Һыу бешеү менән май сыҡмай, һағыҙ сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» НИСЕК ФЕРМЕР БУЛЫРҒА?
» Табышлы «тайга»
» Көләмәстәр
» Республика тәжрибәһе өйрәнеүг| ...
» Енәйәтсе ниндәй генә ролгә инмәй.. ...
» Әллә теләй, әллә юҡ



Башҡортостан нанотехнологиялар биләмәһе булырмы? Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үтте. Был сара сигендә Башҡортостан «РОСНАНО» йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Әлеге документ илдә 2015 йылға тиклем инновация индустрияһын һәм нанотехнологияларҙы үҫтереү программаһына индерелде.
Беҙҙең республикала инновация структураһына ҡараған тиҫтәнән дә кәм булмаған объект төҙөләсәк. Быға нанотехнология, коллектив файҙаланыу үҙәктәре, ике технопарк, өсәр бизнес-инкубатор һәм территориаль инновациялар үҙәге инә.
авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Башҡорттар һауаға юлды ул аса! Иҡтисад

Башҡорттар һауаға юлды ул аса!Алыҫ Ямал ярымутрауының сигендә эшләүсе башҡорт егете Иҙелбай Усманов һөнәрен яратып башҡара.
Себер тарафтарында яҡташтарҙы осратыу бер ҙә аптырарлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа Ямал ярымутрауының сиге һаналған Харасавей аэродромында Ейәнсура егетен тап итермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Вертолеттан килеп төшөү менән беҙҙе ҡаршы алған диспетчер, ҡулындағы блокнотын асып, ниҙер ҡараны ла, миңә өндәште.
– “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе һеҙ булаһығыҙмы, ағай?
авторы: admin | 16 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Һәләтле йәштәр бүләкләнде Иҡтисад

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда БР Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ойош­торол­ған Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьә­ләләре буйынса иң яҡшы эшкә 9-сы конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
Бәйгелә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Сибай институты, Көнсығыш иҡтисад-гуманитар академияһы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал), БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары ҡатнашты.
авторы: admin | 4 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ Иҡтисад

Хәйбулла районында «Юби­лей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар. Фабриканың сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтеү һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырыу күҙаллана. Быйыл уны йыһазландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
«Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә.
авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Эшҡыуарҙарҙы Һамарға саҡыралар Иҡтисад

30 сентябрҙә Һамарҙа Волга буйы бәләкәй һәм урта бизнес төбәк-ара конгресы үткәрелә. Уның бурысы – конгреста ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы ҡыҙыҡлы проекттар эҙләү өсөн мөмкинлектәр биреү, шулай уҡ Волга буйы эшҡыуарҙарының һәм предприятиелар етәкселәренең эшмәкәрлек спектрын киңәйтеү.
авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов "Мотор" предприятиеһында Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Мотор” фәнни-производство предприятиеһында булды һәм предприятие етәкселеге менән “Мотор” фәнни-производство предприятиеһының авиадвигателдәр эшләү өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен, инновацион технологиялар индереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Закон бер булырға тейеш тә ул… Иҡтисад

«Йәшлек»тең 5 июндәге 65-се һанында Земфира Таһированың «Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай» исемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Урындарҙа ла йыш ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларының береһенә ҡағылған был мәҡәлә резонанс тыуҙырыр, тип көткәйнем. Үкенескә күрә, ике яҡтан да темаға иғтибар биреүсе тойолманы. Автор фекерҙәрен ҡеүәтләп, бер-ике кәлимә еткермәксе булдым. Әлбиттә, мин бер яҡты ла ғәйепләргә йыйынмайым, сөнки төп сәбәп етлекмәгән законда һәм выжданда. Тәү ҡарамаҡҡа бөтәбеҙ өсөн дә закон бер һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай булмай сыға. Сөнки кемдәрҙелер йәше тулыр-тулмаҫтан пенсияға оҙатыу яғын хәстәрләй һалалар, ә бәғзеләр, бигерәк тә етәксе урындағылар, йылы урынында ултырыуын оло йәшкәсә дауам итә. Әлбиттә, күптәренең тәжрибәһенә, абруйына, ҡаҙаныштарына һүҙ тейҙерерлек түгелдер ҙә. Шулай ҙа был законды һанға һуҡмау ғына түгел, уға буйһонмау була түгелме? Был үҙе үк кешеләрҙе, беренсенән, сорттарға бүлеүҙе күрһәтә, икенсенән, йәштәр нисек, ҡасан эшләргә һәм үҫергә тейеш һуң?
авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 ... 18 19 20  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru