Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең төш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Яңылыҡтар
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Өс һөйләм менән
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике ханым һөйләшә. Береһе:
    – Ирем эсергә яратҡан дуҫтары менән араны өҙҙө. Аҙаҡтан эсеүҙе бөтөнләй ташланы. Тәмәкенән дә баш тартты, – ти.
    – Бик яҡшы булған, әхирәткәйем, – ти икенсеһе. – Хәҙер гөрләшеп, пар күгәрсендәр­ҙәй йәшәйһегеҙҙер инде улай­һа. Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын.
    – Эйе, йәшәмәй тор. Әйберҙәрен йыйып, үҙе лә өйҙән сығып китте бит.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Балалар баҡсаһында ике малай һөйләшә.
    – Мин шул тиклем ҡурҡам, – ти береһе.
    – Нимәнән?
    – Атайым, яңы машина алғас, иҫкеһен һатты.
    – Һатһа һуң?
    – Ә хәҙер әсәйем «яңы малай» алып ҡайтырға уйлай...

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аяҡ кейемдәрен эт ашаған Мәҙәниәт, Сатира һәм юмор!

    Аяҡ кейемдәрен эт ашаған– Республикабыҙ райондарының береһендә гастролдә йөрөйбөҙ. Йырлап торам, йәштәр алғы рәттә дәртләнеп бейей. Бер ваҡыт ҡыҙмаса булып алған ҡыҙҙар килеп инде лә, үҙ-ара һуғышырға тотондолар. Мин башта иғтибар итмәнем, йырлауымды белдем. Тегеләр туҡтарға уйламағас: «Әй, нишләйһегеҙ ул?!» – тип ҡысҡырырға мәжбүр булдым. Егеттәр уларҙы саҡ-саҡ айырып алды. Йырымды шунан һуң ғына дауам иттем.
    Радик Юлъяҡшин менән икебеҙҙе Ишембай районына юбилейға саҡырҙылар. Бик матур итеп ҡунаҡ иттеләр, ҡунырға ла өгөтләгәс, ҡалырға булдыҡ. Ауылдарында ҡурсаулыҡ бар, шундағы бүреләрҙе күрһәтергә алып барҙылар. Иртән сыҡһаҡ, аяҡ кейемдәребеҙ юҡ. Ҡараһаҡ, Радиктың бер туфлийы – эт ояһында, икенсеһе ҡапҡа тышында ята, ә минекенең береһе бөтөнләй сәйнәлеп бөткән, һыңарының башы ғына ҡалған. Беҙгә инде тәпешкәләр кейеп ҡайтып китеү­ҙән башҡа сара ҡалманы.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Яңы урыҫ «Ерләү» бюроһына килә лә:
    – Миңә алтын тотҡалы, кондиционерлы һ. б. 4х4 метр ҙурлығындағы ҡара төҫтәге табут кәрәк, – ти.
    – Ә алып ҡасмаһындар өсөн һеҙгә ниндәй фирманың сигнализацияһын тәҡдим итергә?
    ***
    Йәш егет йөрөгән ҡыҙын ресторанға алып килә. Һәм ундағы хаҡҡа шаҡ ҡатып, ҡыҙына:
    – Йә, минең «һимеҙкәйем», һайла, – ти.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Граждандар оборонаһы дәресе бара. Уҡытыусы:
    – Балалар, мине иғтибар менән тыңлағыҙ: сиреналар һыҙғыра, һауа тревогаһы иғлан ителә, – ти.
    Бөтә уҡыусылар ҙа парталар аҫтына төшә. Бер уҡыусы ғына бер нимә булмағандай ултыра.
    – Ильяс, һин нимә эшләп ултыраһың, башыңды ҡотҡар! – ти уҡытыусы.
    – Һуғышта геройҙар ҙа булғанын оноттоғоҙмо ни? – тигән малай эре генә.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике йәш медик-егет һөйләшә:
    – Мин отоларинголог булырға булдым, – ти береһе.
    – Әгәр ҙә һин, ысынлап та, тормошта уңышҡа ирешәм тиһәң, иң яҡшыһы теш табибына уҡы, – ти икенсеһе. – Үҙең уйлап ҡара, һинең буласаҡ пациенттарыңдың берәр генә тамағы, берәр генә танауы һәм икешәр генә ҡолағы. Уның ҡарауы, 32 теше бар!

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Яңы урыҫ» улына:
    – Ике икең нисә була? – ти.
    – Алты.
    – Һин нимә, йүләр, ниндәй алты, дүрт була бит, – тип асыулана атай кеше.
    – Юҡҡа тауыш күтәрмә әле, атай, мин бик яҡшы беләм, бер аҙ һатыулашайым, тигәйнем.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Суд бара. Судья хөкөм ителеүсегә:
    – Хәҙер нисек итеп сейфты асҡанығыҙҙы һөйләгеҙ инде? – ти.
    Ир оҙаҡ ҡына шым ултыра һәм:
    – Ғәфү итегеҙ, судья әфәнде, һөйләй алмайым. Сөнки залда конкуренттар күп, – ти.

    авторы: admin | 4 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru