Ата алмаған йәйә һайлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Ҡолаҡ һал!
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    – Әсәй, минең аяҡтарым ысынлап та ҙурмы ни? – ти улы.
    – Әлбиттә, улым. Онотоп торам, гараждағы ҡышҡы ботинкаларыңды берәй ергә йыйып ҡуй әле. Юғиһә, атайыңа машинаны индерергә кәрәк.

    * * *
    Бысраҡ үҙбушатҡыс машинаның артындағы яҙыу: «Тиҙ генә үтеп кит! Кемдер һинең бөйөрҙәреңде көтә...»

    * * *
    – Һеҙ кешенең уйын уҡый беләһегеҙме?
    – Үҙемдекен генә. Уныһын да һүҙлек ҡулланып.

    * * *
    – Ирек, ниңә илайһың?
    – Теш табибында булдым. Тешемде алдырҙым.
    – Эй, меҫкенкәйҙе. Нисәне алды һуң?
    – 200 доллар.

    * * *
    Ҙур ҡалала йәшәүсенең тормош үҙенсәлектәре: компьютер артында ултырып арығас, ҡулына ноутбук алып, диванға барып ята.

    * * *
    – Кредит алдым, пластик операция эшләтергә теләйем.
    – Ниңә һиңә пластик операция?
    – Кредитты түләмәҫ өсөн!

    * * *
    Участка терапевының ишегендәге яҙыу:
    «16-һынан 20 июнгә тиклем ҡабул итмәйәсәкмен! Бөтә ауырыуҙар һәм улар­ҙы нисек дауалау хаҡында интернетта мәғлүмәт бар».

    * * *
    Яҙ һәм көҙ айҙарында «Һине эҙләйем» программаһы хәрби комиссариат­тар­ҙың ғаризалары менән тула.

    * * *
    Фатир хужаhы:
    – Мин hеҙҙе, фатир өсөн бөтә аҡсаны түләп бөтмәйенсә тороп, теркәүҙән төшөрмәйәсәкмен, – ти.
    – Ҙур рәхмәт инде, – ти студент, шатланып, – ниhайәт, мин дә торлаҡҡа оҙаҡ ваҡытҡа мохтажлыҡ кисермәйәсәкмен икән.

    * * *
    Дерипаска Абрамовичҡа килә:
    – Рома, 150 һум аҡса бир әле.
    – Ниңә?
    – «Fоrbеs» журналын һатып алып, үҙемдең донъялағы иң бай кешеләр араһында нисәнсе урында тороуымды ҡарарға теләйем...
    авторы: Нур | 15 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көләмәстәр
  • Көләмәстәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru