Һуңғы ваҡытта 1917 – 1920 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте аҙ өйрәнелмәне. Был темаға арнап, уның төрлө яҡтарын асып, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҙылды, бихисап китап, мәҡәлә, документ, йыйынтыҡ баҫылып сыҡты. Уҡыусылар ошо милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан, уның лидерҙары булған Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Ғәлимйән Таған, Мстислав Ҡулаев һәм башҡаларҙың исемдәре менән таныша алды. Уларҙың тормошон өйрәнеү әле лә дауам итә. Яңыраҡ А. Ярмуллиндың «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар» (Өфө, 2009) тигән китабы донъя күргәйне. Унда бөтәһе 53 биографик очерк тупланған. |