Ир аҫылы эштә беленә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Йондознамэ
  • Беренсе мөхәббәт
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    * * *
    – Хәлең нисек?
    – Түҙерлек, мине эштән ебәрҙеләр.
    – Ни өсөн?
    – Этем белһен. Мин унда инде алты ай барғаным юҡ.

    * * *
    – Егеттәр, ҡотҡарығыҙ! Ашығыс рәүештә пластик операция өсөн бик күп аҡса кәрәк.
    – Ирек, беҙ бит һиңә, өйләнмәй тор, бер аҙ һына, тинек.

    * * *
    Һәр ир-аттың ҡатын-ҡыҙҙың һәм хөкүмәттең нисек итеп аҡса туҙҙырыуына йәне көйә. Тик айырма шунда: ул һуңғыһын ҡысҡырып, асыҡтан-асыҡ һүгә ала...

    * * *
    Табип:
    – Ауырыу, мин һеҙҙе ҡурҡытырға теләмәйем. Әгәр иртәгә уянһағыҙ, бына ошо дарыуҙы ҡабул итерһегеҙ.

    * * *
    – Ильяс, ҡояшҡайың нисек?
    – Майын, тәгәрмәстәрен алмаштырырға кәрәк. Әллә һин ҡатын хаҡындамы?

    * * *
    Ҡатын – иренә:
    – Һин бөгөн төндә әллә нимәләр һөйләндең.
    – Хәҙер миңә көндөҙ генә түгел, төндә лә ауыҙ асып бер һүҙ әйтергә ярамаймы ни?

    * * *
    – Вәли, әйт әле, һеҙҙең ғаиләлә кем баш – һинме, ҡатыныңмы?
    – Нисек тип әйтәйем икән? Бына, мәҫәлән, әгәр аҡса табырға кәрәк булһа – мин, ә инде туҙҙырырға икән – ҡатын.

    * * *
    – Алло, был ресторанмы?
    – Юҡ, фатир.
    – Мин ресторанға шылтыратам бит.
    – Һуң, әйтеп торам, фатирға эләктегеҙ.
    – Һеҙҙең номерығыҙ ресторандыҡы менән берме ни?
    – Юҡ.
    – Шулай булғас, ни бысағыма трубканы алаһығыҙ?

    * * *
    – Бына бит заманалар. Мин, Ғәли Вәлиев, бер һуғыш үттем, ике машина яңырттым, өс тапҡыр өйләндем, ике тапҡыр айырылдым, бурыстарым өсөн биш тапҡыр бөтә мөлкәтемде тартып алдылар, ике тапҡыр банкротлыҡ кисерҙем. Ә хәҙер килеп миңә танау аҫтындағы һыуы ла кипмәгән ейәнем: «Һин тормошта бер нәмә лә аңламайһың!» – ти.
    авторы: admin | 5 декабря 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көләмәстәр
  • Көләмәстәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөлиум
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru