Бында лагерҙы – йәйләү, отрядтарҙы ырыуҙар тип юҡҡа атамайҙар. Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү йәһәтенән шулай уйланылған. Вожатыйҙар булып төрлө уҡыу йорттары студенттары эшләһә, тәрбиәселәр – тәжрибәле уҡытыусылар. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған был лагерь-йәйләү гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. – Балаларҙың ялын файҙалы итеп ойошторор өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Рамазан Йәнбәков, Мөхәммәт Иҙрисов, Рәшиҙә Туйсина, Фәйзи Ғәскәров исемендәге йыр-бейеү конкурстары уҙғарыласаҡ. Күренекле әҙиптәр, сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар ҡаралған. Йәйләүҙә үҙен һәр яҡлап яҡшы күрһәткәндәр Еҙем буйлап һалда йөҙәсәк. «Йәйләү һылыуы», «Йәйләү батыры» ла һайланасаҡ. Милли аш-һыуҙар менән танышыу көнө лә буласаҡ, – ти лагерь директорының урынбаҫары Әлфиә Тимербай ҡыҙы Мәүлийәрова. Әйткәндәй, ял итеүселәрҙе ашатыу яҡшы ойошторолған. Көнөнә биш тапҡыр туҡландыралар, балаларҙы халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары менән дә һыйлайҙар. Беҙ килгән көндө лагерҙы асыу тантанаһы үтте. Унда төрлө «ырыу» вәкилдәре йыйылып, һәр береһе үҙенең тамғаһы, ҡошо, ағасы, батыры менән таныштырҙы, йыр-бейеүҙәрен бүләк итте. Төшкө аштан һуң бүтәндәр һыу инергә китһә, «бөрйәндәр» йәйләүгә башланғыс биреүсе, «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы, журналист-яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән осрашып, туған тел, ил, ғаилә ҡороу хаҡында һөйләште. Унан ял итеүселәрҙе ауыл клубындағы кеүек башҡортса бейеүҙәр, милли уйындар көтә ине.
Гөлназ ИҠБАЕВА. Автор фотоһы. |