Иренһәң - иренеңә теймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Атың булһа, ил таный
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Беренсе мөхәббәт
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Директор секретаршаһын эштән ебәрергә теләй. Һәм баш инженер­ға ҡыҙҙы үҙенә алыуын һорай.
    – Ә ни өсөн? – ти инженер.
    – Эй шуны, минең ҡатыным унан яҡшыраҡ, – ти.
    Бер нисә көндән һуң директор инженерҙан: «Шунан, нисек? – тип һорай.
    Инженер уйланып тора ла: «Һеҙ хаҡлы, директор әфәнде, һеҙҙең ҡатынығыҙ яҡшыраҡ», – ти.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Мәскәүҙә Украина телевидениеһын ҡарарға буламы?
    Яуап:
    – Антеннаға бер киҫәк сало йәбештерһәң, була.
    * * *
    – Кисә телевизорҙан «Проблемағыҙ булһа, уларҙан «Опель» машинаһына ултырып ҡасығыҙ» тигән реклама күрҙем. Их, шундай машинам булыуын теләйем.
    – Ә мин үҙемдә улар­ҙың проблемаһы булыуын теләр инем.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Эй, ир кеше, һеҙҙең артығыҙҙан нимә һөйрәлеп бара ул?
    – Ә, «Ока» машинаһынан сыҡҡас, хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырырға онотҡанмын...
    * * *
    – Ҡыҙҙар, беҙҙең никах буласаҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлаша ҡыҙ хеҙмәттәштәренә. – Уның исеме – Роберт. Ул мине үпте лә: «Һинең ирендәрең рауза сәскәһенең таждарын хәтерләтә», – тине.
    – Ә, теге Робертмы... – тине ҡыҙҙар хор менән.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – һин беҙҙең туйыбыҙҙың биш йыллығына миңә бүләк алдыңмы әле?
    – Әлбиттә.
    – Ә ул миңә оҡшаясаҡмы?
    – Оҡшамаһа, миңә бирерһең, күптән шундай ҡиммәтле ҡармаҡ хаҡында хыяллана инем.
    * * *
    Яр буйында балыҡсы ултыра. Бер ҙур балыҡ сыға ла:
    – Нимә эшләп ултыраһың? – ти.
    – Сирткәнде көтәм!..
    Балыҡ, башын тотоп:
    – Бөгөн ниндәй сиртеү булһын, сиртеү кисә булды, бына һаман баш шаңҡый, – ти.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Алло, был ресторанмы?
    – Юҡ, фатир.
    – Мин ресторанға шылтыратам бит.
    – Һуң, әйтеп торам, фатирға эләктегеҙ.
    – Һеҙҙең номерығыҙ ресторандыҡы менән берме ни?
    – Юҡ.
    – Шулай булғас, ни бысағыма трубканы алаһығыҙ?

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Шығырым тулы автобуста бер ҡарт баҫып тора, ә эргәһендә бик сибәр йәш ҡыҙ ултырып бара.
    – Ҡыҙыҡай, бабайыңа урын бирер инең, – ти кемдер.
    – Һеҙ нимә, – тип сәрелдәп ебәрә ҡыҙ, – ниндәй бабай булһын, минең ирем бит ул!
    * * *
    Имтиханда.
    – Әй, өсәү, етте һеҙгә бер-берегеҙгә ҡағыҙ ырғытырға, – ти профессор, асыуланып.
    – Был ҡағыҙ түгел, беҙ преферанс уйнайбыҙ.
    – Шулаймы ни, улай­һа ғәфү итегеҙ.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһен башлайбыҙ Сатира һәм юмор!, Шиғырҙар

    Ҡасандыр «Йәшлек» гәзитендә тәпәй баҫҡан таҡмаҡсылар бәйгеһе, башҡа матбуғат баҫмаларын урап, яңынан үҙ ояһына ҡайтты. Тиҫтә йылдан һуң һүҙ оҫталарын, йор һүҙлеләрҙе, төртмә теллеләрҙе, халыҡ ижадын үҙ итеүселәрҙе, үҙебеҙсә әйткәндә, таҡмаҡсыларҙы быйыл яңынан үҙебеҙҙең ҡорға йыйырға булып киттек.
    Шулай итеп, «ТАҠМАҠ» бәйгеһе иғлан ителә.
    Бәйгенең маҡсаты ябай, хатта девиз кеүек –
    Кризис тип, аҡса юҡ тип,
    Үгеҙҙәй үкермәйек!
    Таҡмаҡ әйтеп, төрткөләшеп
    Күңелде күтәрәйек. (Таҡмаҡсылар, йыбанмаһағыҙ, үҙегеҙ шымартып ебәрерһегеҙ әле).

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Одесса кешеһен ике көньяк эшҡыуары менән таныштыралар.
    – Айвас, – тип үҙе менән таныштыра береһе, – русса – Вася.
    – Акоп, – ти икенсеһе, – русса, русса...
    – Русса – траншея, – тип ярҙамлаша Одесса кешеһе.

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru