Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Учалыла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла Республика йылы
    Июнь аҙағында Учалыға эш визиты менән РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты, уның һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева килде. Ул райондағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше менән танышты.

    Оҙаҡ йылдар педиатр булып эшләгән депутат үҙенең маршрутын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған В.Терешкова исемендәге балалар лагерынан башланы. 2010 йылғы сәләмәтлек кампанияһы әүәлгеләренән айырылһа ла (хәҙер был өлкәне финанслау менән социаль страховкалау фонды түгел, ә Федерация субъекттары шөғөлләнәсәк), Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙгәрештең ял итеүселәр һанында ла, ял сифатында ла сағылмауын билдәләне: «Бөтә балалар ҙа ял менән ҡәнәғәт. Ә был – лагерь эшенең төп күрһәткесе. Әлбиттә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының социаль эшмәкәрлеген ыңғай билдәләмәй булмай, лагерҙың бөгөнгө яҡшы торошо – предприятиеның социаль-яуаплы бизнес сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе ул».
    Депутат «Урал» республика балалар санаторийы коллективының да эшен юғары баһаланы: «Мин министрлыҡта эшләгән осорҙа «Урал» муниципаль санаторийының статусы дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы итеп үҙгәртелгәйне, һәм бөгөн санаторийҙың төп функцияларын тейешенсә үтәүен күреү – минең өсөн айырата ҡыуаныслы хәл. Рәсәйҙә балалар һаулыҡ һаҡлау үҙәктәрен бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә Башҡортостанда улар ике тиҫтәнән ашыу. Был юҫыҡта республика хөкүмәте алған курс дөрөҫ, тип иҫәпләйем: балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, тимәк уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға аҡсаны ла, ваҡытты ла йәлләмәҫкә кәрәк».
    Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә психик ауырыуҙарҙың һаны артыуы күҙәтелә. Әммә йәмғиәт һаман да бындай сирлеләрҙе реабилитациялап, уларҙы кире ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарыуҙың бөтә сылбырын ойошторорға әҙер түгел. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы психоневрология интернатының, психиатрик бүлексәнең эше менән танышыу мәлендә, психик ауырыуҙарҙың социаль яраҡлашыуын тиҙләтеү мөһимлеге тураһында һөйләне, уларҙы реабилитациялауҙың тотош йәмғиәт проблемаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Реабилитацияның мөһим аспекты – социаль күнекмәләргә өйрәтеү. Был психоневрология интернатындағы хеҙмәт оҫтаханаларында өҫтәмә эш урындарын булдырырға кәрәк, тигәнде аңлатмай. Ауырыуҙарҙы эшкә урынлаштырыуҙа социаль ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ бара». Терапия процесы ауырлығының бер өлөшөн амбулатор практикаға күсереү фармакотерапияны социаль-реабилитация һәм психотерапия алымдары тәьҫире менән уңышлы бергә алып барыу мөмкинлеге бирәсәк. Был, үҙ сиратында, психик ауырыуға тиҙерәк ғаиләһенә, өйрәнгән мөхиткә ҡайтырға, әйләнә-тирәгә яраҡлашыу форсаты тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, реабилитацияла ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ: яҡындар, туғандар ауырыған кешенән алыҫлашмай, киреһенсә, уға хәлдәренән килгәнсе ярҙам итергә бурыслы.
    Осрашыу аҙағында Сәлиә Мырҙабаева урындағы матбуғат һәм телевидение журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Район хакимиәте менән аралашыу, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының хәл-торошо менән яҡындан танышыу, Учалыла халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып барыуын күрһәтә, тип билдәләне: «Проблемалар бар, әммә улар хәл ителерлек».

    Баныу ШӘРИПОВА.
    авторы: Нур | 6 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Депутатҡа мөрәжәғәт итегеҙ!
  • Балалар сәләмәтлеге һағында
  • Данлы Учалы!
  • Иң яҡшы лагерь билдәләнәсәк
  • Суицид
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru