Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Автобуста. Водитель яңы ғына ингән ханыма:
    – Әбей, салонға үтегеҙ, – ти. Быны ишетеп ҡалған ханым, ҡысҡырып:
    – Мин һеҙгә ниндәй әбей булайым, әле лә эшләйем! Ейәндәрем дә юҡ. Шулай булғас, ниндәй әбей булайым?! Үткән аҙнала ғына Мысырҙан ҡайттым, – ти.
    – Эйе-эйе, һеҙ бик актив ҡарсыҡ былай булғас, – тигән водитель.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Уҡытыусы уҡыусыларға «Минең атайым» тигән темаға инша яҙырға ҡуша. Бер малай былай тип яҙа: «Минең атайым иң көслө, иң ҡыйыу кеше һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Ул крокодилдар йөҙгән киң йылғаны йөҙөп сыға. Бер ниндәй ярҙамһыҙ бейек үрҙәргә менә, ҡулы менән айыу һәм арыҫланды еңә ала. Әммә ул көн дә тик һауыт-һаба, ойоҡтарын йыуа һәм сүп-сарҙы сығарып түгә».

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Стюардесса радио аша иғлан итә:
    – Беҙҙең самолет кәрәгенән күберәк пассажир алған. Шуның өсөн бер кешегә һикерергә кәрәк. Шулай итмәһәк, бөтәбеҙ ҙә харап булабыҙ.
    Шул саҡ арттағы ултырғыс­тағы бер ир, көрһөнөп:
    – Бына бит һәр ваҡыт шулай, ҡәйнәм кәрәкмәһә – ул һәр ваҡыт эргәлә, ә кәрәк саҡта юҡ, – ти.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ресторанда иҫерек ир официантты саҡырып ала ла:
    – Әйтегеҙсе, ҡәҙерлем, ни өсөн һеҙҙең салфеткаларығыҙ шундай майлы? – ти.
    – Һеҙ бит ауыҙығыҙҙы ҡоймаҡ менән һөртәһегеҙ, бәлки, шуғалыр, – ти официант.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ирле-ҡатынлы пыр туҙып әрләшә. Ҡатыны:
    – Ошолай йәшәгәнсе, үлһәм, яҡшыраҡ булыр ине, – ти.
    – Мин дә, – ти ире.
    – Улайһа, мин үлмәйем, – тигән ҡатыны.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Отчет-һайлау йыйылышы Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Тәк, йыйылышып бөттөгөҙмө? Ғәҙәттәгесә, Фәһимә балдыҙ һуңлай. Ҡурҡынысы юҡ, самай кәрәк ваҡытта килеп инә торған. Ҡалғандар менән башлай торайыҡ.
    Бөгөнгө йыйылышты асып, шуны әйткем килә, туғандар. Ошо көндәрҙә өҫтән тикшереү килеп төшөүе бар, шуға һеҙҙе тағы борсорға тура килде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һеҙҙән башҡа минең ышаныр, таяныр кешеләрем дә юҡ, ней балалар үҫмәгән әле, уларҙың да ваҡыты етер, кәнишнә. Әлегә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, донъялар буталсыҡҡа әйләнеп бара. Кем нисек булдыра ала, шулай йәшәп, әрһеҙерәктәр ябай халыҡты алдап маташа. Булдыра алмағандар инде, үҙҙәре ғәйепле. Ну, дөйөм алғанда, кемгә еңел хәҙер? Бергә булырға кәрәктер, тип уйлайым... Тел төбөн аңлайһығыҙҙыр...
    Ҡхм, Ҡхм... Ярай, улайһа. Тәк, Сәлиә ҡоҙағый, был арала ҡалаға, баҙарға тип сапмайыраҡ торорһоғоҙ инде, минең списокта һеҙ – мәктәп директоры. Ҡурҡма, һатыуға тигән ҡорот-эремсектәреңә бер ней булмаҫ, бөтәһе лә үткәс, үҙем машина менән алып барып, хатта һатышып ҡайтырмын.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан йәш ҡатын әхирәтенә иренең бик ныҡ эсеүенә зарлана.
    – Бәй, уның шул тиклем эскәнен белгәс, ниңә һуң уға кейәүгә сыҡтың? – тип аптырай әхирәте.
    – Мин уның эсеүе хаҡында бөтөнләй белмәнем! Көтмәгән­дә ул өйгә айыҡ килеш ҡайтты!..

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Хаҡлы ялдағы милиция хеҙмәткәре ейәне менән баҡсала ҡарағат ултырта. Ейәне:
    – Олатай, ә үҫеп китерме икән? – тип ҡыҙыҡһына.
    – Борсолма, – ти ҡарт, – ултыртыуға минең ҡулым еңел.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru