«Башнефть» йәмғиәтенең балаларҙы йәйге сәләмәтләндереү лагерҙары тәүге төркөмдәрен ҡабул итте. Улар барлығы бишәү. Алда малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы мауыҡтырғыс көндәр көтә. Ваҡиғаларға һәм тәьҫораттарға бай өс аҙна йыл буйына иҫтә ҡаласаҡ. Ә кем белә, бәлки, ғүмерлеккә?! Мәҫәлән, былтыр «Сокол» лагерында ысын телевизион студия эшләне. Теләгән һәр бала ваҡытлыса «тура эфир акулаһы»на әүерелде: сюжеттар эҙләне, яңылыҡтар төшөрҙө. Ә һуңынан монтаж эштәрен башҡарҙылар. Хатта үҙҙәре ял иткән лагерь тураһында ҡыҫҡа метражлы фильм да эшләнеләр. Бындай мауыҡтырғыс ялды онотоп буламы икән? Бәлки, ҡайһы берәүҙәр ошо өс аҙна ял осоронда мәктәп, институтты тамамлағандан һуң, телевидениеға эшкә барыу тураһында ныҡлы ҡарарға килгәндер. Кем белә, бәлки, кисәге йәш хәбәрсе – «сокол»сылар мөхитендә яңы Парфеновтар, Познерҙар һәм Гордондар үҫеп сығыр?! Шулай ҙа илдә балаларҙың йөкмәткеле һәм файҙалы йәйге ялы яңынан ғәмәлгә инеүе хуплауға лайыҡ. Ә бит үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдә әллә күпме предприятие урмандарҙа һәм йылға буйҙарында пионер лагерҙарының ярым емерек биналарын ҡалдырып, социаль йүнәлештән ситләште. Ә Башҡортостанда был йәһәттән эштәр башҡасараҡ. «Башнефть» үҙ хеҙмәткәрҙәренең балаларының йәйге ялын ойоштороуға былтыр 60 миллион һум, ә быйыл 1,5 тапҡырға күберәк аҡса бүлде. Коллектив килешеүҙә ҡаралғанса, предприятие хеҙмәткәрҙәре путевка хаҡының 10 процентын ғына түләй, ә ҡалған сығымдарҙы компания үҙ иҫәбенән бирә. «Башнефть» йәмғиәтенең Административ һәм социаль тәьмин итеү департаменты директоры Валерий Нургутдинов был хаҡта түбәндәгеләрҙе һөйләне: – Ғәҙәттәгесә компанияла балаларға социаль йүнәлештә етди иғтибар бирелә. Республикала бөгөн йәмғиәттең биш – «Дружба», «Спутник», «Сокол», «Орленок» һәм «Чайка» балалар лагерҙары эшләй. Һәр ҡайһыһына, нигеҙҙә, балалар йәш үҙенсәлектәренә ҡарап ҡабул ителә. Мәҫәлән, «Сокол»да – ҙурыраҡ йәштәге балалар, ә «Дружба»ла кесерәктәре ял итә. Инде өс йыл рәттән был лагерҙар рәсми рәүештә республикала иң яҡшылары тип билдәләнә. Ял итеүселәрҙән дә әлегәсә ҡәнәғәтһеҙлек булғаны юҡ. Шуға ла өс сменаға тәғәйенләнгән 1 мең 500 урын тулы. Әлбиттә, лагерҙарҙа ялды тейешенсә ойоштороуҙа тәрбиәселәр, элеккесә әйтһәк, вожатыйҙар мөһим роль уйнай. «Башнефть» компанияһында быны яҡшы аңлайҙар. Шуға тәрбиәсе булып осраҡлы кешеләр ҡабул ителмәй. Күпселек балалар унан алдағы йылда ял иткән лагерға барырға тырыша. Ни өсөн, тиһегеҙме? Иҫке таныштары менән күрешеү өсөн генә түгел, бигерәк тә вожатыйҙары менән осрашыу маҡсатында. Ғөмүмән, «Башнефть» йәмғиәтендә әйтеүҙәренсә, балаларға бында күңелһеҙләнергә урын ҡалмай, һәр кем үҙе яратҡан шөғөлдө таба. Өҫтәүенә, йәй ҙә эҫе һәм ҡояшлы килде. Тимәк, ҡояшта ҡыҙыныу, сынығыу, сәләмәтлекте нығытыу, яңы спорт төрҙәрен үҙләштереү һәм үҫмерҙәргә бер нисә сантиметрға буйға үҫеү мөмкинлеге лә бар. Өс аҙна ваҡыт күп тә, аҙ ҙа. Пионерҙарҙың хушлашыу усағы янып һүнгәндән һуң, малайҙар һәм ҡыҙҙар республиканың төрлө ҡалаларына юлланасаҡ. Һабаҡташтары менән уртаҡлашыр тәьҫораттары күп буласаҡ уларҙың. «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?» – тигән темаға инша яҙыуҙың улар өсөн һис тә ҡыйынлығы булмаясаҡ. Әлфинә ӘХМӘҘУЛЛИНА. |