Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды
» Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
» Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй
» Йәш ғалимдар бүләкләнде
» Тәбиғәт тә улар менән бергә йылмай ...
» Башҡортостан яңылыҡтары



Алдынғы уҡытыусыларға – лайыҡлы бүләктәр Год учителя
Алдынғы уҡытыусыларға – лайыҡлы бүләктәрРеспублика йортонда алдынғы уҡытыусыларҙы, «Йыл уҡытыусыһы – 2010» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. «Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә 21 уҡытыусы лайыҡ булды. Уларға Башҡортостан Прези­денты премиялары ла тапшырылды.
Президент Мортаза Рәхимов, уҡытыу­сылар­ҙы тәбрикләп, тап ошо уҡытыусылар­ҙың һәм уларҙың меңәрләгән хеҙмәттәшенең тырыш хеҙмәте менән республиканың мәғариф системаһының илебеҙҙә юғары рейтингы һаҡланып килә, тип билдәләне. Мортаза Ғөбәйҙулла улы белем биреү учреждениелары төҙөлөшө буйынса ла Башҡортостандың Рәсәйҙә лидер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңғы 20 йылда ғына меңдән ашыу яңы белем һәм тәрбиә усағы төҙөлгән. Яңыларын төҙөү, иҫкеләрен реконструкциялау һәм төҙөкләндереү иҫәбенә республикала иҫке мәктәптәр һаны ике тапҡырға кәмегән.
Президент уҡытыусылар араһында педагогик оҫталыҡ конкурстары ойошторолоуҙың әһәмиәтен юғары баһаланы.
– Бындай конкурстар изге һәм мәңгелек һөнәрҙең абруйын күтәрә, уҡытыусы хеҙмәтенә дөйөм иғтибарҙы йәлеп итә. Ә иң мөһиме – ул һәләтле, тәжрибәле уҡытыусыларҙы асыҡларға һәм уларҙың эш тәжрибәһен пропагандаларға ярҙам итә, – тине ул.
Президент ҡулынан оло награда алыусы уҡытыусылар үҙҙәренең хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуы, уҡытыусы кеүек изге һөнәр эйәһе булыуы менән ғорурлыҡ кисерҙе. Улар республика етәкселегенә үҙҙәренең ихлас рәхмәтен һәм изге теләктәрен еткерҙе.
– Дәүләт кимәлендә мәғариф системаһына ҙур иғтибар бүлеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙең үҫеше хайран итә. Беҙҙә былтыр ғына яңы мәктәп төҙөлдө. Бындай белем усағында беҙҙең насар эшләргә хаҡыбыҙ юҡ, – тине Дыуан райо­нының Вознесенка мәктәбе уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы – 2010» республика конкурсы еңеүсеһе Ольга Тряскина.

С. НИЯЗОВА әҙерләне.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 22 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәйгенең татлы йомғаҡтары
  • УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА
  • Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙ ...
  • Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ
  • Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru