|
 |
|
Крокодил Генаның, миллонлаған баланың күптәнге матур хыялы тормошҡа ашты – зәңгәр вертолетлы тылсым эйәһе баш ҡалабыҙҙың малай һәм ҡыҙҙарына бер һыуытҡыс туңдырма ҡалдырып китте! Өфөнөң Конгресс-холл бинаһы ҡаршыһында ойошторолған «Бала лар ҡаласығы»на туңдырманан башҡала тәм-том, уйындар, бүләктәр килтереүсе бер ниндәй ҙә әкиәти Алладин йәки сихри Фея түгел, ә замана тылсымсыһы – Леонид Якубович ине.
Ул Өфөгә Беренсе канал ойошторған «Беренсе бул!» хәйриә акцияһында ҡатнашыу өсөн килде. Билдәле алып барыусы, шоумен үҙе генә түгел – 1 июндә Башҡортостан балаларын ҡотларға, бүләкләргә Рәсәйҙең билдәле шәхестәре, сәхнә «йондоҙҙар»ы йыйылды. Екатерина Андреева, Нонна Гришаева, Александр Гордон, Вадим Колганов, Виктор Гусев, Екатерина Стриженова, Петр Толстой, Виктория Дайнеко, Диана Гурцкая, Анита Цой һәм башҡа бик күп беҙ яратып ҡараған, тыңлаған шәхестәр ҙур байрам ойошторҙо. Өфө халҡын ысын мәғәнәһендә «Йондоҙ»ло десант» килеп тәбрикләне, тип әйтергә була. Быға тиклем «Беренсе бул!» акцияһы Рәсәйҙең башҡа эре ҡалаларында ойошторол - ғайны. Мәскәү ҡунаҡтарын аэропорттан уҡ журналистар, БР Хөкүмәте етәкселеге, башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды. Алдан уҡ шуны билдәләп үтке килә: быйыл хәйриә акцияһын тормошҡа ашырыу барышында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, физик мөмкинлектәре сикләнгән йәки башҡа проблемаларға юлыҡҡан балаларға иғтибар күп бүленде. |
|
авторы: admin | 16 декабря 2011 | | Фекерҙәр (0) |
|
+ Новости Баш-портала Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар
|
|
|