Ульяновск ҡалаһына Австриянан Diamond DA42M − NG самолеты килтерелде. Ул «Башҡортостан» авиакомпанияһы ҡушыуы буйынса эшләнгән һәм республикабыҙ өсөн традицион төҫтәр һәм ҡурай һүрәте менән биҙәлгән. Дүрт кешегә тәғәйенләнгән ике моторлы юғары технологиялы самолет аэрофотоға төшөрөү, янғындарҙы яңы тоҡанып киткән мәлендә үк күреү, патруль хеҙмәтен үтәү өсөн файҙаланыласаҡ.
БР Хөкүмәте делегацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнашасаҡ. Һабантуйға Башҡортостандан «Каруанһарай» фольклор-эстрада коллективы һәм «Ләйсән» бейеү ансамбле лә саҡырылған. Традицион ярыштар менән бергә Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллин стронгмен тип аталған спорт ярышын да ойоштора.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев РФ Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында» закон проектын индерҙе. Уға ярашлы, граждандарға бушлай квалификациялы юридик ярҙам алыуҙың төп гарантиялары билдәләнергә тейеш. Башҡортостанда иһә бындай хеҙмәт 2005 йылдан башлап эшләй.
27 июндә − Йәштәр көнөндә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Быйыл был премияға 10 ғариза ҡабул ителгәйне. Улар араһынан премияға лайыҡ булыусы өс кеше байрамда тәбрикләнә. |