Ҡайҙа барһаң - бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һыйлаған Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ауылда көмөшкә ҡы­уыусыларҙы тикшереп йө­рөйҙәр икән,тигән хәбәр ишетелгәс, Зариф ағай шөр ебәрә. Шулай ҙа юғалып ҡалмай – сәмәйен йәһәт кенә ояла баҫып ултырған ҡаҙ янына йәшерергә өлгөрә.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәтле Әхәт Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Башы бинт менән бәйләнгән, күҙҙәрендә йәш ине уның. Әхәт ағай һөйләүен дауам итте:
    – Монтер кешенең шул инде, бағана ла бағана. Кисә тағы менергә тура килде. Бил ҡайышын эләктерергә онот­­ҡанмын. Түбәнгә осҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Үҙем уйлап төшөп барам, әгәр иҫән ҡотолһам, башҡаса эскән килеш бағана башына менмәйәсәкмен, тип. Уң яҡ менән төшһәм, уң ҡул һыныр инде. Һул ҡул менән төшһәм, тоже йәлке. Арҡа менән төшһәм, арҡа үҙәге йәлке. И, Хоҙайым, ниңә был донъяла хәмерҙе уйлап сығарҙың? Бынан һуң бер грамм йотһаммы!
    – Ниңә, шулай оҙаҡ остоңмо ни? Шул тиклем күп уйлап өлгөргәнһең.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Ни өсөн был ҡуянды аттығыҙ? Һеҙ бит һунарсылар ойошмаһы ағзаһы түгел.
    – Ә ни өсөн ҡуян минең кәбеҫтәне ашаған, ул бит минең ғаилә ағзаһы түгел? – тигән ир.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Фатирҙа ҡыңғырау шылтырай. Хужабикәнең ишекте асыуы була, унан бер егет килеп инә лә, үҙен реклама агенты тип та­ныштырып, иҙәндәге келәм өҫтөнә буяу түгә. Хужабикә, иҫе китеп, башын тота. Ә егет:
    – Бына хәҙер беҙҙең фирма яңы нәмә эҙләп тапҡас, һеҙгә келәмегеҙ хаҡында борсолорға ла түгел, – ти.
    – Был тапты бөтөрә торған нәмәгеҙме? – ти ҡатын.
    – Юҡ, – ти егет, – был – һеҙҙе тынысландыра торған дарыу.

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Атай, ә өләсәйем бер литр һутты эсеп бөтөрә аламы?
    – Ала.
    – Ә ике литрҙы?
    – Әлбиттә.
    – Ә йөҙ литрҙы?
    – Ике йөҙҙө лә эсә ала! Шуны иҫеңдә тот, улым, әгәр ҡәйнә кеше кейәүе елкәһендә йәшәһә, тимәк, ул вагоны менән ашаясаҡ һәм эсәсәк.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, да­рыу һымаҡ, фай­ҙаһы ла тейә, әммә ҡайһы ваҡыт зыян килтереүе лә ихтимал. Ә тыштан ҡарағанда улар бер-береһенән бер нәмә менән дә айырылмай.

    * * *
    – Ҡәҙерлем, – ти ире, – туйға түккән аҡсамды һинең бирнәң менән сағыштырып, мин ысынлап та, мөхәббәт буйынса өйләнгәнмен икән, тигән һығымтаға килдем.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Календарҙы ҡараным: ахыры заман вәғәҙә иткән 2012 йылдың 21 декабре йома көнгә тура килә икән. Йәғни беҙ аҙна буйы интегеп эшләйбеҙ ҙә – бах! Ә ял көндәре?..»

    * * *
    – Бесәйҙе ашаттыңмы?
    – Ул һыу ашаны инде.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
    – Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, 60 тин генә тора ул, – ти ир.
    – Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 1-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru