Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән - һирәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еләк һатығыҙ
  • Ниңә шулай?
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Ҡолаҡ һал!
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йомаҡ Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    Ҡыҙыу ураҡ осоро. Баш мөхәррир, киләһе һанға репортаж кәрәк, тигәс, фотограф менән районға киттем. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, килеүҙең маҡсатын белгәс, ҡосаҡлап алды.
    – Уборка гөрләп бара, тап беҙгә килеп, бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ана, «Алға» йәмғиәтенең Йомғаҡ бүлексәһендә гектарынан уртаса 50 центнер алалар, шунда барырһығыҙ, – тип, арҡанан дөпөлдәтеп һөйҙө.
    Был яҡтарҙа бик ихлас кешеләр йәшәй икән. Район үҙәгендә иң шәп ресторанға барып, ошо төбәк менән беҙҙең гәзит араһында бөрөләнеп килгән дуҫлыҡты затлы коньяк тултырылған бокалдар сыңы менән нығыткас, замана мичуринсылары янына йүнәлдек.
    Ҡыуаныслы яңылыҡ был. Иң алдынғы Европа илдәрендә лә, күпме ашлама индереп, элиталы орлоҡтар ғына сәсеп тә, бындай уңышҡа һирәктәр генә өлгәшә. Беҙҙекеләр ҙә ҡалышмай икән хәҙер.
    – Эйе, уңыш бик мул беҙҙә, – тип дөрөҫләне «Алға» йәмғиәте директоры, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй. – Йомғаҡ бүлексәһенә барығыҙ әле һеҙ, унда гектарынан урыны-урыны менән 40 центнер алабыҙ.
    Директор кабинеты янындағы аулаҡ бүлмәлә инде шаҡтай нығынған дуҫлыҡты рюмкаларға мөлдөрәмә тултырылған элиталы араҡы ярҙамында мәңге ҡаҡшамаҫлыҡ иткәс, артабан киттек.
    Ауыҙы ҡолағына еткән Йомғаҡ бүлексәһе агрономы беҙҙе шунда уҡ баҫыуға әйҙүкләне.
    – Күптән көтә инек прессаны, иғтибарға ла алмайҙар, тип үпкәләргә лә сама бар ине. Ә бит беҙҙә лә уңыш ат ҡолағынан. Бүлексәлә гектарынан 30 центнер биргән баҫыуҙы күрһәтәм хәҙер.
    Ул киң баҫыуҙа яңғыҙы ғына иген һуҡҡан комбайнды туҡтатты.
    – Уңыш шәп быйыл, – тип йылмайҙы өлкән йәштәге комбайнсы, тир бөртөктәрен һөртә-һөртә. – Утыҙынсы йыл ураҡта ҡатнашам, бы­йылғы һымаҡ уңышты беренсе тапҡыр күрәм. Урыны-урыны менән гектарынан 20-шәр центнер бирә был баҫыу, нисек ҡыуанмайһың…
    Фотограф егеттең, бынан алдараҡ «төшөрөү» шауҡымынан бәүелеп торһа ла, комбайнсыны иген баҫыуында тубыҡландырып төшөрөргә башы етте. Иҫ киткес кадр булды был: иген башаҡтары хеҙмәт алдынғыһының эйәгенә етеп тора.
    Үкенескә күрә, фотографтың ижади эҙләнеүҙәренең дауамын күрә алманым, агрономдың «үҙе өсөн генә эшләгән» ҡаты көмөшкәһе һа­лынған стаканды быуаттар дауамында йәшәйәсәк дуҫлығыбыҙ хаҡына сираттағы тапҡыр күтәргән ыңғайы ҡыуаҡ төбөнә тәгәрәгәнмен.
    Бына әле үҙем, бөтә булған йылы һүҙ запасын ҡулланып, райондағы, «Алға»лағы йән дуҫтарымды маҡтап-данлап, гәзиткә мәҡәлә яҙып ултырам, үҙем уйланам: Йомғаҡ бүлексәһендә гектарынан 50 центнер алалармы, әллә егермеме? Йомғаҡтағы уңыш баш етмәҫлек йомаҡ булды әле.

    Марат ӘМИНЕВ.
    авторы: admin | 24 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ДҮРТӨЙЛӨЛӘР БЕРЕНСЕ!
  • ТӘҮГЕ МИЛЛИОН!
  • 101,5 ТОННАҺЫ ЙЫЙЫЛҒАН
  • Янылыктар
  • ИГЕН – ИКЕ МИЛЛИОН ТОННА
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru