Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    Ишек шаҡыйҙар. Ир кеше ишекте асһа, ауыҙын йырып, ҡәйнәһе баҫып тора.
    – Кем саҡырҙы? – ти кейәүе.
    – Эй, кейәүкәйем, кем саҡырһын инде, үҙем килдем.
    – Ярай, үҙең килгәс, үҙең китерһең әле. Оҙаҡҡа килдеңме?
    – Бер килгәс, ялҡыт­ҡансы торормон инде.
    – Ялҡытҡансы? Нимә, сәй ҙә эсеп тормайһыңмы ни?..

    * * *
    – Һәйбәт ир-ат, ҡатыны ҡаҙаҡ ҡаҡҡанда бер ҡасан да дөрөҫ ҡаҡмай­һың, тип ултырмаясаҡ.

    * * *
    – Әйтегеҙсе, консерваторияға нисек барыр­ға?
    – Һыра барына тиклем тура, стриптиз клубына тиклем һулғараҡ, аҙаҡ казино эргәһенән...
    – Рәхмәт, рәхмәт, аңлашылды...

    * * *
    Гәзиттәге иғландан: «Яңғыҙ ир мөхәббәт, һөйөү, наҙ, аңлашыу һәм тағы берәй төрлө ашамлыҡ эҙләй».

    * * *
    Бер бик ялҡау кеше урамдан китеп барғанда абынып ҡолай. Тороп, бер аҙ барғас, тағы йығыла. Аҙаҡ:
    – Икенсе тапҡыр йығылырымды алдан белгән булһам, тәүге йығылғанда уҡ тормаған булыр инем, – ти.

    * * *
    Урман буйлап ҡолаҡтары яңағына ҡыҫып бәйләнгән ҡуян балаһы сабып йөрөй. Быны күреп, айыу:
    – Ҡолаҡтарыңа нимә булды? – ти.
    – Әсәйем бәйләне. Урманға һунарсылар килеп тулған, атып үлтерәләрме, юҡмы, билдәһеҙ, әммә уларҙың насар һүгенеү һүҙҙәрен ишетһәң, ҡолаҡтарың шиңер, ти.

    * * *
    Бер бәләкәй ҡала театрында юбилей кисәһе үтә. Грим һалыу бүлмәһендә ике саҡырылмаған комик һәм трагик актер ултыра. Трагик актер:
    – Эйе, саҡырманылар... Тимәк, минең хаҡта оноттолар.
    Комик:
    – Эйе. Саҡырманылар (ауыҙын йыра), әммә иҫләйҙәр әле...

    * * *
    Әгәр ҙә хеҙмәткәр эш урынында ун минут эшһеҙ ултыра икән, тимәк, ул автоматик рәүештә йоҡо режимына күсә.


    * * *
    – Ҡәҙерлем, – ти ире, – әйҙә, бесәй алайыҡ!
     Һин нимә, беләһең дә инде минең хайуан тиреһенә аллергия, – ти ҡысҡырып ебәрә ҡатыны.
     Ҡыҙыҡ, – ти ире, – бесәй тиреһенә аллергия, ә бына шәшке тунына юҡ...
    * * *
    – Әле мин «Ханой» ресторанында эшләйем, – тип маҡтана әхирәтенә бер ҡыҙ.
    – Аңламаным! Кем булып эшләйем, тиһең
    * * *
    30 йылдан һуң юғары технологиялар:
    – Ғәлиә, ҡырынғысымдың аҡсаһы бөткән, үтектекенән алып бер аҙ һалсы!..
    * * *
    Автобус туҡталышында күптән күрешмәгән ике таныш осраша. Береһе:
    – Сәләм! Ҡайҙа юғалдың, күренгәнең юҡ. Өйләндеңме әле
    – Юҡ.
    – Нимә көтәһең һуң
    – Автобус...
    * * *
    «Әгәр ҙә һеҙ быуындарығыҙ һыҙлауын оноторға теләйһегеҙ икән, склероздан дарыу эсмәгеҙ!»
    * * *
    Дәрес башлана. Уҡытыусы студенттарға ҡарап:
     Нишләптер бөгөн һеҙ бөтөнләй әҙһегеҙ, – ти.
     Һеҙ ҙә күп түгел инде, – тигән бер студент.
    авторы: admin | 12 марта 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сатира
  • Тамғалы һыйыр
  • Көлкөлиум
  • Көләмәстәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru