Ирек?» – тигән һорауҙар теҙмәһе башлана. Ә һин Ирек түгел, ә Иҙел!!! Һәм күңелдә шундай рәхәт, байрам!
    авторы: Нур | 20 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мәҙәктәр
  • Сатира
  • Көләмәстәр
  • 10 һыйыр хаҡы
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru