Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Янылыктар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡыусыларҙың уңышы - уҡытыусыларҙың да уңышы Год учителя
    Уҡытыусы… Донъяла иң гүзәл, матур һөнәр эйәһе ул уҡытыусы. Күңелдәргә илһам, дәрт өрөүсе, белем үрҙәренә әйҙәүсе, бала йөрәгендә ышаныс, киләсәккә өмөт уятыусы, шәхес булып формалашырға ярҙам итеүсе кеше ул уҡытыусы. Ул балалар өсөн икенсе әсәй ҙә,
    атай ҙа, яҡын дуҫ та.

    Уҡыусыларҙың уңышы - уҡытыусыларҙың да уңышыЫсын уҡытыусы ҡөҙрәт көсөнә эйә, тиҙәр. Уның һүҙе һине үҫтерә, дауалай, ярата, ҡыуандыра, илһам бирә, көслө, матур һәм батыр итә. Хаҡ һүҙҙәр. Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова – ошо барлыҡ сифат­тарҙы үҙенә туплаған тәжрибәле уҡытыусы. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан алып мәктәптә яратҡан фәненән уҡыусыларына белем бирә һәм бер үк ваҡытта директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй.
    – Уҡытыусы һөнәрен һайлаған саҡта үҙемә шул тиклем ҙур яуаплылыҡ алырмын тип уйламағайным, был хаҡта белмәй ҙә, аңламай ҙа, уйланмай ҙа торғайным. Бары тик үҙемдең уҡытыу­сыларыма ҡарап, улар һымаҡ күпте белергә, яҡшы мөғәллимә булырға хыяллана инем. Баш ҡалабыҙ Өфөлә интернат-мәктәптә белем алыу ҡанаттарымды нығытты, теләгемә көс-ҡеүәт бирҙе һәм 1977 йылдың 1 сентябрендә мин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты талибәһе инем инде. Унда Харрас ағай Йосоповтың, Ишбулды ағай Вәлитовтың, Салауат Галиндың лекцияларын тыңлау мине телгә, әҙәбиәткә ғашиҡ итте, ә улар ойошторған түңәрәктәргә йөрөү профессияма ҡарата ижади ҡараш тәрбиәләне,– ти ул.
    Бына 33 йыл буйы Рәмзиә Ғайса ҡыҙы уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Балаларҙы ихлас һөйөүе, эшенә мөкиббән бирелеүе уҡытыусының эш һөҙөмтәһендә асыҡ сағыла. Бер туған һеңлеһе лә, ике ҡыҙы ла уҡы­тыусы һөнәрен һайлаған. Кесе ҡыҙы Лилиә, Салауат педагогия колледжын тамамлағас, медицина университетына уҡырға инеп, табип дипломына эйә була. Әсәһе яғынан педагогтар ике тиҫтәгә яҡын. Рәмзиә Ғайса ҡыҙының юлын дауам итеүсе уҡыусылары ла бихисап. Ҡайһы берҙәре, филолог һөнәре алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытһа, икенселәре төрлө дәүләт ойошмаларында тырышып эшләй. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында ғына ла улар өсәү: Ләлә Йәнмырҙина – «Яҡшы кәйеф» тапшырыуының мөхәррире, Фирҙәүес Дәүләтова – «Ватан», Оксана Шәрипова «Юлдаш» программаһының хәбәр­селәре. Гөлназ Батыр­шина, филология фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
    Республика олимпиадаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыл һайын уңышлы һөҙөмтә күрһәткән өсөн уҡыусыларының БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеүе, фәнни-эҙләнеү эштәрендә әүҙем ҡатнашып, юғары дәрәжә дипломға лайыҡ булыуы, төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яулауы – тынғыһыҙ педагогтың тырыш хеҙмәт емеше. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында «Баҫҡыстар» исемле әҙәбиәт, журналистика буйынса төбәк-ара конкурс-фестивалендә 11-се «А» класы уҡыусыһы Алһыу Сөләймәнова «Шиғриәт» секцияһында – 3-сө дәрәжә, «Проза» секцияһында 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була. 11-се «В» класынан Регина Шәрипова, район фәнни-ғәмәли конференцияһында уңышлы сығыш яһап, 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Дыуан лицей-интернатында үткән республика «Тимер Йосопов уҡыуҙары»нда 9-сы «А» класынан Ғәзинур Абдрахманов 2-се дәрәжә дипломға эйә булһа, яҡташыбыҙ Гөлнур Яҡупова исемендәге «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһендә Алһыу Сөләймәнова номинацияла билдәләнә.
    Рәмзиә Ғайса ҡыҙы 28 йыл директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ул үҙ эшенә яуаплы ла, талапсан да ҡарай. Әгәр ысын мәғәнәһендә уңышлы уҡытыусы булмаһа, коллективта өлгө күрһәтмәһә, коллегаларынан фән олимпиадаларында, төрлө конкурстарҙа еңеү талап итергә хоҡуғы булыр инеме һуң? Әлбиттә, юҡ. Етәксе кеше бөтә яҡтан өлгө булһа ғына коллектив уңышлы эшләй, ҙур уңыштарға өлгәшә ала. Красноусол башҡорт гимназия-интернатын республикала иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе итеп беләләр икән, тимәк, бында уның да өлөшө бар.
    Коллегам үҙ яҙмышынан, ғүмер юлынан ҡәнәғәт. Һәр ваҡыт уҡыусыларының, хеҙмәттәштәренең йылы ҡарашын, кеселекле мөнәсәбәтен тойоп йәшәй. Сөнки ул үҙе ябай ҙа, ярҙамсыл да. Уның менән иҫәпләшәләр, кәңәшләшәләр. Тәжрибәле уҡытыусының хеҙмәте лә юғары баһалана: «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемдәренә лайыҡ. 2007 йылда «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеүсе була, диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.
    – Ғаиләмдә хөрмәт итәләр, туғандар менән дуҫ һәм татыу ғүмер итәбеҙ. Атайым, әсәйем, ҡәйнәм иҫән, кәңәш-төңәштәре менән һаман да ярҙам итәләр, дөрөҫ йәшәргә өйрәтәләр. Әле мин кешеләргә кәрәклемен, бынан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! – ти Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова.

    Эльвера Ҡунафина,
    Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
    авторы: admin | 15 января 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уҡытыусы булыу – оло бәхет
  • Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ
  • Эштәренең емештәре тос
  • Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде
  • Тотороҡло аҙымдар менән алға
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru