Дан хеҙмәттә яулана.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Хужабикә
  • Көләмәстәр
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    – Американың диңгеҙ пехотасылары афған тауҙарында нимә эшләй икән?
    – Диңгеҙ эҙләй...

    * * *
    Ресторанда ашап-эскәндән һуң, ир аҡса түләй һәм официантҡа:
    – Һеҙгә «сәйлек» аҡса бирә алмайым, шуның өсөн ҡатыным өҫтәлде йыйыштырырға ярҙам итәсәк, – ти.

    * * *
    Дарыуханала өлкән һатыусы практикант ҡыҙға:
    – Был банканан рецептар бөтөнләй танырлыҡ булмағанда ғына ҡоябыҙ, – тип аңлата.

    * * *
    – Табип әфәнде, башымда һәр ваҡыт ниндәйҙер тауыш ишетелгән һымаҡ.
    – Ҡолағығыҙға мамыҡ тығығыҙ.
    – Тауыш бит эске яҡта.
    – Әлбиттә, эске яҡта. Ул бит, ҡәҙерлем, ел.

    * * *
    Рәсәйҙең заманса аҙыҡ-түлеге: ит тәме сыҡҡан быҡтырылған ит, мотлаҡ һөт еҫе сыҡҡан аҡ һөт, ҡош ите, бәлки, тауыҡтыр, бер аҙ татлы шәкәр, бер аҙ һалам ҡушылған сәй.

    * * *
    – Кисә театрға барғайным. Кемдер минең пальтоны кейеп ҡайтып киткән, – ти бер ир танышына.
    – Һинең хан заманындағы, ҡырҡ ямаулы бишмәтеңдең кемгә кәрәге тейҙе икән? – тип аптырай танышы.
    – Белмәйем, белмәйем, – тип елкәһен тырнай ир, – мин бит алдараҡ ҡайтып киттем.

    * * *
    – Ғәфү итегеҙ, әфәнде, мин һеҙҙе казиноға индерә алмайым.
    – Ни өсөн?
    – Сөнки һеҙ галстукһыҙ.
    – Бәй, бәй, анауы егет бөтөнләй яланғас бит, – тип һаман да ныҡыша ир.
    – Ул бит инмәй, ә сығып килә.

    * * *
    – Йә, Хоҙай, ул нисек мине хөрмәт итә... Ниндәй матур һүҙҙәр әйтә... Көн дә сәскәләр килтерә! Ҡайһы саҡ уйлап торам да, әллә, мин әйтәм, бөтөнләй уға кейәүгә сыҡмаҫҡа инде...

    * * *
    Ир төн уртаһында тирләп-бешеп, ах та ух килеп уянып китә лә ҡатынын уята.
    – Нимә булды? Ниңә йоҡламайһың? – ти ҡатыны, асыуланып.
    – Беләһеңме, – ти ир, – мин ҡот осҡос төш күрҙем, имеш, машинабыҙҙы урлағандар.
    – Ахмаҡ, ни һөйләйһең, беҙҙең машинабыҙ юҡ та һуң.
    – Булмаһа ни, ҡот осҡос төш бит.
    авторы: Нур | 5 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көлкөлиум
  • [b]Үәт, ҡыҙыҡ![/b]
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөлиум
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru