Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ, уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Тимер бонус
» Янылыктар
» Бәхет өсөн кәрәк... мөхәбб&# ...
» «Һәр ваҡиғаға гәзит уҡыусы к ...
» Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы
» Килегеҙ, беҙҙең боҙ майҙансығ ...



Нефтселәр байрам бүләк итте Республика йылы
Тәбиғәт йәмләнеп, яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, үткәрелә торған халҡыбыҙҙың күркәм байрамы – һабантуйҙар ҙа үтеп китте. Был тантананы һәр ерҙә олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Сөнки ул – күңел өсөн үткәрелеүсе, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын данлаусы бай йөкмәткеле байрам. Унда ат сабышы, тоҡ кейеп йүгереү, һырғауылға үрмәләү, көршәк ватыу һәм башҡа традицион милли уйындар уйнала. Улар көрәш, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү кеүек спорт ярыштары менән байытыла һәм заманса йөкмәтке ала. Һабантуй ни ҡәҙәр уйындарға бай булһа, шул ҡәҙәр күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтә.
Был байрамдың беҙҙең республикала Президент Мортаза Рәхимовтың ҡарары нигеҙендә, йәғни дәүләт дәрәжәһендә ойошторолоуын әйтергә кәрәк. Уны тейешенсә ойоштороу һәм үткәреү өсөн республика предприятиелары финанс ярҙамы күрһәтә. Башҡортостан нефтселәре лә был эштә бер нисә йыл әүҙем ҡатнашып килә. Быйыл, мәҫәлән, «Башнефть» компанияһы тарафынан байрамға 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был йәһәттән финанс ярҙамы нефть сығарыу һәм уны эшкәртеүсе предприятиелар урынлаш­ҡан төбәктәр генә түгел, ә һәр муниципаль районға тиерлек йүнәлтелде. «Башнефть» коллективы Туймазы, Архангел, Саҡмағош, Бишбүләк, Шишмә, Краснокама, Мишкә, Асҡын һәм башҡа райондарҙың халҡына онотолмаҫ байрам бүләк итте. Ундай ярҙамдан республиканың 20-нән ашыу районы файҙаланды.
Киң ҡоласлы һәм биҙәктәргә бай һабантуй байрамдарының береһе Ишембай районында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәренә тура килде. Республика Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов саҡырыуы буйынса унда «Башнефть» йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Александр Гончарук та ҡатнашты. Бында һабантуй программаһы «Салауат йыйыны» бөтә республика фольклор байрамы менән үрелеп барҙы. Башҡорт халҡының тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһыныусылар 12 июндә изге Торатау тауы итәгендә онотолмаҫ тәьҫораттар алды.
– Һабантуй – республикабыҙҙың иң әһәмиәтле милли байрамы, – тине «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы вице-президенты Эльвира Камалова . – Уны байрам итеү – милли мәҙәниәткә ихтирам һәм һаҡсыл мөнәсәбәт, Башҡортостан халҡының рухи ҡиммәттәренең һәм ғөрөф-ғәҙәттәренең асыҡ сағылышы. «Башнефть» йәмғиәтенең республиканың иҡтисади-социаль тормошонда әһәмиәтле урын алып тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла финанс ярҙамы нефть предприятиелары урынлашҡан райондар менән генә сикләнмәйенсә, башҡа төбәктәргә лә йүнәлтелде.
Әйткәндәй, «Башнефть» республиканың социаль инфраструктураһына бүлгән аҡсаны йылдан-йыл арттыра. Былтыр социаль өлкәгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелһә, быйыл шул маҡсатта ул 1,238 миллиард һум тәшкил итә. Дөйөм алғанда, был һан ике йылда яҡынса 2,5 миллиард һумға етә. Бынан тыш, республикала төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы хәйриә фондының филиалы ойошторол­ған. «Башнефть», элеккесә, социаль йүнәлешле лә компания һәм ул уның төп акционеры булып ҡалған «Система» акцио­нерҙар финанс корпорацияһы позицияһы менән тура килә. Илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, Башҡортостандың социаль үҫеше ҙур тиҙлеккә эйә. Социаль мәҙәни объекттар, йәғни балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөлә. Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының маҡсатлы йүнәлтелгән керемдәре 30-ҙан ашыу мөһим социаль объекттың төҙөлөшөн һәм масштаблы реконструкцияны финанслау мөмкинлеген бирҙе. Яңы һәм яңыртылған объекттарҙың иң мөһимдәре уҡытыу­сыларҙың август кәңәшмәһе һәм сәләмәтлек һаҡлау буйынса республика Советы барышында ишектәрен асасаҡ һәм халыҡҡа игелекле хеҙмәт итәсәк.

Зөлфиә СӘҒИТОВА.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 10 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсми хроника
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Рәсми хроника
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru