Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Берҙәмлектә – көс
  • Дайджест
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәрхәмәтлеккә мохтаждар күп Республика йылы

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика советының хәйриә эшмәкәрлеге буйынса ултырышын үткәрҙе. Бында үткән йылғы эш йомғаҡтары ҡаралды.
    Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, беҙҙә былтыр ярайһы ғына етди мәрхәмәтлек акциялары ойошторолған. Улар араһында Ҡырым халҡына ярҙам итеүҙе әйтергә кәрәктер. Башҡортостан халҡы булышлығында ярым- утрауҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, юлдар төҙөкләндерелгән. Быны бәләкәй эш тип атап булмай. Ярҙам суммаһы 200 миллион һумға еткән.
    Үҙебеҙҙең республикала ла тәбиғәт һәләкәте арҡаһында зыян күреүсе Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарындағы ғаиләләргә аҡса һәм кәрәк-яраҡ йыйып тапшырылды.

    авторы: admin | 7 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә Беренсе канал ойошторған хәйриә акцияһы үтте Республика йылы

    Крокодил Генаның, миллонлаған баланың күптәнге матур хыялы тормошҡа ашты – зәңгәр вертолетлы тылсым эйәһе баш ҡалабыҙҙың малай һәм ҡыҙҙарына бер һыуытҡыс туңдырма ҡалдырып китте! Өфөнөң Конгресс-холл бинаһы ҡаршыһында ойошторолған «Бала лар ҡаласығы»на туңдырманан башҡала тәм-том, уйындар, бүләктәр килтереүсе бер ниндәй ҙә әкиәти Алладин йәки сихри Фея түгел, ә замана тылсымсыһы – Леонид Якубович ине.
    Ул Өфөгә Беренсе канал ойошторған «Беренсе бул!» хәйриә акцияһында ҡатнашыу өсөн килде. Билдәле алып барыусы, шоумен үҙе генә түгел – 1 июндә Башҡортостан балаларын ҡотларға, бүләкләргә Рәсәйҙең билдәле шәхестәре, сәхнә «йондоҙҙар»ы йыйылды. Екатерина Андреева, Нонна Гришаева, Александр Гордон, Вадим Колганов, Виктор Гусев, Екатерина Стриженова, Петр Толстой, Виктория Дайнеко, Диана Гурцкая, Анита Цой һәм башҡа бик күп беҙ яратып ҡараған, тыңлаған шәхестәр ҙур байрам ойошторҙо.

    авторы: admin | 16 декабря 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Республика йылы

    Ульяновск ҡалаһына Австрия­нан Diamond DA42M − NG самолеты килтерелде. Ул «Башҡортостан» авиакомпанияһы ҡушыуы буйынса эшләнгән һәм республикабыҙ өсөн традицион төҫтәр һәм ҡурай һүрәте менән биҙәлгән. Дүрт кешегә тәғәйенләнгән ике моторлы юғары технологиялы самолет аэрофотоға төшөрөү, янғындарҙы яңы тоҡанып киткән мәлендә үк күреү, патруль хеҙмәтен үтәү өсөн файҙаланыласаҡ.
    БР Хөкүмәте делегацияһы Силә­бе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнашасаҡ. Һа­бантуйға Башҡортостандан «Каруан­һарай» фольклор-эстрада коллективы һәм «Ләйсән» бейеү ансамбле лә саҡырылған. Традицион ярыштар менән бергә Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллин стронгмен тип аталған спорт ярышын да ойоштора.

    авторы: admin | 27 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәсәндәребеҙгә һәйкәл ҡуяйыҡ Республика йылы

    Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен Ғәбит Арғынбаев сәсәндән яҙып алып, әүҙемлек күрһәткән өсөн генә лә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов күптән һәйкәлдә кәүҙәләндерелеүгә лайыҡ шәхес. Был турала республикабыҙ матбуғатында яҙыусылар булды-булыуын. Иллә мәгәр, халыҡ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергән бөйөк шәхестәребеҙгә һәйкәл ҡуйылған икән, тигән хәбәр бер ерҙә лә осраманы.

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нефтселәр байрам бүләк итте Республика йылы

    Тәбиғәт йәмләнеп, яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, үткәрелә торған халҡыбыҙҙың күркәм байрамы – һабантуйҙар ҙа үтеп китте. Был тантананы һәр ерҙә олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Сөнки ул – күңел өсөн үткәрелеүсе, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын данлаусы бай йөкмәткеле байрам. Унда ат сабышы, тоҡ кейеп йүгереү, һырғауылға үрмәләү, көршәк ватыу һәм башҡа традицион милли уйындар уйнала. Улар көрәш, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү кеүек спорт ярыштары менән байытыла һәм заманса йөкмәтке ала. Һабантуй ни ҡәҙәр уйындарға бай булһа, шул ҡәҙәр күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтә.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ял ғына итмәйҙәр, йолаларҙы ла өйрәнәләр Республика йылы

    Ял ғына итмәйҙәр, йолаларҙы ла өйрәнәләр
    Бында лагерҙы – йәйләү, отрядтарҙы ырыуҙар тип юҡҡа атамайҙар. Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү йәһәтенән шулай уйланылған. Вожатыйҙар булып төрлө уҡыу йорттары студенттары эшләһә, тәрбиәселәр – тәжрибәле уҡытыусылар. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған был лагерь-йәйләү гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәт ҡосағында ял күңелле Республика йылы

    Тәбиғәт ҡосағында ял күңелле
    «Башнефть» йәмғиәтенең балаларҙы йәйге сәләмәтләндереү лагерҙары тәүге төркөмдәрен ҡабул итте. Улар барлығы бишәү. Алда малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы мауыҡтырғыс көндәр көтә. Ваҡиғаларға һәм тәьҫораттарға бай өс аҙна йыл буйына иҫтә ҡаласаҡ. Ә кем белә, бәлки, ғүмерлеккә?!
    Мәҫәлән, былтыр «Сокол» лагерында ысын телевизион студия эшләне. Теләгән һәр бала ваҡытлыса «тура эфир акулаһы»на әүерелде: сюжеттар эҙләне, яңылыҡтар төшөр­ҙө. Ә һуңынан монтаж эштәрен башҡарҙылар. Хатта үҙҙәре ял иткән лагерь тураһында ҡыҫҡа метражлы фильм да эшләнеләр. Бындай мауыҡтырғыс ялды онотоп буламы икән? Бәлки, ҡайһы берәүҙәр ошо өс аҙна ял осоронда мәктәп, институтты тамамлағандан һуң, телевидениеға эшкә барыу тураһында ныҡлы ҡарарға килгәндер. Кем белә, бәлки, кисәге йәш хәбәрсе – «сокол»сылар мөхитендә яңы Парфеновтар, Познерҙар һәм Гордондар үҫеп сығыр?!

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Учалыла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла Республика йылы

    Июнь аҙағында Учалыға эш визиты менән РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты, уның һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева килде. Ул райондағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше менән танышты.
    Оҙаҡ йылдар педиатр булып эшләгән депутат үҙенең маршрутын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған В.Терешкова исемендәге балалар лагерынан башланы. 2010 йылғы сәләмәтлек кампанияһы әүәлгеләренән айырылһа ла (хәҙер был өлкәне финанслау менән социаль страховкалау фонды түгел, ә Федерация субъекттары шөғөлләнәсәк), Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙгәрештең ял итеүселәр һанында ла, ял сифатында ла сағылмауын билдәләне: «Бөтә балалар ҙа ял менән ҡәнәғәт. Ә был – лагерь эшенең төп күрһәткесе. Әлбиттә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының социаль эшмәкәрлеген ыңғай билдәләмәй булмай, лагерҙың бөгөнгө яҡшы торошо – предприятиеның социаль-яуаплы бизнес сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе ул».

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru