Булған кешенең көрәге лә утын киҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Наркоманияға – юҡ!
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Табип әфәнде, тиҙерәк килегеҙсе! Ҡатыным бала таба. Бик ауыр табасаҡ, ахырыһы.
    – Фамилияғыҙ?
    – Рабинович.
    – Борсолмағыҙ. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Бәләкәй Рабинович үҙенә кәрәк юлды нисек тә табасаҡ.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Аталы-уллы рустар, тотҡан балыҡтарын тейәп, инглиз портына килә. Атай кеше инглиз сауҙагәре менән һөйләшә. Ике бармағын күрһәтә:
    – Му-у!
    Өс бармағын күрһәтеп:
    – Бе-е! – ти.
    Инглиз ике һыйыр һәм өс һарыҡ биреп, балыҡты алып китә. Улы (үҙ алдына):
    – Үҫкәс, мин дә инглиз телен өйрәнәсәкмен, – ти.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Оло йәштәге ҡарсыҡ табипҡа килә һәм:
    – Улым, миңә тын ҡыҫылыуҙан берәй дарыу яҙып бирсе, – ти.
    Табип ҡарсыҡты тыңлай, тикшерә һәм бер ниндәй ҙә сирен тапмағас:
    – Ә һеҙҙең тынығыҙ ҡасан ҡыҫыла? – тип һорай.
    – Эй, балаҡайым, ҡасан тип ни, – ти ҡарсыҡ, – әлбиттә, ашыға-ашыға трамвай артынан йүгергәндә.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Аталы-уллы мәктәптән ҡайтып килә. Атаһы:
    – Улым, анауы матур ҡыҙҙы күрәһеңме?
    – Эйе.
    – Уның аяҡтары ниндәй матур, буй-һыны, сәсе.
    – Күрәм.
    – Бына шуның өсөн иҫеңдә тот: ундай ҡыҙҙар тик «отличник»тар менән генә йөрөй.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике ханым һөйләшә. Береһе:
    – Быйыл нисек тә диңгеҙ буйына барып ҡайтырға теләйем, – ти.
    – Ә һиңә был күпмегә төшәсәген беләһеңме һуң? – ти икенсеһе.
    – Әлбиттә, беләм. Бер туҡтамай 2 – 3 сәғәт илаһам...

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Шаяниум» көлдөргөстәре Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Команда ахырызаманды «көтә», ҡыҙҙар-егеттәр тор­мошҡа ашмаған хыял­дарын барлай. Араларынан берәүһе:
    – Ә минең «куры-грил»дә әйләнгем килгәйне...
    – Ни эшлә-әп?
    – Сөнки ул бит бер юлы карусель һәм солярий!

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Берәү йортон һатмаҡсы була. Алырға теләгән кеше унан:
    – Йортоғоҙ өсөн 600 мең һум аҡса һорайһығыҙ, ә аҙбары бармы һуң? – тип һорай.
    – Ә уныһы нимәгә? – тип аптырай хужа.
    – Һеҙ һораған хаҡты түләргә риза булған ишәкте ябыр өсөн, – тигән ир.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике таныш осраша.
    – Һин машина алғанһың икән тип ишеттем, – ти береһе.
    – Эйе. Яҡшы нәмә икән дә ул. Хәҙер бөтә ергә өлгөрәм. Бына, бөгөн, мәҫәлән, майын алмаштырҙым, яңы тәгәрмәстәр һәм машинаға кәрәкле нәмәләр һатып алырға магазинға барҙым, автосервисҡа инеп, кәрәкле ерҙәрен ҡараттым. Бына бит күпме эш башҡарҙым. Ә машинам булмаһа, мин быларҙы бер көндә нисек эшләп өлгөрөр инем? – тигән икенсеһе.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru