Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Июнь
  • Эш солтаны
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
    – Атай, бөгөн төшөмдә, һин миңә ун мең һум аҡса биргәнһең икән, тип күрҙемсе, – ти 17 йәшлек егет.
    – Шулаймы, улым, ярай, аҡсаны үҙеңдә ҡалдыр...

    * * *
    – Табип әфәнде! мине аяҡҡа баҫтыр­ғанығыҙ өсөн рәхмәттәремде нисек кенә әйтеп бөтөрөргә икән?
     Кешелек аҡсаны уйлап тапҡандан бирле был бер ниндәй ҙә проблема тыуҙырмай.

    * * *
    Математика уҡытыусыларының съезы һуғыш менән тамамланды. Нимәнелер бүлә алмағандар.

    * * *
    Командировкаға китер алдынан ире ҡатынына шаярып ҡына, йоҡо бүлмәһендә “видеорегистратор” тора, ти. Ә командировканан ҡайтыуына өйҙәге иң бейек һәм ҡиммәтле өҫтәлдең аяғы һынғанын күрә.

    * * *
    Ысын ир-егет бер ҡасан да үҙе артынан бысраҡ һауыт-һаба ҡалдырмаясаҡ: кәтлитте һәм картуфты ул – табаһынан, ә ашты кәстрүлдән ашаясаҡ.

    * * *
    Ике ҡараҡ берәүҙең кәзәhен урлар­ға уйлай. Был эш бик ябай күренhә лә, кә­зә – бик тиҫкәре мал, уны нисек урлар­ға hуң? Шунан береhе:
    – Таптым, – ти, шатланып.
    – Нисек?
    – Кәзәне кейендереп, артҡы аяҡтарына баҫтырып, алғыhынан ҡултыҡлап алып ҡасырға кәрәк.
    Кәзәне ир-ат кейеменә кейендереп, ҡултыҡлап алып китергә уйлағанда, тегеhе тиҫкәреләнеп, баҡыра башлаған. Шунан бурҙарҙың береhе, кәзәнең ауыҙын ҡаплап:
    – Эсеп туйманыңмы ни, алкаш, ана бит шул эсеүең арҡаhында хәҙер кәзә булып ҡысҡыра башланың, – тигән.

    * * *
    Әгәр ҙә бик оҙаҡ һәм намыҫлы итеп 8 сәғәт эшләһәгеҙ, бәлки, уңырһығыҙ ҙа – етәксе булып китерһегеҙ һәм 12-шәр сәғәт эшләй башларһығыҙ.

    * * *
    Командировканан ҡайтыуығыҙға фатирығыҙ таҙа итеп йыйыштырылған, аш бүлмәһенән тәмле еҫ килһә, балаларығыҙ тыныс ҡына дәрес әҙерләһә, ҡатынығыҙ шат йылмайып һеҙҙе ҡаршылаһа, ҡәйнәгеҙ һеҙгә иғтибар ҙа итмәй бәйләм бәйләһә, этегеҙ шым ғына үҙ урынында ятһа – тимәк, улар­ҙың кемеһелер һеҙҙең компьютерығыҙҙы боҙған.

    * * *
    – Улым, һин эшләгән һәр насарлыҡ минең бер бөртөк сәсемде ағарта. Ҡара, күпме сал сәс бар миндә хәҙер!
    – Өләсәйҙең ап-аҡ сәстәренә ҡарағанда, һин дә ул тиклем тәртипле булмағанһың, әсәй.

    * * *
    – Ҡояшым!
    – Нимә, матурым?
    – Аҡыллым, миңә сәй яһа әле!
    – Әлбиттә, ҡуяным!
    – Рәхмәт, гүзәлем!
    – Теләһәң, тағы ла яһармын, арыҫланым!
    – Яратам һине, бәпкәм!
    – Мин дә һине яратам, иркәм!
    – Туҡта әле, туҡта, һин дә минең исемемде иҫләмәйһеңме әллә?
    авторы: admin | 24 сентября 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көлкөлиум
  • Көлкөлиум
  • [b]Үәт, ҡыҙыҡ![/b]
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru