Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Октябрь
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Тормош күренештәре
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
    – Алло, был радиомы?
    – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
    – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
    – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
    – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Йәш ҡыҙ машинаһын тыйылған урында туҡтата. Эргәһенә инспектор килә лә:
    – Һеҙ нимә, бер нәмә лә күрмәйһегеҙме әллә? – ти.
    – Юҡ... Әй, ғәфү итегеҙ, шунда уҡ төшөнмәгәнмен. Һеҙҙең өҫтөгөҙҙә яңы форма икән дә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Был ниндәй ауыл?»
    Йонос ауылында ныҡ ҡына төшөрөп алған ир трактор ме­нән күршеһенең картуф баҡсаһына барып инә. Уянғас, ул үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай тора. Шунан үтеп барыусы кешеләрҙән: «Был ниндәй ауыл әле?»− тип һорай.

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сатира Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    * * *
    Магазинда ике әхирәт һөйләшә.
    – Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе.
    – Нимә хөрмәтенә һуң?
    – Әй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит.
    * * *
    – Әйтегеҙ әле, костюмығыҙҙы ҡайҙа тектерҙегеҙ?
    – Парижда.
    – Ул Одессанан алыҫмы?
    – 10 мең саҡрым.
    – Ҡара һин уны, ниндәй төпкөлдә, ә нисек тегәләр!
    * * *
    Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
    – Алло, был радиомы?
    – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
    – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
    – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
    – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.
    * * *
    Ике пенсионер осраша:
    – Шунан, хәлдәр нисек?
    – Ресторандан сыҡҡан юҡ!
    – Әллә берәй мираҫ алдыңмы?
    – Швейцар булып эшләйем.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Парк эскәмйәһендә студент ултыра. Уның эргәһенән кисә уға «икеле» ҡуйған профессор үтеп бара. Студент, һикереп тороп:
    – Һаумыһығыҙ, Иҙрис Ғәзизович, – ти.
    – Мин аңралар менән һаулыҡ һорашмайым, – ти профессор эре генә.
    – Ә мин һорашам, – тигән егет.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике таныш осраша.
    – Шунан, хәлдәр нисек?
    – Эй, тараҡандар йонсота, бер нисек тә ҡотола алмайым үҙҙәренән.
    – Ә һин һыуытҡыстан бөтә аҙыҡ-түлекте алып йәшер ҙә, аҙаҡ ишеген асып: «Бына ашарға бер нәмә лә юҡ. Шуның өсөн минең өйҙән тайығыҙ», – тип әйт.
    Теге өйөнә ҡайтып, дуҫы ҡушҡанса эшләй ҙә, йоҡларға ята. Бер заман ҡабырғаһына төрткәнгә уянып китә. Күҙҙәрен асһа, тараҡандарҙың башлығы:
    – Эй, хужа, тор, беҙ һиңә ашарға алып килдек, – ти...

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Һүрәте – һүрәт,  яуап кәрәк!
    Үлән юҡ быйыл, саң еҫкәп һарыҡ бәрәсе үҫте, бер тапҡыр йөнөн ҡырҡтыҡ. Дәлше үҫһен. Эшләпәле көнбағыштар күҙ ҡыҫа хәҙер. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ.
    Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Зөбәйлә ФӘТИЕВА (Ишембай районы) яҡташы, күренекле шағир, билдәле юморист Риф МИФТАХОВтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы симешкәне һәйбәт сиртеүсегә, йәғни тапҡыр яуап биреүсегә талантлы шағир Салауат Әбүзәр үҙенең шәп китабын әҙерләне.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ошо фотоһүрәтемде «Йәшлек»тә баҫһағыҙсы, Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Әле кескенә булһам да,
    Үҫеп етермен тиҙҙән.
    Быйма, кейеҙ, ойоҡ-башлыҡ
    Йөн дә бирермен һеҙгә.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru