Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Атың булһа, ил таный
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Суд залында. Судья залға мөрәжәғәт итеп:
    – Шым ултырығыҙ! Киҫәтеп ҡуям, әгәр тағы ла берәйһегеҙ «судьяны «долой», тип ҡысҡырһа, шунда уҡ урамға сығарып ебәрәсәкмен, – ти.
    Бер аҙҙан: «Судьяны «долой»! – тигән тауыш ишетелә.
    – Хөкөм ителеүсе, был һеҙгә ҡағылмай, – ти судья.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Йыуыныу бүлмәһенән ире ҡатынына:
    – Ҡәҙерлем, был шампунь миңә ярамай икән. Бында, ҡоро сәстәргә, тип яҙылған, ә минең сәстәрем еүеш...

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Әсәй, минең аяҡтарым ысынлап та ҙурмы ни? – ти улы.
    – Әлбиттә, улым. Онотоп торам, гараждағы ҡышҡы ботинкаларыңды берәй ергә йыйып ҡуй әле. Юғиһә, атайыңа машинаны индерергә кәрәк.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Начальниктың улы ах та ух атаһының кабинетына килеп инә лә:
    – Атай, мин бер минутҡа ғына, хәлеңде генә белеп сығайым тигәйнем, – ти.
    – Һуңланың инде, улым, – ти атаһы, – әсәйең инеп, һаулығымды һорашып, бөтә кеҫәмде, аҡса янсығымды бушатып сығып китте.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике ҡарсыҡ сәй эсеп ултыра. Хужабикә:
    – Балына үрел, икмәген аша, алһам, бөтөр, тип ҡурҡма. Күп телһәм, бөтөр, тип, аҙ телдем, – тигән.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Элегерәк өҫтәл уйындарының иң күп уйналғаны домино ине, ә хәҙер өҫтәл уйындарының иң ҡыҙығы – «казино».
    * * *
    «Май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәүселәргә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре юҡ».

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Американың диңгеҙ пехотасылары афған тауҙарында нимә эшләй икән?
    – Диңгеҙ эҙләй...

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Колкохана Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Был ауырыуҙан мине дауаларҙай дарыу һеҙҙә юҡтыр инде, – тип көрһөнә ауырыу.
    – Борсолмағыҙ, – тип йыуата уны табип. – Беҙҙә дарыуҙар муйындан! Ҡайһы берҙәрен хатта ниндәй ауырыуға ҡаршы ҡулланырға белмәйбеҙ!

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru