|
 |
|
– Туҡ-туҡ! Асығыҙ, милиция! – Этем ҡуштымы ни һеҙгә унда бикләнергә?
* * * Тыҡрыҡта ике милиционер баҫып тора, ә үҙҙәренең йөҙө бик ныҡ бойоҡ. Үтеп барыусы: – Нимә булды, шул тиклем бойоҡһоғоҙ? – тип һорай. – Беҙҙең эҙләүсе этебеҙ юғалды. – Эй, тапҡанһығыҙ ҡайғырыр нәмә. Эт юғаламы ни ул, үҙегеҙҙең бүлексәне табыр әле. – Эйе, эт табыр ҙа ул...
* * * Милиция ғаиләһендә игеҙәк балалар тыуа. Дуҫтары, таныштары бәпәй күрергә йыйыла. Береһе, балаларҙың бер-береһенә шул тиклем оҡшауына иҫе китеп: – Һеҙ уларҙы нисек айыраһығыҙ? – тип һорай. – Бармаҡ эҙҙәре буйынса.
* * * Милиция юғалған ҡатынды таба һәм иренә шылтыраталар. Ир: – Эйе, мин ҡатыным юғалыуы хаҡында ғариза бирҙем, әммә унда, уны эҙләгеҙ, тигән бер һүҙ ҙә юҡ ине, – тигән.
* * * Милицияға шылтыраталар: – Бөтәһен дә урлағандар! Рулде, магнитофонды, документтарымды! Бер аҙҙан тағы телефон шылтырай: – Командир, ғәфү итегеҙ, артҡы ишектән ингәнмен икән...
* * * Милиция мәктәбенә курсанттар йыялар. Комиссия сәркәтибе йәш егеттән: – Һеҙ төнгө урамдан машинала китеп бараһығыҙ. Көтмәгәндә һеҙҙе сәғәтенә 120 саҡрым менән барған ҡораллы бандиттар ултырған машина ҡыуып етә. Һеҙ нимә эшләр инегеҙ? – тип һорай. Егет оҙаҡ ҡына уйлап тора ла: – Тиҙлекте 140-ҡа еткерер инем, – ти.
* * * Милиция бүлегенән берәүҙе һөйрәкләп сығарып ырғыталар. Был тороп, өҫ-башын ҡаға ла: – Шулай ҡыланһағыҙ, һеҙгә бер кем дә килеп йөрөмәйәсәк, – ти.
* * * Ике әхирәт кафела ултыра. Береһе: – Бөгөн ниңәлер кофелары бик тәмле түгел, – ти. – Һин, нимә, иҫәрме әллә, ниндәй кофе, был бит сәй, – ти икенсеһе. – Ҡыҙҙар, әллә тағы какао килтерергәме? – ти официант.
* * * – Ҡәҙерлем, мин икмәккә киттем. Ниндәйен алайым: яртылаш татлыһынмы, әллә яртылаш ҡорономо? |
|
авторы: админ | 6 марта 2008 | | Фекерҙәр (0) |
|
+ Новости Баш-портала Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар
|
|
|