Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Донъя яңылыҡтары
  • Дайджест
  • Йыланлы урын
  • Хужабикә
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөрйән ул Шүлгән генә түгел... Республика йылы
    – Ҡайҙа киттегеҙ? – таныштар, машинаға палатка тейәгәнде күреп, ҡыҙыҡһыныу белдер­ҙе.
    – Бөрйәнгә! – тип яуапланыҡ шат тауыш менән.
    – Шүлгәнташ мәмерйәһенәме?
    – Юҡ, Килдеғол ауылына.
    – Ә унда нимә бар? – ысын күңелдән аптыранылар. Ысынлап та, тәбиғәттә ял итергә яратыу­сылар ошоғаса Бөрйәнгә йә Ағиҙел буйлап һалда йөҙөргә, йә Шүлгәнташтағы боронғо һүрәттәргә ҡарар­ға йөрөһә, был юлы беҙ Килдеғол мәктәбенең тарих һәм география һөйөүселәре тарафынан һалынған өр-яңы маршрутты һынарға юлға сыҡтыҡ («беҙ» тигәнем «Йәшлек», «Шоңҡар» һәм «Таң» баҫмаларының хеҙмәткәрҙәре). Форсаты ла уңай табылды: сәйәхәтебеҙ таман Матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнөнә тура килде. Заманынан алда атлаған мәктәп директоры Инсур Үтәбаев етәкләгән коллектив уҡытыусылары-уҡыусылары беҙҙе киң ҡолас йәйеп, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Үҙ-ара танышыуҙы мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланыҡ. Бар эшен тамамлап – һыйырын һауып, һөтөн бороп (бында һөттө айыртмайҙар – боралар, – авт.), ай яҡтыһында клубҡа йыйылған ауыл халҡы менән дә осрашып-танышыу күңелле, йәнле барҙы. Улар беҙҙең сығыштарҙан ҡәнәғәтлек алғандыр, тип ышанғы килә, һәр хәлдә беҙ уларҙан риза ҡалдыҡ. Шуға ла хисләнеп, татлы уйҙарға сумып йоҡлап, икенсе көндө Бөрйән үрҙәрен яуларға әҙер уяндыҡ. Оҙаҡҡа һуҙмай «Беларусь» тракторҙарының арбаһына тейәлештек тә, Гүзәл Сырлыбаеваның гармунына ҡушылып йырлап, сығып та киттек. Тарих уҡытыу­сыһы Мөнир Фәйзуллин беҙҙе тыуған төйәктәрендә, бәрәкәтле Һарағы ерендә тәбрикләп, һүҙ алды:
    – Ауылыбыҙҙың рәсми исеме – Килдеғол. Беренсе Ватан һуғышында ҡатнашып, Парижғаса еңеүле юл үткән, ике көмөш миҙал менән наградланған, зауряд-хорунжий дәрәжәһе алған Килдеғол Игелек улы Ибраһимов нигеҙләгән ауылдың халыҡ телендә яратып әйтелгән икенсе исеме – «Һарағы», уныһы һыулаған йылғабыҙ исеменән.
    Беҙ, килдеғолдар, тәбиғәттең тарихҡа бай төбәгендә йәшәйбеҙ. Ошо төйәк Бабсаҡбей, Күсәкбей эҙҙәрен һаҡлай. Күсәкбей юлдарының ошо ерҙән үтеүен раҫлау ер-һыу атамаларында – Ҡыҙыл һыйыр, Көрәште, Өмбәт, Ҡарасмансал, Ҡара һыйыр кисеүе. Мөнир Абдулла улы һүҙҙәрен 1980 йылда сыҡҡан «Башҡорт халыҡ ижады» китабының 155-се битендәге юлдар менән нығытып ҡуя: «Ҡара һыйырҙан һуң Күсәк бей Ҡарағөлөмбәтте, ҡыҙыл һыйырға атландырып, Һарағыға килтерә». Унан тыш Килдеғол аша башҡорттоң данлы улы Әхмәтзәки Вәлиди ҙә үткән. Беҙгә лә ҡыпсаҡтарҙың аҫаба ерендә аяҡ эҙҙәрен, йөрәк йылыһын ҡалдырырға насип итте, тип эстән һәр беребеҙ ҡыуанды.
    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел...
    – Беҙ был сараны ҡарттарыбыҙ, ер-һыу тарихын күсәгилешлелек йолаһы буйынса белеүсе оло быуын кешеләребеҙ бар саҡта, һәр башҡорт ауылы биләмәһендә ойошторорға кәрәк, тигән маҡсаттан сығып эшләйбеҙ, – тип йөпләне коллегаһын мәктәп директоры Инсур Үтәбаев.
    – Мөнир ағай кеүек үҙ ерен бар йөрәге менән һөйгән, тарихты төплө өйрәнгән кешеләребеҙ ҡайҙа ла бар бит. Шуға ла, беҙҙән күрмәксе, башҡалар ҙа үҙ маршрутын булдырыр, тигән ышаныс бар. Һәр хәлдә, беҙ үҙебеҙ республика Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһында 2020 йылға тиклем туризмды үҫтереү буйынса комплекслы программа тураһында», «2008 – 2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында туризм индустрияһын үҫтереү» республика программаһы тураһында» ҡарарҙарын кисекмәҫтән тормошҡа ашырырға ниәтләнек.

    Урыҫ юлы
    Килдеғолдарҙың үҙенсәлекле тарихи урындары буйынса сәйәхәтебеҙ Урыҫ юлынан башланды. Ауыл аҡһаҡалдарының береһе, 1933 йылғы Сабир Көмөшбаевтың һөйләүе буйынса, улар бәләкәй саҡта был юлдан Әүжән урыҫтары тураға Темәскә йөрөгән: «Ҡеүәтле пар аттарҙа елеп килеп төшөрҙәр, сабып менеп китерҙәр ине».
    Мөнир Абдулла улы 1925 йылғы Менәүәрә Миңдеғолованың да иҫтәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлай: «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда улар ошо юлдан Әүжән урыҫтарынан серек картуфты күп ташыған». Урыҫ юлы бөгөн дә буш ятмай, халыҡ йөрөп тора. Беҙҙең дә аяҡтар еңел булып, туристар уны артабан да таҡырайтһын әйҙә, тип теләнек.

    Әүҙекте йылғаһы
    Тракторсылар Азамат Ғиләжев, Зөлфәр Мөхәмәтйәнов, Рафаэль һәм Вадим Исҡужиндар беҙҙе йә сәңгелдәктәге кеүек бәүелтеп, йә даңғыр-доңғор шалтыратып-һелкетеп, Урыҫ юлынан сираттағы туҡталҡаға алып барып еткерҙе. Бер нисә сәғәткә гидҡа әйләнгән Мөнир Фәйзуллин һүҙен ошонда дауам итте:
    – Һалҡын, таҙа һыулы тау шишмәһе был. Халыҡ шишмәләп тормай, ҙурлап, Әүҙекте йылғаһы, ти ҙә ҡуя. Һыуҙың ҡотоғо (бөрйәндәр ҡоҙоҡто шулай ти) теремек юлын үҙенең айырым һөйләрлек тарихы булған Әүҙекте исемле мәғрур тау ҡуйынынан башлай. Әүҙекте ике үркәсле, был тирәләге иң бейек тауҙарҙан һанала. Яланғас түбәһендә бүтәгә, ҡылған, һарыҡ йыуаһы кинәнеп үҫә. Айыу өңдәре, болан уйындары, һуйыр ҡарағастары шул яҡтарҙа инде. Бер йылы бөркөтөн дә күреп ҡайттылар.
    Әүҙекте атамаһы «әүеү», «ауыу» һүҙҙәренә бәйле килеп сыҡҡан. Өс ауылдың уртаһында ятҡан был тауға бағышлап борон йыр сығарып көйләп тә йөрөгәндәр:
    Уң яғыма ауһам – Ҡолғанам,
    Һул яғыма ауһам – Һарағым.
    Тура ғына ауһам – Һарғаям,
    Һеҙҙе, дуҫтар, һағынып һарғаям.
    Быны 1908 йылғы Ғәлиә Көмөшбаева һөйләгәйне. Әүҙекте беҙҙең ауылға нигеҙ урынын өйрәтеүсе лә. Бынан ике йөҙ самаһы йыл элек күрше ауыл Әбделмәмбәттә Игелек исемле ҡарт йәшәгән (архив материалдары буйынса, ул дәүерҙәрҙә ауыл «Абдулмамбетово-Иглеково» тип аталған). Игелектең алты улы була. Малайҙарының көсөнә таянып, ҡарт йылҡыны күп көткән. Улдары көҙгөһөн йылҡыларҙы Әүҙектегә тибенгә алып килер булған. Бер яҙын аттарын тауҙан көньяҡҡа турараҡ төшөрөп алып ҡайтҡанда, әлеге ауылыбыҙ урынын күреп, бик оҡшатҡандар. Унан, аталарының фатихаһы менән Килдеғол, Миңдеғол, Исҡужа, Һағынбай исемле улдары бында килеп төпләнгән.
    Әүҙекте ҡуйынынан бер нисә шишмә урғылып сыға. Беҙ туҡтаған шишмә шуларҙың береһе, ул Оҙонсалға ҡоя. Ҡуҙғалып киткәндә, Мөнир ағай һөйләгән шиғыр һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай ине:
    Өлкән Әүҙектенең тәрән үҙәгенән,
    Табып алдыҡ болан мөгөҙө,
    Туғыҙ саталыһын. Ташлап киткән уны,
    Боландың боланы – үгеҙе....
    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел...
    Кәзә ташы
    Борон, тәбиғәт бөтөн, ыуыҙ ғына саҡта ҡая ҡырласында ҡыр кәзәләре тулып йөрөгән. Ҡая өҫтөнән ғорур ҡарап торор булғандар. Һуғыш осоронда, унан һуңғы ҡыҫынҡы йылдарҙа ҡыр кәзәләренә килдеғолдар һунарға иркен йөрөгән. Бөгөн иһә ҡоралайҙар күренмәй, тик ер-һыуҙың атамаһы Кәзә ташы булып нығынып, боронғо хәлен күҙ алдына баҫтырырға форсат бирә. Кәзә ташы ҡатнаш урманлы тау, битләүендә рәхәтләнеп селек үҫә. Яҙғыһын ҡаяларынан йүкә йыуаһы йыялар. Түбәһендәге урманлығында көртмәлеһе лә күп. Заманында шул тирәләрҙә бурһыҡ оялары ла байтаҡ булған.
    Кәзә ташының ике яғынан ике кескәй йылға ағып төшөп, мөйөштә ҡушыла ла, артабан Оҙонсал булып юлдарын дауам итә.
    Мөнир ағайҙың һөйләүенсә, көҙҙәрен был тирәлә айыу иркен йөрөүсән. Бер йыуан ҡарағай­ҙа һунарсыларҙың элекке таҙғағы ла һаҡлана. Бер йылы ошо тирәлә айыу һыйырҙы йыҡҡас, һунарсы ағайҙар таҙғаҡта аңдып ултырып, һөмһөҙҙө атып алған. Килдеғол азаматтары Ғәлимйән Яхин, Әмир Исхаҡов (мәрхүм), улы Хәбир, Хәйҙәр Әйүпов, улы Фәнилдең (мәрхүмдәр) һунарсы даны һаман да халыҡ телен­дә.
    Мөнир Абдулла улы, Кәзә ташының хозурлығынан илһамланып, ауылдарында йәшәп киткән шағир Булат Тимерғәлиевҡа арнап сығарылған шиғырын уҡып ебәрҙе:
    Кәзә ташын нур солғаны,
    Килеп ҡайт, Булат.
    Яҙын унда ниндәйен шәп! –
    Күреп ҡайт, Булат...

    Оҙонсал йылғаһы
    Ҡарағасйорт тигән ерҙән, бик оҙон үҙәктән, килә был йылға һәм Һарағыға ҡоя. Элегерәк эре-эре балыҡтары ла булған, тип һөйләйҙәр. Халыҡ телендәге Оҙонсал атамаһы, дөрөҫөндә, Оҙонса ул. Урғылып сыҡҡан ҡотоғонан алып юлы оҙон тауҙар теҙмәһе үҙәненең бер уңына, бер һулына сығып, йыландай һуҙылып ағып ята. Оҙонсал буйында элек бесән эшләгәндәр, түбән яғында ҡымыҙ бешкәндәр, картуф сәскәндәр. Оҙонсалдың Һарағыға ҡойған ерендә етмешенсе йылдарҙа сайыр һыҙыусылар, урман ҡырҡыу­сылар йәшәгән утар булған. Хәҙер ул утар юҡ. Бәлки берәй заман ауыл йәштәренең берәйһе матур биләмәлә өй һалырға батырсылыҡ итер. Ә әлегә тарих уҡытыусыһында утарҙа йәшәгән һуңғы кешеләр тураһында иҫтәлек-яҙма ғына һаҡлана.

    Рәхимйән ташы
    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел...
    Рәхимйән Шәмсетдин улы Яхин 1930 йылда тыуған. Йәшләй генә фажиғәле һәләк булған. Үҙенең 24 йыллыҡ ҡына ҡыҫҡа ғүмерендә исеме бөгөн дә телдән төшмәҫлек нимә эшләгән һуң?
    – Бер һөйләм менән быға шулай яуапларға була, – ти Мөнир Абдулла улы, – ирмен тигән ир кеше нимәгә һәләтле – шуны ул үҙенсә иҫбатлаған, йәғни 97 килограмм 600 грамм ауырлығындағы ташты эйәрле аты аша алып ырғыт­ҡан.
    Рәхимйән ташы 1994 йылдан алып район һабантуйындағы спорт ярыштары программаһынан төшмәй. Таш күтәреүҙә алдынғылыҡты бирмәгән Салауат Аҫылбаев, Даян Хамматов, Фаяз Әхмәтов, Хәйҙәр Күлбирҙин һәм башҡа бәһлеүән егеттәр – килдеғолдарҙың ғорурлығы.
    Быйылғы һабантуйҙа Учалынан килгән ҡунаҡ егет таш күтәреүҙә иң юғары һөҙөмтә күрһәтеп, беренсе урынды яулаған. Таштың даны беҙҙең ир-егеттәрҙең дә ҡанын ҡайнатты. «Шоңҡар»ҙың биҙәлеш мөхәррире Байрас Ҡыуандыҡов, башҡа ир-егеттәребеҙ түҙеп торамы инде, шунда уҡ үҙ көсөн күрһәтергә ашыҡты. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ташҡа йәбеште, көстәрен самалап ҡараны. Һай, сәмлеләр ҙә һуң үҙебеҙҙекеләр...

    Хәмиҙә зыяраты
    Сираттағы туҡталҡа бик аяныслы яҙмыш менән бәйле ине. Мөнир ағайҙың бәйән итеүенсә, Хәкимйән Юнысов исемле ағай 1943 йылда һул ҡулынан яраланып, һуғыштан ҡайта. Ауылда эш күп, ашарға юҡ. Хәкимйән һунарға сыға, атҡанын ауылдаштары менән бүлешеп, халыҡты аслыҡтан ҡотҡарырға тырыша. 1930 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ойошторолғас, күпләп марал килтергән булалар. Үкенескә күрә, бүреләр ҙә ҡотороноп үрсей, маралдарға көн бөтә. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре бүреләргә һарыҡ ағыулап һалырға мәжбүр була. Хәкимйән сираттағы һунарына сыҡҡанында шуны күреп ҡалып, өйҙәгеләргә урманда ятҡан һарыҡ хаҡында әйтә. Иртәгеһенә әсәһе Хәмиҙә инәй ҡырпаҡ ҡарҙа эҙҙәрен ҡалдырып, Бертеш яғына сыға. Теге һарыҡты табып ала ла, өтөп бер аҙ итен ашай һәм һарыҡты йөкмәп ҡайтырға сыға. Ошо урынға килеп ҡолап, йән бирә. Ауылдашы Нәғимә Илсеғолова бер-ике ҡатын-ҡыҙҙы эйәртеп килеп, уны ерләп ҡайта.
    Һуғыш афәте арҡаһында фажиғәле вафат булған Хәмиҙә инәйҙең зат-ырыуының шәжәрәһе мәктәп музейында бар.

    Ташкисеү
    Был бәләкәй генә тау шишмәһенең ҡотоғо кисеүҙән саҡ ҡына өҫтәрәк. Матур ғына итеп ағып ятыр ине лә, был яҡ – мал аяғының аҫты, ауыл көтөүҙәре ошонан үтә. Әммә Ташкисеү бирешмәй, тапалыуға ла ҡарамай, аяуһыҙ ҡояш эҫеһенән өтөлөүгә лә ҡоромай, үҙ юлын белеп кенә, тыныс ҡына аға ла аға.
    – Өндәшмәй генә ҙур эштәр башҡарған кешеләргә оҡшатам мин Ташкисеүҙе, – шағир йәнле Мөнир Абдулла улы ошондай шишмә-йылғаларға төбәп шиғыр ҙа сығарған:
    ...Ләкин йылға – моңло бала,
    Бер аҙға ла тынмай ғына,
    Тын да алмай тыңла ғына:
    Йырлай ғына, йырлай ғына....

    Маяҡ түбәһе
    Өҫкө яғы бер аҙ емерелеп төшкән, ә шулай ҙа мөһабәтлеген юғалтмаған ағас вышка ҡаршыланы беҙҙе сираттағы туҡталышта. Бындай маяҡтар районда 1958 – 1960 йылдарҙа яҡын-тирәләге Көрәште, Һәүәнәк­таш, Мәтәл, Аҡ­бейек һәм башҡа бейек тау түбәләренә төҙөлгән. Бөгөн тик ошо берәү генәһе ҡал­ған. Уларҙы биләмәләрҙе кварталдарға бүлеүҙә, ярынты һалыуҙа файҙаланғандар, янғын хәүефһеҙлеге ролен дә үтәгәндәр.
    Килдеғолдар, был вышка беҙҙең өсөн Париждағы Эйфель башняһынан да ҡәҙерлерәк, сөнки ул беҙҙең маяҡ, беҙҙең биләмәнең бер үҙенсәлекле күренеше, ти ғорурлыҡ менән.

    Ете иләү – башҡортомдоң ете ырыуымы?
    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел...
    Тәбиғәттә ғәжәп хәлдәр күп. Уларҙың серен асып та бөтөрлөк түгел. Бына тағы «ғәжәп хәл”гә бер миҫал. Эре-эре ете иләү бер тирәлә генә урынлашҡан. Мөнир Абдулла улы, ауыл көтөүен көтөргә сираты еткәс, ошо урынға килеп сыға. Бәләкәй күбә дәүмәлендәге ете иләүҙе күреп, хайран ҡала: «Әйтерһең дә, башҡортомдоң ете ырыуы... Ҡырмыҫҡалары эре, эшсән». Биләмәлә ундай башҡа иләүҙәр юҡ. Шуныһы ла ғәжәп – айыу теймәй. Ә бит был тирә урман хужаһының аулаҡ мөйөшө һанала. Малдың да иләүҙәрҙе туҙҙырмауына аптырап, «Йәшлек», «Таң» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы, Килдеғол мәктәбе коллективтары иләүҙәрҙе бүлешеп кәртәләп ҡуйҙы. Тарихта ҡалырлыҡ мөһим ваҡиғаны объективҡа индерер өсөн, ҡырмыҫҡаларҙан тешләнә-талана фото төштөк. Мөнир ағай әйтмешләй, «килеп сыҡты эшсәндәрҙең ныҡлы дәүләт-йорттары».

    Ҡарағасйорт
    Саф һауаға иҫереп, ялбыр ҡарағай үҫкән иркен яланға килеп еттек. Бынан бар тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренә – тыуған төйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо хатта йөрәкте тулата! Ҡарағасйорт тип атала был урын. 1930 йылда биш ауылды берләштергән «Урал» колхозы ойошторолоп, бригадаларҙа малсылыҡ фермалары төҙөлгәс, ошонда, Ҡарағасйортта, Ҡыпсаҡ фермаһының тәүге йәйләүе була. Йәйләүҙекеләр кистәрен ҡалҡыу ергә, таштар янына килеп ултырырға, төрлө темаларға әңгәмәләр ҡорорға, Сабирйән Мөхәмәтҡоловтың шиғырҙарын, ҡурай моңдарын, халыҡ йырҙарын башҡарыуын тыңларға яратҡан. Таҡмаҡ-көйҙәр аҫтында бейеп тә күңел асҡан халыҡ. Ошо ҡотло урынға килдеғолдар Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, рухлы егет Зиннур Боҫҡонов ярҙамында яңылыҡ индергән: Ҡыпсаҡ ырыуы тармаҡтарынан композиция төҙөгәндәр. Уйып ырыуҙар исеме яҙылған, ырыу тамғалары һуғылған ябай ҡарағай бүкәндәренән торған бына тигән мәғәнәле урын барлыҡҡа килгән.

    Өмөкамал төбәге
    Маршрутыбыҙ тағы ла бер фажиғәле урын аша үтте. 1950 йылдың майында егермегә яҡын кеше сайыр эшендә йөрөгәндә, айыу һөжүм итеп, Өмөкамал исемле ҡыҙҙы талай. Мылтыҡтары булмағас, уны ҡотҡара алмайҙар, ҡыҙ тән яраларынан йән бирә. Өмөкамалды тыуған ауылы Янһарыға алып барып ерләйҙәр, ә исеме, әйтерһең дә, кешеләрҙе йыртҡыс хайуандан һаҡ булырға өндәп, атама булараҡ ошонда ҡала.

    Бертеш
    Бертеш тип аталған сираттағы төйәк тә – үҙенсәлекле. Атаманың килеп сығыу тарихы Муса Фәйзулла улы Исҡужиндың (1908 – 1968) һөйләүе буйынса (Әбделмәмбәттә йәшәгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зәкиә Муллағолова яҙып алған) былай: бик борон был урында йәйләү тотоп, мал бағып йәшәгәндәр. Йәйләүҙә бик теремек, эшкә бөтмөр әбей була. Уның итексе булараҡ та даны сыҡҡан. Күнде тегер өсөн ныҡ еп кәрәк. Уны малдың арҡа һөйәге буйындағы һеңерҙән эшләгәндәр. Һеңерҙе алып киптергәндәр, унан туҡмаҡ менән туҡмап, төйөп йомшартҡандар. Шунан семтеп-семтеп тетәләр. Урыны менән тешләп тартып та сираталар. Итексе әбей туҡмап йомшартылған һеңерҙе теше менән тартып ултыра икән. Эргәһендә уйнап йөрөгән балаларҙың береһе: «Өләсәй, тештәрең бөтә инде, улайтып тештәп тартҡасың, ана бит ауыҙыңда бер генә тешең ҡалған», – тигән. Әбей ыжламай ҙа: «Тешем берәү генә булһа ла, эшкә бик ярап ҡала әле», – тип һеңер­ҙе һаман да һыҙыра ла һыҙыра, имеш. Ана шунан ҡалған да инде Бертеш атамаһы.

    Кедр урманы
    – «Беҙҙең бөрйән – ҡуйы урман» тип йырҙа йырлана, – тип аңлатты оҙатып йөрөүсебеҙ кедр урманының барлыҡҡа килеүен, – ҡуйы була инде, орлоҡ төшөп тәбиғи үҫеүенән тыш, кеше көсө менән дә урмандар ултыртылғас. Үткән быуаттың урталарында Бөрйәнгә кедр үҫентеләре килтерелә һәм беҙҙең тәбиғәт өсөн ят булған был үҫентеләрҙе районда эксперимент рәүешендә бер нисә урында ултырталар. Беҙҙәгеһе – Бертеш буйында. 60 төп самаһы кедр. Уны ултыртыуҙы ойоштороусы – урмансы булып эшләгән ауылдашыбыҙ Муса Исҡужин.
    Кедр йомшаҡ ағас, йәш үҫенте сағында уны маралдар яратып кимерә. Шунлыҡтан уларҙы тимер сым тартып кәртәләп ҡуйғандар. Хәҙер үҙенсәлекле урманлыҡ мандып, матур ғына булып үҫеп килә. Беҙ, тәбиғәт балалары, урманда – Һарына, тау битендә ҡымыҙлыҡ ашаһаҡ, бында йүгереп йөрөп, кедр сәтләүеген эҙләп ҡараныҡ, әммә тапманыҡ. Ә бит кемдеңдер өлөшөнә шул сәтләүектәрҙән ауыҙ итеү ҙә бәхете эләгәсәк.

    Сабирйән түңгәге
    Уҡытыусы, репрессия ҡорбаны, Әбделмәмбәт ауылы кешеһе Сабирйән Мөхәмәтҡолов – үҙенең яҙмышы менән Бөрйән районының тарихын яҙыусы кешеләрҙең береһе. Мөнир Фәйзуллин уның исемен халҡына кире ҡайтарыуға ҙур өлөш индергән. Сабирйән сәсәндең үҙ ҡулы менән яҙылған «Түңгәккә» тигән шиғыры ҡулына эләккәндән һуң, Мөнир ағай эҙәрмәнлек эшенә тотоноп китә. Түңгәкте – ғәзиз ҡомартҡыны табыр өсөн әллә күпме урман гиҙергә тура килә үҙенә. Йылҡы көтөүсеһе, һунарсы Хәбир Исхаҡов менән бергә Бертеш яланынан сығып килгән ерҙә тап итәләр уны: йыуанлығы ике ҡоласлыҡ, бейеклеге ике метрлыҡ ҡарағас түңгәктә Сабирйән сәсән 1932 йылдың 17 июлендә һыу һәм яҡтылыҡ төшмәҫлек урын әтмәләп, шиғырын химик ҡәләм менән яҙып ҡуйған. Был түңгәк хәҙер Килдеғол мәктәбе ҡарамағында.
    – 2006 йылда өлкән синыф уҡыусылары менән бергә уны кәртәләп, яҙма ҡуйҙыҡ, – ти Мөнир Абдулла улы. – Данлы зыялы кешеләребеҙҙең исеме ерҙә ятырға тейеш түгел, балалар уларҙы белеп үҫһен.

    Матбуғат һабантуйы уҙған ер
    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел...
    Тайфур Шәмиғоловтың сабынлығын үҙебеҙсә шулай атаныҡ. Бында төрлө конкурстар, ярыштар, уйындар күп үтте: футбол, пейнтбол, сыбыҡ ат сабыш, көршәк ватыш... Уйын-көлкө, йыр-моң бер мәлгә лә тынманы. Матбуғат һабантуйы дуҫлыҡ һабантуйына әйләнде – хәрәмләшеүһеҙ ҡайҙа ла дуҫлыҡ еңде. Ҡунаҡҡа саҡырған мәктәп директоры Инсур Үтәбаевҡа, сабынлығында ял итергә рөхсәт иткән Тайфур ағайға, беҙҙе оҙата йөрөүсе ауыл фельдшеры Ғәлиә Исҡужинаға, тарихи маршруттың авторы, гид Мөнир Фәйзуллинға, архитекторы Зиннур Боҫҡоновҡа, мәктәп хеҙмәткәрҙәре Ринат һәм Альберт Яхин, Сабит Билалов, Рафаэль Исҡужин, Радик Ҡорманғолов, Ғәлим Исхаҡовҡа ҙур рәхмәт. Байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән шәхси эшҡыуарҙар Гөлсөм Монасипова, аталы-уллы Кәрим һәм Вадим Исҡужиндар, Раян Шахниязовҡа, ашнаҡсылар Гөлнара Сафина, Гүзәл Ҡорманғолова, Эльвира Миңдеғоловаға, клуб хеҙмәткәрҙәре Резеда Исхаҡова, Ғәзимә Әйүпова, Нәзилә Исҡужинаға, уҡыусылар Гөлфинә һәм Филиә Исҡужиналар, Сөмбөл һәм Рәүилә Исхаҡовалар, Наҙгөл Билаловаға, Әбделмәмбәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәриҙә Ҡорманғоловаға ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
    Ғөмүмән, республикала беренселәрҙән булып матбуғат байрамын үткәргән килдеғолдар иң беренсе матбуғат һабантуйын да ойоштороп, тағы ла беҙҙе, журналистарҙы, һоҡландырҙы. Килдеғол маршрутында, «Һуңғы герой» тапшырыуың ситтә торһон, әллә ҡайҙағы утрауҙарға йөрөмәй, үҙебеҙҙең Бөрйәндә лә экстримдың хәтәрен күреп-татып була, тигән фекеребеҙ нығынды. Донъяның хозурлығын йәне-тәне менән тойғандарҙың, Башҡор­тостаныбыҙҙың гүзәллегенә ғашиҡтарҙың һәр кеме ҡыпсаҡтарҙың тыуған төйәген күреп ҡайта ала. Бының өсөн ни бары Бөрйәнгә генә юлланырға ҡала.
    Баныу ҠАһАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 29 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һыртландағы әүлиә шишмәһе
  • Тырышһаң, барыһы ла була
  • Килдеғолға ҡояш килтерҙек
  • Шәжәрә – ул байрам ғына түгел, ул ҡурай ...
  • Ғәйнә Иле тураһында риүәйәтт| ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru