Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ресторандан швейцар таксиға өс пассажирҙы ултырта ла, водителгә:
    – Уңда ултырғанын – Гоголь урамына, урталағыhын – Ленин проспектына, ә инде ситтәгеhен Сипайлово биҫтәhенә илтергә, – ти.
    Бер сәғәттән hуң водитель ресторанға бөтә пассажирҙары менән кире килә.
    – Нимә булды? – тип hорай унан швейцар.
    – Һин миңә кемде ҡайҙа илтергә икәнен яңынан аңлат әле, юғиhә теге киҫкен боролошта улар буталышты, – тигән водитель.

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәҡтәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Үткән шәмбе ҡоҙа менән ныҡ һыйланғанбыҙ, ял көнө үҙемде яңы тыуған сабый һымаҡ хис иттем, – тип маҡтана Ғилман дуҫына.
    – Эскән араҡығыҙ яҡшы булғандыр?
    -- Юҡ, мине баҡсалағы кәбеҫтә араһынан табып алғандар.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәммәт һүҙендә торҙо Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    60-сы йылдарҙың аҙағында булған хәл. Һабыр мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы уҡыу йылы тамамланып барғанда hигеҙенсе синыф уҡыусыларынан «Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға?» тигән темаға инша яҙҙырған. Уҡытыусы директор бүлмәhенә килеп ингән дә: «Бынау иншаны уҡығыҙ әле», – тип директорға биргән. Директор уҡып сыҡҡан да: «Бәлки дөрөҫ яҙғандыр, ә hеҙ нисек уйлайhығыҙ?» – тигән. Уҡытыусы: «Хаталары үтә күп бит, ниндәй билдә ҡуйырға, имтиханға индерергәме hуң?» – тип аптырап тора. Директор уҡытыусыға: «Хаталарын төҙәт, нисә хата булhа ла өс ҡуй. Иншаны таратҡанда билдәhен генә әйт тә, йөкмәткеhе тураhында hүҙ алып барма. Ул бит еткән егет. Уның планы менән мин риза», – тип уҡытыусыны сығарып ебәрә.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәк хәлдәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Телефон шылтырай:
    – Был бала табыу йортонан, Иҙрисовҡа әйтегеҙсе, уның өс игеҙәк ҡыҙы тыуҙы.
    – Юҡ, юҡ, ғәфү итегеҙ, тик әле түгел, сөнки ул ҡырына...
    * * *
    Ике әхирәт өсөнсөhө хаҡында:
    – Ишеттеңме әле, Сәкинә вегетарианға кейәүгә сыҡҡан.
    – Ҡарт кешегәме ни?
    – Юҡ, улар бер ваҡытта ла ит ашамаясаҡ, шуға шатланам...
    * * *

    авторы: admin | 15 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәҡтәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Психотерапевт бер ханыма былай тип аңлата:
    – Өйҙә тыныслыҡ боҙолмаhын өсөн мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу hәм кәм тигәндә ике-өс телевизор булырға тейеш...
    * * *
    – Ергә дөйөм аслыҡ ҡасан киләсәк?
    – Ҡытайҙар ҡалаҡ менән ашай башлағас...
    * * *

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужа беҙҙең арала Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Иртәнсәктән бирле бер өйҙән икенсеhенә hуғылып йөрөп, Шәрифйән саҡ башын «төҙәтте». Инде күңелләнеп, кәйефе күтәрелеп, өйөнә табан атланы. Башҡалар күрhендәр, бүрене аяғы туйҙыра ул, тигәндәй, үҙәк урам буйлап үткәндә нығыраҡ сайҡалып атларға тырышты. Шул саҡ ҡапҡа алдына сыҡҡан Ишмөхәмәтте күреп, уның янына барып торҙо.
    – Нимә, иртәнсәктән үк әҙерһеңме? – тине Ишмәй тәмәкеhен борхолдатып (күршеләре уны ҡыҫҡаса ғына шулай атай – уңайлы бит).
    – Аллаға шөкөр. Вечно молодой, вечно пьяный, – тип йырлап ебәргән булды ир, сер бирмәҫкә тырышып.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәрештә - килен Ғәләмәт донья, Сатира һәм юмор!

    Әсәйем бала сағыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик борондан килгән ғибрәтле әкиәтен һөйләгәйне. Бер ир, ҡартайып, бәлйерәп бөткән әсәһен алама арбаға ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыға. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәртә. Арбаны этеп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына: «Арбаны төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ», – ти. Атаһының: «Нимәгә ул һиңә алама арба?» – тигән һорауына улы бик етди төҫ менән яуап бирә: «Үҙең ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлайым һуң?» Ошо ваҡиғаны яйы тура килгән һайын миҫал итеп һөйләр ине беҙгә әсәйем. Халыҡ педагогикаһына тартым әкиәт – миҫал бишебеҙгә лә иҫкәртеү булып, тормош юлынан әле лә оҙата килә.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru