Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» ДОСААФ йәнә «терелә»
» Ҡыҙыҡтар ҙа, сәмлеләр ҙ| ...
» Дәрестә
» Башланғыс бар...
» Башҡортостанға һөжүм кемгә фай ...
» Буласаҡ уҡытыусылар стартҡа баҫа



Сәсәндәребеҙгә һәйкәл ҡуяйыҡ Республика йылы
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен Ғәбит Арғынбаев сәсәндән яҙып алып, әүҙемлек күрһәткән өсөн генә лә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов күптән һәйкәлдә кәүҙәләндерелеүгә лайыҡ шәхес. Был турала республикабыҙ матбуғатында яҙыусылар булды-булыуын. Иллә мәгәр, халыҡ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергән бөйөк шәхестәребеҙгә һәйкәл ҡуйылған икән, тигән хәбәр бер ерҙә лә осраманы.
Билдәле булыуынса, Мөхәмәтша Буранғоловтың бөйөк хеҙмәттәре бихисап. Уйлауымса, халҡыбыҙҙың ун эпосын һәм ҡобайырын үткән быуаттарҙан киләсәккә илткән ике сәсәнде лә бер үк һәйкәлдә һынландырырға кәрәк. Ул «Урал батыр» эпосына ла һәйкәл кеүек булыр ине. Шул осраҡта башҡорт халҡының тарихында, йәмғиәт үҫешендә сағыу эҙ ҡалдырған сәсәндәргә, Ҡалмыҡстандағы шикелле, Башҡортостанда ла һәйкәл бар, тип ауыҙ тултырып әйтә алырбыҙ.
Халыҡтар тарихында сәсәндәрҙең роле батырҙарҙыҡынан кәм булмаған бит. Халыҡ, бигерәк тә йәштәр үҙ халҡының сәсәндәрен белергә, улар менән ғорурланырға тейеш. Илһөйәрлек тойғоһо буш урында тәрбиәләнмәй. Ә беҙҙең халыҡ тарихи үткәндәре өсөн оялмай. Дөрөҫлөк байрам итһен, тиһәк, һәйкәл ҡуйыу эшен тиҙләтергә кәрәк. Бәлки, уны Мөхәмәтша Буранғоловтың 125 йәшенә өлгөртөп булыр ине.

Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 13 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мин дә уны беләм...
  • Арҙаҡлы башҡорттар
  • Еңеү уларҙы урап үтмәҫ, моғайын
  • «Урал батыр» - сыуаш телендә
  • ЙӘНӘ БЕР ТАПҠЫР «УРАЛ БАТЫР» ХАҠЫНДА
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru